«Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте, Эстония

«Ағиҙел» башҡорт йәмғиәтеЭстонияла эшләп килгән башҡорт мәҙәни ойошмаһы. 2000 йылда ойошторолған.

«Ағиҙел» башҡорт йәмғиәте, Эстония
Нигеҙләү датаһы 2000
Нигеҙләүсе Хайруллина Флүзә
Дәүләт  Эстония

Ойошманың эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

«Ағиҙел» башҡорт мәҙәни ойошмаһы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2007), III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры (2015) Хәйруллина Флүзә Тимерғәзим ҡыҙы.

Ойошма эшләгән осорҙа Эстонияның иң абруйлы мәҙәни берләшмәләрҙең береһенә әйләнде. «Ағиҙел» йәмғиәте коллективы Эстония байрамдарының даими ҡатнашыусыһы. Йәмғиәт ағзалары эстондарға башҡорт йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтә.[1] Ойошма йыл да Эстонияла Салауат Юлаев көндәрен үткәрә.

Башҡорт йәмғиәте булышлығы менән 2014 йылда башҡорт халҡының милли батыры Салауат Юлаевтың һуңғы төйәге булған Эстония республикаһында Эстонияның аҙ һанлы милләттәре берләшмәһе, Палдиски ҡалаһының ҡала хакимиәте һәм «Урал» мәрхәмәтлек фонды ярҙамында Салауат Юлаев. Эстония хәтерләй китабы донъя күрә. Салаут Юлаев тураһында әҫәрҙәрҙе эстон теленә Илнур Хайруллин тәржемә итә. Салауат Юлаев шиғырҙарын эстон шағирҙары Ли Сеппель һәм Андрес Эхин тәржемә итә.

Китапта Салауат Юлаев биографияһы, Емельян Пугачев етәкселегендә восстаниела ҡатнашыуы турыһында материалдар урын ала. Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» драмаһы, Салауат Юлаевтың Эстлянд губернаһы Рогервик ҡәлғәһендә (хәҙәрге Палдиски ҡалаһында) һөргөндәге ваҡыты менән бәйле архив материалдары, фотодокументтар күрһәтелгән. Китаптың беренсе баҫмаһы тиҙ арала тарлып бөтә. Тиҙҙән икенсе баҫмаһы сыға.[2]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

«Всемирный курултай (конгресс) башкир»