Абраам Паладино (стадион)
Абраа́м Палади́но (исп. Estadio Abraham Paladino, шулай уҡ «Парке Абраам Паладино») булараҡ билдәле — Уругвайҙың баш ҡалаһындағы Монтевидео футбол стадионы, ул «Прогресо» клубы милке.
Абраам Паладино | |
Нигеҙләү датаһы | 1983 |
---|---|
Дәүләт | Уругвай[1] |
Административ-территориаль берәмек | Монтевидео |
Хужаһы | Прогресо[d] |
Рәсми асылыу датаһы | 1983 |
Обитатель | Прогресо[d] |
Һыйым | 8000 |
Тарихы
үҙгәртергә«Прогресо» футбол клубы 1917 йылда барлыҡҡа килә һәм тәүге йылдарҙа үҙенең стадионы булмай. 1925 йылда клуб президенты Овидио Каррика үҙенең ярҙамсыһы Абраам Паладиноға Монтевидео етәкселеге менән стадион төҙөү өсөн ер алыу мәсьәләһен хәл итеүҙе йөкмәтә. Клубҡа Эмилио Ромеро һәм Конкордия урамдары киҫелешендәге һәм Уругвайҙың Милли порт идаралығыныҡы булған ер бүленә.1926 йылда тәүге стадион төҙөлә, ул «Парке Прогресо» тип атала. Артабан Абраам Паладино "Прогресо"ның президенты итеп һайлана. Профессиональ футбол талаптарына тап килтереү өсөн 1932 йылда стадион беренсе реконструкцияға дусар ителә[2].
Уругвай футбол ассоцияцияһы талаптарына тап килтереү өсөн стадиондағы шарттарҙы яҡшыртырға ярҙам иткән бизнесмен хөрмәтенә стадионға «Парке Мигель Кампомар» атамаһы бирелә. 1956 йылда, Абраам Паладиноның вафатынан һуң, стадион уның исеме менән атала[3].
1981 йылда президент Табаре Васкес стадионды тотошлайы менән реконструкциялау эшенә тотона. Ғәмәлдә 1983 йылға шул уҡ урында элекке атамаһы һаҡланған яңы арена барлыҡҡа килә. Яңы "Абраам Паладино"ла 1989 йылда «Прогресо» үҙенең тәүге һәм берҙән-бер Уругвай чемпиондары титулын яулай.
2002 йылда яңы трибуна ҡорола һәм стадион заманса төҫ ала. Трибуналарға ла исемдәр бирелә: төп трибуна — «Уругвай чемпиондары 1989» (исп. Campeones Uruguayos 1989), уға ҡаршы урынлашҡан трибуна (ҡунаҡтар өсөн) — «Доктор Табаре Васкес» (исп. Dr. Tabaré Vázquez), көньяҡтағыһы — «Карлос Вальверде» (исп. Carlos Valverde), төньяҡтағыһы — «Гаучо берлеге» (исп. Parcialidad Gaucha)[4].
2012 йылдың авгусында стадионды заман талаптарына ҡалыплаштырыуҙың яңы этабы башлана[5].
Стадион бер юлы 5,4 тыс. тамашасыны ҡабул итә ала, әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа башҡа тәрлә күрһәткестәр атала — стадион 8 меңгә тиклемге тамашасыны ҡабул итергә һәләтле тип тә билдәләнелә.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ GeoNames (ингл.) — 2005.
- ↑ Club Atlético Progreso (исп.). el-area.com. Проверено 19 ноября 2018.
- ↑ El Parque Abraham Paladino 2013 йыл 4 июнь архивланған. (исп.). Aguanten Che (30 de abril de 2013). Проверено 19 ноября 2018.
- ↑ Cerro y Tacuarembó abren hoy la segunda rueda (исп.). La Red 21 (14 de septiembre de 2002). Проверено 19 ноября 2018.
- ↑ El Parque Paladino en obras 2021 йыл 15 май архивланған. (исп.). «Прогресо» (27 de agosto de 2012). Проверено 19 ноября 2018.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- «Абраам Паладино» на estadios.org 2018 йыл 12 ноябрь архивланған. (исп.)
- «Абраам Паладино» на soccerway.com (инг.)
- «Абраам Паладино» на transfermarkt.com (инг.)