Әхтәмов Азат Зиннәт улы
Әхтәмов Азат Зиннәт улы (рус. Ахтямов Азат Зиннатович; 4 ғинуар 1957 йыл) — хужалыҡ һәм дәүләт эшмәкәре, йәмәғәтсе. 2015 йылдан Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты. Милләте — башҡорт.
Әхтәмов Азат Зиннәт улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 4 ғинуар 1957 (67 йәш) |
Тыуған урыны | Асҡар, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Уҡыу йорто | Көньяҡ Урал аграр университеты |
Биографияһы
үҙгәртергәАзат Зиннәт улы Әхтәмов 1957 йылдың 4 ғинуарында Башҡорт АССР-ының Әбйәлил районы Асҡар ауылында тыуған.
1979 йылда Силәбе ауыл хужалығын механизациялау и электрләштереү институтын тамамлаған.[1][2]
Хеҙмәт юлын 1979 йылда Әбйәлил районының "Йәнгел" совхозында ремонт оҫтаханаһының инженер-контролеры булып башлаған. Артабан Әбйәлил район Советының ауыл хужалығы идаралығында баш инженер, "Йәнгел" совхозында баш инженер булып эшләй.
1986 - 1987 йылдарҙа Әбйәлил партия райокмының ауыл хужалығы һәм аҙыҡ-түлек бүлеге мөдире була.
1987 - 1992 йылдарҙа "Амангилде" совхозы етәксеһе итеп тәғәйенләнә.
1992 йылдан Әбйәлил районы хакимиәте башлығының урынбаҫары [3].
2011 йылдан - «Агро» ЯСЙ-һының директор урынбаҫары булып эшләй.
2013 йылдан - Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы хакимиәтендә төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса хакимиәт башлығы урынбаҫары
2015 йылдан - Башҡортостан Республикаһы урман хужалығы министры урынбаҫары вазифаһын башҡара[4].
Ғаиләһе
үҙгәртергәӨйләнгән, ҡатыны менән бер ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә«Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе» почётлы исеме, Башҡортостан Республикаһы Ҡоролтай - Дәүләт йыйылышы почёт грамотаһы.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Министерство лесного хозяйства РБ 2021 йыл 24 июль архивланған.
- ↑ Ахметов Азат Зиннатович//Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 ISBN 5-8258-0204-5
- ↑ Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 24
- ↑ Ахтямов Азат Зиннатович 2021 йыл 24 июль архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 21.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- 12 созыв (БАССР)
- Ахтямов Азат Зиннатович 2021 йыл 24 июль архивланған.