Төп менюны асырға

«Перовский» бейеүе — башҡорттарҙың һунарсы — хәрби ирҙәр бейеүе (Перовский).

Викидатала элемент тултырылмаған

ТарихыҮҙгәртергә

Бейеүҙең «Перовский» тигән атамаһы 19-сы быуатта барлыҡҡа килә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, бейеүҙең атамаһы генерал В. А. Перовский командалығында Урта Азия һәм ҡаҙаҡ далаларына хәрби походта ҡатнашыусы Йософ Ҡарамышев (Йософ-майор) сығарған «Перовский» көйөнә башҡарғанлыҡтан килеп сыҡҡан тип аңлатыла.

Бейеүҙең үҙенсәлектәреҮҙгәртергә

«Перовский» бейеүе — хәрби, һунарсы ирҙәр бейеүе. Бейеүгә ныҡ энергия, ирҙәрсә, киҫкен, тиҙ, ынтылышлы, көсөргәнешле хәрәкәттәр хас. Бейеүҙә бигерәк тә ҡул хәрәкәттәренә, һынылыштарына ҙур иғтибар бирелә. Бейеүсе ҡулдары менән берсә йәйә тарта, йә уҡ ата, йә атта саба, уға ҡамсы менән һуға, берсә осоп барған ҡоштар хәрәкәтен тасуирлай. Ҡулдарҙың һәлмәк хәрәкәте бейеүсенең шпорлы итек кейгән аяҡтарының шаҡылдатып тыпырҙауы менән ҡатнаш һүрәтләнә.

Бейеүҙе башҡарыусыларҮҙгәртергә

Халыҡ араһында «Перовский» бейеүен билдәле башҡарыусылар — Ҡарамышев, К. Дияров, Ф. Һатлыҡов, Ф. Ғәбитов. Бейеүҙең сәхнәләге варианттары Ә. Әхмәҙиев, Ф. Ғәсҡәров, М. Иҙрисов, Х. Сафиуллин, М. Шәмсетдиновтар тарафынан һалынған. Донъя сәхнәләрендә «Перовский» бейеүен бик уңышлы итеп М, Иҙрисов, М. Шәмсетдинов, Х. Зөбәйҙуллин, Ф. Кирәйевтар башҡара.

БүләктәреҮҙгәртергә

1957 йылда Мәскәү Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә бейеү өсөн һәм уны башҡарыусыға фестивалдең алтын миҙалы тапшырыла.

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

Нагаева Л. И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

ҺылтанмаларҮҙгәртергә

Нагаева Л. И. Танцы восточных башкир. М., 1981.

Башкортостан. Краткая энциклопедия. Уфа, 1996.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә