«Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе (Белорусь)

«Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһеБеларусь Республикаһында эшләүсе татар-башҡорт мәҙәни ойошмаһы.[1] «Шишмә» халыҡ-ара йәмәғәт ойошмаһы эшмәкәрлегенең маҡсаты: халыҡтар араһында дуҫлыҡты нығытыу, татар һәм башҡорт телдәрен, татар һәм башҡорт халҡының мәҙәни, рухи ҡиммәттәрен һәм йолаларын тергеҙеү һәм үҫтереү, Белоруссияла йәшәгән башҡорттарҙың һәм татарҙарҙың милли үҙаңын формалаштырыу. Рәсәй Федерацияһы Беларусь Республикаһында Илселеге ҡарамағындағы Рәсәй ватандаштарының Координацион советына ингән иң әүҙем бүлексәләрҙең береһе.[2]

«Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе
Нигеҙләү датаһы 1998
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Цель проекта или миссии Мәҙәни мираҫ

Хәҙерге берләшмә нигеҙен бер нисә быуат элек илгә күсеп килгән һәм совет заманында, башлыса һуғыштан һуң, күсеп килгән татарҙар тәшкил итә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса Белоруссияла 7316 татар милләтле граждан иҫәпләнә. Илдә шулай уҡ 607 башҡорт вәкиле йәшәй. Һуғыштан һуңғы осорҙа йәшәгән татарҙар ҙа, башҡорттар ҙа бер-береһен тәржемәһеҙ аңлай, уларҙың традициялары ла оҡшаш.[3]

Беларуста 1998 йылда «Шишмә» татар-башҡорт мәҙәни мираҫы халыҡ-ара йәмәғәт берекмәһе ойошторолған[4], бынан тыш Гродно татар мәҙәни үҙәге, белорус татарҙарының «Зикр ул-Китап» йәмәғәт берекмәһе эшләп килә.

«Шишмә» берләшмәһенең китапханаһы һәм видеотекаһы бар. Берләшмәлә ял көнө мәктәбе эшләй, унда татар һәм башҡорт телдәре, татар һәм башҡорт мәҙәниәте өйрәнелә. «Ләйсән» фольклор ансамбле, «Шишмә» вокаль-инструменталь ансамбле, «Гөрләүек» балалар коллективы булдырылған. Бобруйскиҙа Балалар һәм йәштәр ижады үҙәге ҡарамағында «Хореографик миниатюралар» өлгөлө балалар ансамбле эшләй, уның башҡарыуында коллектив, татар һәм башҡорт бейеүҙәре башҡарыла. Гродно ҡалаһында өлкәндәр өсөн «Күбәләк» фольклор ансамбле ойошторолған.[3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Башҡорт йәмәғәт берекмәләре исемлеге

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә