Авиаторҙар паркы (Санкт-Петербург)

Авиаторҙар паркы — рус. Парк Авиа́торов — Санкт-Петербургтың Мәскәү районындағы парк.

Авиаторҙар паркы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Санкт-Петербург
Карта
 Авиаторҙар паркы Викимилектә
Авиатор паркында көҙ

Географик урыны үҙгәртергә

Парк Санкт-Петербургтың көньяҡ өлөшөндә, Мәскәү Еңеү паркынан көнбайышта, Новомихайловск проспекты, Куба урамы, Кузнецов һәм Бассейн урамдары араһында урынлашҡан.

Иң яҡын метро станцияһы — Еңеү паркы

Парк майҙаны 35,2 гектар. Ул Мәскәү Еңеү паркынан ике тапҡырға тиерлек ҡалыша, мәгәр ҙурлығы буйынса ҡаланың Мәскәү районы парктары араһында икенсе урынды биләй.

Тарихы үҙгәртергә

Парк 1966 йылда элекке Корпус аэродромы биләмәһенең көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә һалынған, ул майҙан Бөйөк Ватан һуғышынан һуң файҙаланылмай ятҡан булған[1]

Һуҡмаҡтары борма-борма планировкалы, парк үҙәгендә — бик матур быуа. Унда һыу Лиговской канал тармағы аша килә. 1968 йылда уның ярында бетон нигеҙле ҡорос пирамидаль консолдә урынлаштырылған МиГ-19 [2] самолет-истребителе — хәрби осоусыларға һәйкәл асыла. Һәйкәлдең бейеклеге 12 м; архитекторҙары А. С. Червякова, С. А. Ушаков, инженер А. И. Рыбин[3]. 70-90-сы йылдарҙа бында йылы ваҡытта күсмә «Лунапарк» чех аттракциондар паркы эшләй.

Тасуирламаһы үҙгәртергә

Авиаторҙар паркында башлыса япраҡлы ағас тоҡомдары ултыртылған. Яңы Измайлово проспекты яғынан шыршылар ултыртылған аллея бар.

2006 йылда йылда парк территорияһында балалар һәм йәштәр өсөн теннис мәктәбе төҙөү планлаштырыла, был иһә урындағы халыҡты борсоуға һала, был паркта төҙөлөштәр асыуҙың нәүбәттәге бер сәбәбе тип хафаланалар. Санкт-Петербургтың 2010 йылдың 28 июнендәге 396-88 һанлы «Санкт-Петербургта йәшеллек ултыртылған майҙандар тураһында» Законы ҡабул ителгәндән һуң, Авиатор паркы территорияһы йәшеллек ултыртылған майҙандар исемлегенә индерелә, үҙгәртеп ҡороу проекты көсөн юғалта.[4].

Паркты төҙөкләндереүгә уның арендаторы йәлеп итеү зарурлығы бар тип таный ҡала хакимиәте етәкселеге - 2012 йылда йәшеллек зонаһының ҙур өлөшө, 25,3 гектар, 49 йылға оҙаҡ ваҡытҡа арендаға бирелгән. Арендатор паркты тәртипкә килтерергә вәғәҙә иткән була, әммә бөгөнгө көнгә тиклем эште башламаған. "Киләһе йылда беҙ аҙым һайын Авиаторҙар паркын төҙөкләндере башлаясаҡбыҙ, тип ышанам. Уны, ҡаланың башҡа парктары кеүек үк, тәртипкә килтерергә кәрәк ", - тип йомғаҡ яһала хакимиәттә[5].

Галереяһы үҙгәртергә

       
Авиаторҙар паркында хәрби летчиктарға һәйкәл. (Миг-19) Парктағы быуа өлөшө Быуа буйында ағас Быуа аша күпер

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Авиаторов парк // Санкт-Петербург. Петроград. Ленинград : Энциклопедич. справ. / ред. кол.: Л. Н. Белова и др. — М.: Большая российская энциклопедия, 1992. — С. 40. — 80 000 экз. — ISBN 5-85270-037-1.