Әбеш

(Абишево битенән йүнәлтелде)

Әбеш (рус. Абишево) — Башҡортостандың Миәкә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 78 кеше[3]. Почта индексы — 452085, ОКАТО коды — 80244805002.

Әбеш
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Бикҡол ауыл советы
Халыҡ һаны 99 кеше (2002)[1],
93 кеше (2009)[1],
78 кеше (2010)[2]
Почта индексы 452085
Карта

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 78 40 38 51,3 48,7

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Ауыл тарихы

үҙгәртергә

Илекәй-Мең улусына ҡараған Әбеш ауылы 1795 йылғы V рәүиз материалдарында "Тархан Әбешев һәм утар" булараҡ билдәләнә. Тархан Әбишевтың 2 ихатанан торған утары айырым тораҡ пункты булараҡ теркәлә. Ул мәлдә Әбештәге 18 ихатала 97 кеше йәшәй. 1816 йылда үткәрелген VII рәүиздә Әбеш ауылы Ырымбур губернияһы Ырымбур өйәҙе 9-сы Башҡорт кантонының йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөковтың (1783 йылда тыуған) командаһына индерелә, һәм ауылдағы 22 ихатала 225 кешенең йәшәүе теркәлә. Әбүбәкер Көсөковтың командаһына түбәндәге ауылдар ҡарай: Үтәғол, Сурай, Аҡсура һәм Әбеш[4]. Тәүге төпләнеүсе Әбеш Иштин (Иштәкәев)-Ҡунҡаҫ ауылы кешеһе, 1763 йылда башҡорт ауылы Ғәйнәямаҡҡа керҙәшлек килешеүендә ҡатнашҡан. 1770 йылғы документтарҙа тағы бер тапҡыр телгә алына. Асыҡланыуынса, был ауыл Әбеш утары урынында XIX быуаттың башында уҡ барлыҡҡа килгән.

1816 йылғы рәүиз материалдарына ярашлы ауылда түбәндәге нәҫел кешеләре йәшәй: йорт старшинаһы Әбүбәкер Көсөков (улдары: Ҡаһарман, Ҡорманғәле, Садиҡ; ҡустылары: Усман менән Ғүмәр); ауылға нигеҙ һалған Әбештең улы Исхаҡ Әбешев (улдары: йөҙ башы Егәнбай Исхаҡов, Йәнсура, Аллағыуат һәм Изге Әбишевтар); указлы мулла Байғаҙаҡ Әбешев (1769 й. т., улдары: Мөхәмәт, Әбделкәрим, Мөхәмәтшәриф, Әбдрәхим); Ирсай Алдаров (1731 й. т.), улдары: Мөхәмәт, Егәнбай, Үзбәк, Муллабаҙарбай, поход старшинаһы Әбүҙәр (1787 — 1859)). Ирсайҙың улдары Мөхәмәт, Муллабаҙарбай һәм Әбүҙәр Алдаров фамилияһында теркәлә. Үзбәктең улдары Үзбәков фамилияһында йөрөй. Хорунжий Шәрмөхәмәт Үзбәков Ырымбур сик буйы һыҙатын һаҡлауҙа хеҙмәт итә, ҡырғыҙ-ҡайсаҡ хәрби походтарында ҡатнаша[5].

1816 йылдан һуң Әбүбәкер Көсөков, йорт старшинаһы Исхаҡ Әбешев, Босҡоновтар, Илъяс Торошевтар Гөбөрле йылғаһы буйындағы Әбүбәкер ауылына (2-се Әбеш) күсенә. 1859 йылда ундағы 38 ихатала 353 кешенең йәшәүе билдәле.

Әбештәрҙең хужалығы тураһында бер нисә статистик материал. 1843 йылда 107 башҡортҡа ни бары 200 бот яҙғы иген сәселә. Ужым игене һәм картуф бында әлегә билдәле булмаған. 17 йортҡа 114 умарта һәм 5 солоҡ тура килгән. Ауылда 1870 йылда мәсет булыуы теркәлә.

1834 йылда тәүге төпләнеүсенең улы Муса Әбишевҡа 93 йәш тула. Уның 5 улы булған.

«Списки населенных мест. Оренбургская губерния. 1866.» түбәндәге яҙма бар: Орс өйәҙе, 2-се стан, № 734, Әбеш ауылы (Әбүҙәр), башҡорт ауылы, Һаҡмар йылғаһы буйында урынлашҡан, Орск ҡалаһынан Верхнеуральск ҡалаһына тиклем иҫке һыҙат трактының уң яғы һәм почта трактының һул яғы араһында ята. Өйәҙ ҡалаһынан 109 саҡрым,ихаталар һаны — 40, йәшәүселәр һаны: ир-егеттәр 164, ҡатын-ҡыҙҙар 163. 1917 йылда ауылдағы 92 ихатала 580 кеше йәшәй[6].

Тәүге совет халыҡ иҫәбен алыу (1920 й.) материалдарында Башҡортостан Республикаһының Үҫәргән улусындағы Оло Әбеш ауылында 580, Бәләкәй Әбеш ауылында 111 кешенең йәшәүе теркәлә.

Урамдары

үҙгәртергә

• Дим тыҡырығы рус. Демская (улица)
• Тыныслыҡ урамы рус.  Мира (улица)
• Йәштәр урамы рус. Молодежная (улица) [7]

Күренекле шәхестәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә