«Перовский» (бейеү)

«Перовский» бейеү — башҡорт халыҡ хәрби-һунарсылар бейеүе (яңғыҙ башҡарыла).

«Перовский»
Нигеҙләү датаһы XIX быуат
Кем хөрмәтенә аталған Перовский Василий Алексеевич
Булдырыусы башҡорт
Автор Ғәскәров Фәйзи Әҙеһәм улы
Башҡарыусы/артист Ҡарамышев[d], Дияров Кәрим Мөхәмәҙи улы, Зөбәйҙуллин Хисбулла Ғүмәр улы, Ғәбитов Риф Фәтих улы һәм Шәмсетдинов Мөхәмәт Мөхәррәм улы
Икенсе исеме «Һунарсы»
 
Зөбәйҙуллин Х.Ғ. башҡарыуында «Перовский» бейеүе

Бейеүҙең «Перовский» тигән атамаһы 19-сы быуатта барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бейеүҙең атамаһы генерал В. А. Перовский командалығында Урта Азия һәм ҡаҙаҡ далаларына хәрби походта ҡатнашыусы Йософ Ҡарамышев (Йософ-майор) сығарған «Перовский» көйөнә башҡарғанлыҡтан килеп сыҡҡан тип аңлатыла. Проффесиональ сәхнәлә тәүге тапҡыр 1932 йылда Өфөлә Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы тарафынан ҡуйыла. 1950‑се ййылдарҙа «Һунарсы» исеме аҫтында бейеүҙең камиллаштырылған варианты барлыҡҡа килә[1].

Бейеүҙең үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

«Перовский» (бейеү) — хәрби-һунарсы ирҙәр бейеүе. Бейеүгә етеҙ, киҫкен, ынтылышлы, көсөргәнешле хәрәкәттәр хас. Бейеүҙә бигерәк тә ҡул хәрәкәттәренә, һынылыштарына ҙур иғтибар бирелә. Бейеүсе ҡулдары менән берсә йәйә тарта, йә уҡ ата, йә атта саба, уға ҡамсы менән һуға, берсә осоп барған ҡоштар хәрәкәтен тасуирлай. Ҡулдарҙың һәлмәк хәрәкәте бейеүсенең шпорлы итек кейгән аяҡтарының шаҡылдатып тыпырҙауы менән ҡатнаш һүрәтләнә[1].

Бейеүҙе башҡарыусылар

үҙгәртергә

Халыҡ араһында «Перовский» бейеүен билдәле башҡарыусылар — Й. Ҡарамышев, К. Дияров, Ф. Һатлыҡов, Ф. Ғәбитов. Бейеүҙең сәхнәләге варианттары Ә. Әхмәҙиев, Ф. Ғәсҡәров, М. Иҙрисов, Х. Сафиуллин, М. Шәмсетдиновтар тарафынан һалынған. Донъя сәхнәләрендә «Перовский» бейеүен бик уңышлы итеп М, Иҙрисов, М. Шәмсетдинов, Х. Зөбәйҙуллин, Ф. Кирәйевтар башҡара[1].

Бүләктәре

үҙгәртергә

1957 йылда Мәскәү Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә бейеү өсөн һәм уны башҡарыусыға фестивалдең алтын миҙалы тапшырыла.

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  • YouTube сайтында Видео Башҡорт халыҡ бейеүе «Һунарсы» («Перовский»)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

«Перовский» көй, бейеү // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 6 август 2022)

  • Нагаева Л. И. Танцы восточных башкир. М., 1981.
  • Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.
  • «Байыҡ» телетапшырыуында «Перовский» бейеүе [1]