«Каравелла» диңгеҙ музейы
«Каравелла» диңгеҙ музейы — Янғантау шифаханаһында урынлашҡан диңгеҙ музейы. «Янғантау» геопаркы маршрутына инә.
«Каравелла» диңгеҙ музейы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Янғантау |
Почта индексы | 452492 |
Тарихы
үҙгәртергәМузей хужаһы — Рауил Саматов. Ошо ҙур коллекцияны ул Кубала хеҙмәт иткән сағында уҡ йыя башлай. Хәрби хеҙмәттән бер сумаҙан ҡабырсаҡ алып ҡайта. Һәм шул ваҡыттан диңгеҙ донъяһы менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлай. Бөгөн уның коллекцияһында 1500 экспонат иҫәпләнә һәм унда нимәләр генә юҡ: диңгеҙ гөбөргәйелдәре, крокодил, диңгеҙ һәм сөсө һыу балыҡтары, океан акулалары ҡарасҡылары, моллюскылар һәм диңгеҙ ҡусҡарҙары ҡабырсаҡтары, коралдар, диңгеҙ йондоҙҙары, диңгеҙ терпеләре, крабтар һ.б. Коллекцияла шулай уҡ Атлантик океанда тотолған һәм 1200 килограмм ауырлығында булған алты метрлы бысҡы-балыҡтың 1,5 метрлыҡ мороно, Гренландия китының 210 сантиметрлыҡ мыйығы, һәр береһе 15 килограмм тартҡан гигант Тридакна ҡабырсағы, Һиндостан диңгеҙендә Калимантан утрауы эргәһендә ауланған 1 метр оҙонлоғондағы 54 килограмлыҡ йәшел диңгеҙ гөбөргәйеле ҡарасҡыһы, алты дана диңгеҙ скаты коллекцияһы, морждың 61 сантиметрлыҡ, ике килограмлыҡ аҙау теше, тигр акулаһының ике метрлыҡ яңаҡ һөйәге. Сөсө һыуҙа йәшәүселәрҙән, Әй йылғаһында тотолған 35 килограмлыҡ йәйен, Дәүләкән районының Асылыкүл күлендә тотолған 15 килограмлыҡ шүкә башы һәм Венесуэланың ике пираньяһы. Музейҙа башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының биҙәүестәре араһында киң ҡулланылған ҡортбаштар ҙа бар. Экспонаттар араһында беҙҙең ҡасандыр Тасис диңгеҙе булған урында йәшәүебеҙҙе раҫлаған әйберҙәр ҙә бар. Был хаҡта Салауат районынан һәм күрше райондарҙан йыйылған ташҡа әйләнгән табыштар һөйләй. Уларҙың йәше йөҙәр йылдар менән иҫәпләнә, ә уникаль экземплярға — трилобитҡа (ҡатҡан диңгеҙ ҡыҫалаһы) хатта ярты миллиард йыл!
Галерея
үҙгәртергә
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Морской музей в Янгантау
- Морской музей "Каравелла"
- Экскурсии по геопарку "Янган-Тау". Морской музей Каравелла(недоступная ссылка)
- Морской музей "Каравелла" курорта "Янган-Тау" 2020 йыл 1 июнь архивланған.