Абдулла Туҡтаров — крәҫтиәндәр һуғышында (1773—1775) ҡатнашыусы, Е. И. Пугачёв полковнигы.

Биографияһы үҙгәртергә

Уҫы даруғаһының яһаҡлы татарҙарынан. Олоҫ старшинаһы. 1773 йылдың ноябрендә — 1774 йылдың мартында Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгендә була. Абдулла Туҡтаров отряды Нуғайбәк ҡәлғәһе янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша, апрелдә Салауат Юлаев ғәскәренә ҡушыла. Бәхтейәр Ҡанҡаев менән берлектә Бөрө эргәһендә эш итә. Июнь уртаһында, регуляр ғәскәрҙәрҙең Өфөгә табан хәрәкәтен тотҡарлау өсөн Ҡазан даруғаһының Калинники, Дыуанай һәм Сатаниха ауылдары янында Абдулла Туҡтаров Якубович етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштар алып бара. Салауат Юлаевты хөкүмәт ғәскәрҙәренең һәм хөкүмәткә тоғро старшина отрядтарының хәрәкәте тураһындағы мәғлүмәттәр менән тәьмин итә, сентябрҙә уның менән бергә И. К. Рылеев етәкселегендә хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғыштарҙа ҡатнаша. Октябрҙә әсирлеккә эләгә һәм Өфө провинция канцелярияһына килтерелә. 1775 йылдың июнендә Ырымбурға ғүмерлеккә «ҡаҙна эшенә» ебәрелә. Артабанғы яҙмышы билдәһеҙ.

Һылтанмалар үҙгәртергә