Агата Барбара (иглиз һәм мальта телендә Agatha Barbara, 11 март 1923 йыл, Заббар, Мальта — 4 февраль 2002 йыл, шунда уҡ) — Мальтаның дәүләт һәм сәйәси эшмәкәре. 1982—1987 йылдарҙа — Мальта президенты.

Агата Барбара
мальт. Agatha Barbara
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Мальта
Тыуған көнө 11 март 1923({{padleft:1923|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2]
Тыуған урыны Заббар[d], Port Region (Port)[d], Мальта, Бөйөк Британия короллеге[d]
Вафат булған көнө 4 февраль 2002({{padleft:2002|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})[1][2] (78 йәш)
Вафат булған урыны Заббар[d], Port Region (Port)[d], Мальта
Һөнәр төрө сәйәсмән, уҡытыусы
Биләгән вазифаһы Мальта президенты, Мальта Вәкилдәр палатаһы ағзаһы[d], Мәғариф һәм мәҙәниәт министры[d], Мәғариф һәм мәҙәниәт министры[d] һәм хеҙмәт министры[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Лейборист партияһы[d]
Сексуаль йүнәлеш негетеросексуальность[d][3][4][5][…]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Агата Барбара Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

1942—1947 йылдарҙа мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. 1946 йылда сәйәсәт менән әүҙем ҡыҙыҡһына башлай һәм Мальтаның Лейбористар партияһына инә. 1947 йылда Мальта Лейбористар партияһы башҡарма комитеты ағзаһы итеп тәғәйенләнә һәм Мальта Вәкилдәр палатаһына һайланып, илдең тәүге ҡатын-ҡыҙ депутаты була. Артабан Мальта парламентының барлыҡ саҡырылыштары депутаты була һәм 1982 йылда үҙ ирке менән вәкәләттәренән бушатыла. 1955 йылда мәғариф һәм мәҙәниәт министры итеп тәғәйенләнә һәм Мальтаның тәүге ҡатын-ҡыҙ министры була. Халыҡтың киң ҡатламдарын уҡытыу өсөн йүнәлтелгән мәғариф реформаһын уҙғара. Мальтаның Бөйөк Британиянан бойондороҡһоҙлоғо өсөн әүҙем көрәшә. Был идеяны пропогандалап, Көнбайыш Европа илдәренә һәм АҠШ-ҡа күп мәртәбә бара, шулай уҡ ошо мәсьәлә буйынса БМО-ла сығыш яһай.

1958 йылда лейбористар хөкүмәте ҡолай һәм Барбара вазифаһынан китә, ә һуңыраҡ Мальтала британ хакимлығына ҡаршы манифестацияларҙа ҡатнашҡаны өсөн төрмәгә ябылыуға хөкөм ителә.

1971 йылда лейбористар йәнә хөкүмәт төҙөргә ирешә, бында Агата Барбара мәғариф һәм мәҙәниәт министры вазифаһын ала. Ул йәнә реформалар уҙғарыу менән шөғөлләнә, улар башлыса техник белем биреүҙе булдырыуға йүнәлтелә.

1974—1981 йылдарҙа — хеҙмәт һәм социаль тәьминәт (1976 йылдан — хеҙмәт, социаль тәьминәт һәм мәҙәниәт) министры, шулай уҡ премьер-министра урынбаҫары функцияларын үтәй. Эшселәрҙең социаль гарантияларын үҫтереү эшендә, эшһеҙлек кимәлен кәметеүҙә ҙур уңыштар яулай. Мальтала музей эшен үҫтереүгә тос өлөш индерә[6].

1981 йылғы һайлауҙар конституцион көрсөккә килтерә, сөнки уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Милли партия тауыштарҙың күбеһен йыя, әммә парламентта был партия вәкилдәре тик 31 урын ала, шул уҡ ваҡытта 34 урынды Лейборист партияһы вәкилдәре биләй. Милли партия депутаттары парламентҡа ҡаршы бойкот иғлан итә һәм протестар ойоштора. 1982 йылдың 15 февралендә Агата Барбара Мальтаның президенты итеп һайлана, һәм ошо осорҙа ул ике төп сәйәси көстәр араһында низағты хәл итергә ирешә.

1987 йылда уның президент срогы тамамлана һәм ул үҙенең тыуған ҡалаһы Заббарға ҡайта һәм 2002 йылда бында вафат була.

 
Заббарҙа Агата Барбара һәйкәле
  • Агата Барбараның портреты Мальтаның 1986 йылғы банкноталары серияһында урынлаштырылған[7].
  • 2006 йылдың 23 апрелендә Мальта президенты Эдвард Фенек Адами указы буйынса Заббар ҡалаһында Барбара хөрәтенә һәйкәл ҡуйыла.

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Барбара бер ваҡытта ла кейәүҙә булмаған.

Бүләктәре

үҙгәртергә
Ил Дата Награда Литеры
  Мальта 15 февраль 1982 — 15 февраль 1987 «Республика мәнфәғәтенә» ордены гроссмейстеры
  Мальта 6 апрель 1990 — Хеҙмәттәр өсөн почетлы милли ордены компаньоны K.U.O.M.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Agatha Barbara // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  2. 2,0 2,1 Agatha Barbara // Munzinger Personen (нем.)
  3. http://archive.maltatoday.com.mt/2010/03/28/interview.html
  4. https://timesofmalta.com/articles/view/books-gay-claims-aim-to-discredit-church-bishop.299190
  5. https://timesofmalta.com/articles/view/Agatha-Barbara-and-romantic-Navy-letters.530296
  6. Commonwealth: Volumes 23-24 26. Royal Commonwealth Society, 1979. Дата обращения: 16 июнь 2016.
  7. George S. Cuhaj — 2014 Standard Catalog of World Paper Money Modern Issues 1961-Present 20th Ed

Сығанаҡтар

үҙгәртергә