Абай Ҡонанбаев һәйкәле (Алматы)
Абай Ҡонанбаев һәйкәле Алматыла Абай майҙанында 1960 йылда ҡуйыла. Авторы: скульптор Х. И. Наурызбаев, архитекторы И. И. Белоцерковский
Абай Ҡонанбаев һәйкәле | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Абай Ҡонанбаев һәйкәле (Алматы) Викимилектә |
Тасуирламаһы
үҙгәртергәМонументтың дөйөм бейеклеге — 13 метр. Скульптура бронзанан ҡойолған. Постамент формаһы — һигеҙгүҙ, ҡыҙыл граниттан эшләнгән. Абай фигураһы — хәрәкәттә. Һул ҡулына китап тотҡан, ә уң ҡулы менән ҡулбашына һалынған сапанды тотоп тора. Аҡыл эйәһенең башы күләмле башҡарылған. Йөҙө уйсан, ҡарашы киләсәккә төбәлгән. Шағирҙың фәлсәфәүи кәйефен, шәхесенең ғәҙәттән тыш булыуын фигураһының монументаллеге, һәйкәлдең пластик бөтөнлөгө һыҙыҡ өҫтөнә ала[1].
Барлыҡҡа килеүе
үҙгәртергә1950 йылдар башында Алматыла Абай һәйкәленә конкурс иғлан ителә. Уның скульпторы Хәкимйән Наурызбайев һөйләй:
Һәйкәл 1954 йылға, Абайҙың вафатының илле йыллығына ҡуйыу планлаштырыла. Шул саҡта иң яҡшы Абай образына конкурс иғлан ителә. Мин конкурста ҡатнаштым, һәм минең эшемде оҡшаттылар...Бер эшемде опера театрында ла ҡуйҙылар. Хәҙер ул ҡайҙалыр юҡҡа сыҡҡан. Уның ҡайҙалығын әйтә лә алмайым[2] |
Әммә һәйкәлде ҡуйыу 1960 йылда ғына — Абайҙың тыуыуының 115-йыллығына хәл ителә. Дәғүәселәр күп була, ләкин монумент төҙөү Наурызбаевҡа йөкмәтелә. Сөнки Абай һәйкәле ҡаланың беренсе монументы булырға тейеш, тик 13,7 м бейеклектәге һәйкәлде ҡайһы оҫтаханала эшләү һорауы килеп тыуа.
Мин ауыл хужалығы институты янындағы бөтә оҫтаханаларҙы ҡарап сыҡтым. Унда миңә тамбурға оҡшаған урын бирҙеләр. Тамбур тар ғына, әммә бейек түшәмле була. Эшселәр был урынды «мискә» тип йөрөтәләр. Һәйкәл әҙер булғас, улар миңә Абай уларҙың «мискәһендә» барлыҡҡа килеүе факты менән ғорурланғандарын әйтә[2]
|
Эш башлар алдынан скульптор Абайҙың тыуған еренә бара, урындағы аҡһаҡалдар менән аралаша, Алматыға ҡайтышлай фәндәр Академияһына уға консультант биреү тураһында үтенес менән мөрәжәғәт итә. Уға Абайҙың туғаны яҙыусы Мөхтәр Әуәзовты тәҡдим итәләр, ул Наурызбаевҡа кәңәштәр бирергә ризалаша. Һәр иртә эшкә китешләй скульптор Әуәзовтың өйөнә килә, хәҙер унда Әуәзов йорт-музейы урынлашҡан
Яҙыусы көн һайын башҡа яҙыусылар, рәссамдар, башҡа республикаларҙан килгән ҡунаҡтар менән оҫтаханаға йөрөй. Бина биҡ ҡыҫынҡы булыу сәбәпле Абайҙың йөҙөн күреү мөмкин булмай, яҙыусы барыһы ла яҡшы тип хуплап баш һелкә. Эш тамамланғас, һәйкәлде оҫтахананың ихатаһына сығаралар. Ленинград «Монумент-скульптура» заводынан белгестәр килә, улар һәйкәлде бронзанан ҡойоу өсөн алып китергә әҙерләнә. Скульптор Әуәзовҡа шылтырата, ул, ҡағиҙә булараҡ, ҡунаҡтар менән килә. Был юлы яҙыусы бөтә эште тулыһынса күреп, киҫкен тәнҡитләй. Наурызбаевтың кәйефе ныҡ ҡырыла, яҡынса ун көндән ул эште тамамлап ҡуя һәм ҡабаттан Әуәзовты саҡыра. «Бына был — Абай» — тип әйтә яҙыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Алма-Ата. Энциклопедия / Гл. ред. М. К. Козыбаев. — Алма-Ата: Гл. ред. Казахской советской энциклопедии, 1983. — С. 75. — 608 с. — 60 000 экз.
- ↑ 2,0 2,1 Георгий Хинич. Наурызбаев – первый и забытый. Памяти скульптора и нашей беспамятности // Свобода слова. — № 46 (292). — С. 22.