«Йәш имәндәр» сауҡалығы

«Йәш имәндәр» сауҡалығы (Петр сауҡалығы) — Таганрогта тарихи парк[1], дала Рәсәйендәге беренсе яһалма ултыртылған ағастар паркы[2]. Ростов өлкәһенең тәбиғәт ҡомартҡыһы[3].

«Йәш имәндәр» сауҡалығы
Нигеҙләү датаһы 1701
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Таганрог
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 «Йәш имәндәр» сауҡалығы Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

«Йәш имәндәр» сауҡалығы Ҙур Ташбаҡа балкаһынан төньяҡтараҡ урынлашҡан һәм «Йәш имәндәр» торлаҡ массивтары һәм «Ҡыҙыл ҡаҙансы» заводы биләмәһе һәм Дзержинский урамы менән сикләнә.

1771 йылда Екатерина II указы буйынса йәш имәндәр ултыртыла. Шул ваҡытта «Имәндәр сауҡалығы» ла ойошторола (хәҙер Горький исемендәге мәҙәниәт һәм ял итеү паркы артында)


Ҙур Ташбаҡа балкаһы янында имәндәр ултыртыу тураһында документ 1771—1772 йылдарға ҡарай. 1800 йылда урмандарҙың дөйөм иҫәбен алыуҙа «Йәш имәндәр» сауҡалығы флот офицеры Акимов тарафынан Дәүләт милкенең Урман Департаменты исемлегенә инә.

1815 йылдың 2 майында Таганрог ҡала башлығы Петр Афанасьевич Папков финанс министрына «Йәш имәндәрҙе» ҡала ҡарамғына ял итеү урыны өсөн биреүҙе һәм сауҡалыҡтағы ағастарҙы һатыу өсөн ҡырҡыуҙы туҡтатыу үтенесе менән мөрәжәғәт итә. Үтенес ҡәнәғәтләндерелә һәм 1815 йылдың 2 июнендәге ҡарар менән Таганрог ҡалаһына ял итеү урыны итеп тапшырыла.

1820 йылда «Йәш имәндәр» сауҡалығында архитектор Молл кирбестән ҡарауыл йорто төҙөй. . 1825 йылға сауҡалыҡтың майҙаны 100 дисәтинә 1650 квадрат сажин тәшкил итә.

1840 йылдың декабренә сауҡалыҡты ҡала Думаһына биргәндә унда «ҙур имән — 1500 шт., ваҡтары — 255, ҙур тал — 40, алма һәм сейә — 34 шт., ҡыуаҡлыҡтар 70...» була».

1860 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Йәш имәндәр» сауҡалығы 15 дисәтинә 1730 квадрат сажин ер биләй. Был урын ҡала халҡының ял итеү урыны булып хеҙмәт итә. Йәй көндәре ваҡытлы буфет эшләй. 1859 йылда күпер, һуҡмаҡтар, эскәмйәләрҙе тәртиптә тотоу һәм үҫемлектәрҙе тәрбиәләү өсөн ҡала ҡаҙнаһынан 150 һум аҡса бүленә.

 
Сауҡалыҡта Кукольник йорто, яҡынса 1900 й.

«Йәш имәндәр» районында билдәле яҙыусы Кукольник Нестор Васильевич (1809—1868) имениеһы урынлашҡан[4]. Ҡайһы бер документтарға ярашлы, ул бында вафат булған һәм имениенан илле метр алыҫлыҡта ерләнгән[4]. Кукольниктың йорто ла, ҡәбере лә «Йәш имәндәр» сауҡалығы иҫәбенә «Ҡыҙыл ҡаҙансы» заводының ҙурайыуы арҡаһында юҡҡа сыҡҡан[4].

1898 йылда сауҡалыҡта Кукольниктың элекке имениеһы урынында шарталтҡыс матдәләр етешетереү заводы «Прометей» асыла[5]. Кукольниктың тол ҡатыны А.И. Работина Дон Ғәскәренә бында балалар приюты асыу шарты менән имениены мираҫ итеп ҡалдыра [5]. Әммә Дон Ғәскәре Өлкә идаралығы васыятты үтәмәй, ул яҙыусының имениеһын ҡуртымға тапшыра[5]. Яҡын-тирәләге дача хужалары Кукольниктың ҡатынының васыятын үтәүҙе талап итә һәм һаулыҡ өсөн хәүефле заводты урынлаштырыуға ҡаршы протест менән сығыш яһай[5]. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Дон Ғәскәре өлкә идаралығы ҡырҡа баш тарта[5].


1904 йылда сауҡалыҡта йәш имәндәр ултыртыла һәм имәндәр питомнигы ойошторола[2].

«Йәш имәндәр» сауҡалығында 1903 йылдан башлап йыл һайын маевкалар үтә. 1903 йылдың 14 июнендә эшселәрҙең сәйәси демонстрацияһы, 1905—1917 йылдарҙа революцион йыйылыш һәм митингтар үтә.


