Азаров Иван Дмитриевич

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы. III ранг хәрби ветеринар табибы

Азаров Иван Дмитриевич (5 ғинуар 1914 — 10 февраль 1943) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы. III ранг хәрби ветеринар табибы[1].

Азаров Иван Дмитриевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 5 ғинуар 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:5|2|0}})
Тыуған урыны Кривополянье[d], Раненбургский уезд[d], Рязань губернаһы[d], Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 10 февраль 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (29 йәш)
Вафат булған урыны Луганск өлкәһе, Украина Совет Социалистик Республикаһы, СССР
Һөнәр төрө табип, ветеринар
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]

Биографияһы

үҙгәртергә

Иван Дмитриевич Азаров 1914 йылдың 5 ғинуарында Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһе Раненбург районы Кривополяна ауылында тыуған[2].

1939 йылдың 11 февраленән Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафында, Урал хәрби округында хеҙмәт итә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән Көньяҡ-Көнбайыш фронты составында фронт юлдарын үтә[сығанаҡ 1245  көн күрһәтелмәгән].

III ранг хәрби ветеринария табибы Азаров Иван Дмитриевич 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы ветеринария хеҙмәте начальнигы була.

1942 йыл башынан Курск, Барвенково ҡалалары өсөн алыштарҙа, Харьков йүнәлешендә һөжүм итеү операцияларында ҡатнаша[сығанаҡ 1245  көн күрһәтелмәгән].

1942 йылдың ноябрендә Сталинград янында фашистарҙың 4-се һәм 6-сы танк армияларын ҡамауҙа һәм Сталинград контрһөжүмендә ҡатнаша[сығанаҡ 1245  көн күрһәтелмәгән].

1943 йылдың 10 февралендә Бөйөк Ватан һуғышының Көньяҡ-Көнбайыш фронтында Донбасс биләмәләрен азат итеү өсөн барған алыштарҙың береһендә һәләк була. Украина ССР-ы Ворошиловград өлкәһе (хәҙер — Луганск Халыҡ Республикаһы) Петровский утарында ерләнгән[2].

Азаров Иван Дмитриевичтың исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа яҙылған[3] һәм Рәсәй Федерацияһының Воронеж өлкәһе Кривополяна ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Донесения о потерях[2]

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә