Агапонов Николай Нефёдович
Агапонов Николай Нефёдович (укр. Микола Нефедович Агапонов; 9 апрель 1940 йыл) — СССР һәм Украина ғалимы, техник фәндәр кандидаты (1985), ауыл хужалығы фәндәре докторы (2005), профессор; Украинаның урман хужалығы академияһының мөхбир ағзаһы, Ҡырым Фәндәр академияһының ассоциацияланған ағзаһы.
Агапонов Николай Нефёдович | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Украина |
Тыуған көнө | 9 апрель 1940 (84 йәш) |
Тыуған урыны | Троицк, Силәбе өлкәһе, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | ғалим |
Уҡыу йорто | Г. Ф. Морозов исемендәге Воронеж дәүләт урман техник университеты[d] |
Ғилми дәрәжә | ауыл хужалығы фәндәре докторы[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәНиколай Нефёдович Агапонов 1940 йылдың 9 апрелендә Силәбе өлкәһенең Троицк ҡалаһында тыуған.
Белеме
үҙгәртергә1969 йылда Воронеж урман техник (хәҙерге Воронеж дәүләт урман техник университеты) институтын «Урман сәнәғәте машиналары һәм механизмдары» һөнәре буйынса тамамлап, «инженер-механик» квалификацияһына эйә була.
1984 йылда кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай[1]. 2005 йылда ауыл хужалығы фәндәре докторы ғилми дәрәжәһе бирелә. Диссертация Милли Украина урман техник университетында яҡлана.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә1975—1981 йылдарҙа Николай Агапонов кесе ғилми хеҙмәткәр вазифаһында эшләй, 1981—1994 йылдарҙа — өлкән ғилми хеҙмәткәр, 1994—1999 йылдарҙа Ҡырым тау-урман ғилми-тикшеренеү станцияһында төп ғилми хеҙмәткәр була. 1999—2000, 2004—2006 йылдар осоронда ошо уҡ ғилми-тикшеренеү станцияһы директоры була. 2006—2007 йылдарҙа — Украинаурман хужалығы һәм аргоруманмелиорация ғилми-тикшеренеү институтының баш ғилми хеҙмәткәре (Харьков).
2007—2011 йылдарҙа Украинаның Биоресурстар һәм тәбиғәтте файҙаланыу Милли университетының (Симферополь) Ҡырым агротехник университеты көньяҡ филиалында педагогик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә. «Урман хужалығы эштәре механизацияһы», «Һаҡлаусы урман үҫтереү», «Урман мелиорацияһы», «Урманагроландшафттар», «Урманды рекреацион файҙаланыу», «Урман сәйәсәте» дисциплиналарынан уҡыта, квалификациялы бакалавр һәм специалист кимәленән — «Урман хужалығы». 2004 йылдан аспирантура етәкләй, бер нисә фән кандидаты әҙерләгән.
Фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре — ташлы ерҙә һәм тау шарттарында урманмелиорация эштәрен механизациялау:
- тупраҡ тәрәндән йомшартҡанда уның деформацияһын билдәләү ;
- тупраҡты эшкәртеү ҡоралдары һәм ҡорамалдарында эшсе органдарҙың туҙыуын тикшереү;
- орлоҡтарҙы үлсәү, үҫемлектәрҙе ултыртыу, тупраҡтан таштарҙы айырыуҙа ҡулланылған ҡорамалдар һәм машиналар өсөн эш органдары һәм ҡулайламалар эшләү.
Ғилми эшмәкәрлеге
үҙгәртергә250-нән ашыу ғилми хеҙмәт һәм 5 монография, шулай уҡ бер нисә уйлап табыу һәм патент авторы[2][3][4].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- 2000 йыл - «Ҡырым автономиялы республикаһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре»
- 2009 йыл — «Украинаның атҡаҙанған уйлап табыусыһы».
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Лесоводческая академия наук Украины. Справочник. / Под редакцией профессора Ю. М. Дебринюка. — Львов: Камула, 2010. — 340 страниц. Стр. 12-13. ISBN 978-966-433-049-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- АГАПО́НОВ Микола Нефедович (укр.)