19411943 йылдарҙа немец-фашист оккупацияһы ваҡытында немецтар Миус-фронт һыҙығындағы нығытмалар өсөн сауҡалыҡтағы имәндәрҙе аяуһыҙ ҡырҡа[6], шулай уҡ суднолар төҙөү өсөн ағастарҙы Германияға оҙата[7].

1949 йылдың 29 ғинуарында ҡала советының 7-се сессияһында «Таганрогты йәшелләндереү тураһында саралар» мәсьәләһе ҡарала. Бейеклеге 30 метр, олононоң диаметры яҡынса 2 метр, сатыр әйләнәһе 16 метр самаһы булған дүрт имән кәртәләп алына[2].

1950 йылда 8 гектар майҙанда имән үҫентеләре ултыртыла, 1952 йылға ултыртыу майҙаны 30 гектарға тиклем арттырыла.

1950 йылдарҙа сауҡалыҡты баштағы ҡиәфәтендә тергеҙеү эштәре башлана, әммә уны биш ҡатлы яңы йорттар һәм ҙурая барған «Ҡыҙыл ҡаҙансы» заводы ҡыҫырыҡлай[2].


1969 йылдан 1985 йылға тиклем сауҡалыҡта мемориаль Үлемһеҙлек аллеяһы була, ул һуңынан мәктәп янындағы скверға күсерелә[8].

Парк статусы

үҙгәртергә

1978 йылда «Йәш имәндәр» сауҡалығы ҡала әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы тип танылды. Таганрог хакимиәтенең 1996 йылдың 26 мартындағы 814-се ҡарары менән «Йәш имәндәр» сауҡалығына заказник режимы менән тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә.

Ростов өлкәһе хакимиәте 2006 йылдың 19 октябрендәге «Ростов өлкәһендә тәбиғәт ҡомартҡыһы тураһындағы» 418-се ҡарары менән «Йәш имәндәр» сауҡалығына тәбиғәт ҡомартҡыһы статусы бирелә[3]. Сауҡалыҡ биләмәһе дәүләт һағы аҫтына алына[3].

2016 йылдың октябрь айында Ростов өлкәһе хакимиәте «Йәш имәндәр» сауҡалығын өлкә әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы статусынан мәхрүм итергә ниәтләй, тип хәбәр ителә[9].

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

1990 йылдар уртаһында «Йәш имәндәр» ташландыҡ хәлдә була[6].

Әлеге ваҡытта сауҡалыҡ тик 3 гектар самаһы майҙанды биләй[2].

2000 йылдар аҙағында паркҡа инеү районында коммерция күсемһеҙ мөлкәтенең теләһә нисек булған төҙөлөшө бара. Белгестәр билдәләүенсә, „Йәш имәндәр“ паркына инеү урыны ҡаплана[1].

2002 йылдан «Йәш имәндәр» биләмәһендә әленән-әле муниципаль һәм йәмәғәт ойошмалары тарафынан шәмбе өмәләре үтә, ҡороған ағастарҙы һәм сүп-сарҙы сығарыу эштәре башҡарыла[10][11]. Ғәҙәттә, бындай өмәләргә парк янында урынлашҡан мәктәп уҡыусылары йәлеп ителә[10].

Сығанаҡтары

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Марков В. А. Современные тенденции архитектуры Таганрога // Сборник научн. трудов межд. научно-практической конференции «Задачи преобразования Таганрога». — Таганрог: Ангел Руси, 2013. — С. 90.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Назаренко И. В. «Дубки» роща // Таганрог. Энциклопедия. — Таганрог: Антон, 2008. — С. 331. — ISBN 978-5-88040-064-5.
  3. 3,0 3,1 3,2 Постановлением Администрации РО № 418 от 19.10.2006 «О памятниках природы Ростовской области» // docs.cntd.ru. — 2006. — 19 окт.
  4. 4,0 4,1 4,2 Таганрожец Нестор Васильевич Кукольник 2016 йыл 5 март архивланған. // Николаенко А. Н. В. Кукольник и Таганрог: Сборник публикаций. — Таганрог: 1998. — С. 3-13.
  5. 5,0 5,1 5,2 5,3 5,4 Николаенко А. Завод взрывчатых веществ 2013 йыл 2 октябрь архивланған. // Таганрогский вестник. — 1995. — 10 июня. — С. 5.
  6. 6,0 6,1 Кукушин В. С. История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГо, 1996. — С. 160. — ISBN 5-88616-027-2.
  7. Таганрог. Путеводитель. — Ростов н/Д: Омега Паблишер, 2013. — С. 82.
  8. Аллея Бессмертия. Исторический Таганрог. Дата обращения: 5 март 2017. 2017 йыл 6 март архивланған.
  9. Проницательный Г. В Таганроге над рощей «Дубки» нависла угроза потери областного статуса // www.ruffnews.ru. — 2016. — 10 окт.
  10. 10,0 10,1 Собств. корр. Таганрожцы благоустроили рощу «Дубки»(недоступная ссылка) // www.tagancity.ru. — 2013. — 21 сент.
  11. Булейко А. Чистая суббота // Таганрогская правда. — 2016. — 12 окт. — С. 1-2.