Агишев Хөсәйен Буранбай улы

Агишев Хөсәйен Буранбай улы — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм 1813—1814 йылдарҙағы Рус армияһының сит илгә походтарында ҡатнашыусы.

Агишев Хөсәйен Буранбай улы
Тыуған ваҡыты

билдәһеҙ

Тыуған урыны

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе

Үлгән ваҡыты

билдәһеҙ

Вафат урыны

билдәһеҙ

Хеҙмәт иткән урыны

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы

Хеҙмәт итеү йылдары

Рәсәй флагы 1804—?

Хәрби звание

урядник

Хәрби алыш/һуғыш

1812 йылғы Ватан һуғышы,
Рус армияһының сит илгә походтары (1813—1814)

Наградалар һәм премиялар
III дәрәжә Изге Анна ордены
III дәрәжә Изге Анна ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Агишев Хөсәйен Буранбай улы Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙендә йәшәгән.

1812 йылғы Ватан һуғышы башланғас, 1814 йылдың аҙағына тиклем 9-сы Башҡорт атлы полкы составында француздарға ҡаршы алыштарҙа ҡатнаша. 9-сы Башҡорт атлы полкы Яңы Воздвиженка ҡәлғәһендә 9-сы кантон башҡорттарынан ойошторола һәм 1812 йылдың 10 октябрендә Һамар аша Түбәнге Новгородҡа бара, 1813 йылдың майында Варшава герцоглығына килеп етә һәм бында Польша армияһы составына индерелә[1]. 1813 йылдың 19 сентябрендә 9-сы Башҡорт полкы Крейц отрядына керә һәм төрлө алыштарҙа, шул иҫәптән 1813 йылдың 28 сентябрендә — Фрайберг, 6 һәм 7 октябрҙә — Лейпциг, 14 октябрҙә — Мадин янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Алыштарҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн Ниғмәтулла Бирҙебаев 3-сө дәрәжәләге Изге Георгий ордены менән бүләкләнә.

21 октябрҙә 9-сы полк Төньяҡ армияның кавалериянан генерал барон Винценгероде корпусына ҡушыла, ә 1813 йылдың 27 декабренән 1814 йылдың 15 ғинуарына тиклем генерал-лейтенан Строгановтың отряды составында Гамбург ҡәлғәһен блокадалауҙа, Эрфурт эргәһендәге алышта ҡатнаша.

1814 йылда полк Франция территорияһындағы алыштарҙа ҡатнаша. 13 февралдә — Селдизил, 21 февралдә — Элле, 24, 25 һәм 26 февралдә — Лаон янындағы алыштарҙа ҡатнаша. 1814 йылдың 19 мартында союздаш ғәскәрҙәре составында 9-сы Башҡорт атлы полкы Парижға инә. 1814 йылдың декабрендә полк туған яғына юл тота[2].

Бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Рахимов Р. Н., 2012, с. 399
  2. Гатиятуллин З. Г. Башкиры 9-го и 10-го кантонов в Отечественной войне 1812 г // Ватандаш : журнал. — 2013. — № 4. — С. 110-133. — ISSN 1683-3554.

Һылтанмалар

үҙгәртергә