X быуат славян ауылы

« X быуат славян ауылы» (йәки «Славян ауылы») — Новгород өлкәһендә Любытино ҡала тибындағы ҡасабала асыҡ һауала этнографик интерактив парк- музей. X быуат славян ауыл биләмәһен тергеҙә. Новгород өлкәһенең «иң үҫешкән туристик үҙәге» иҫәбенә инә[1].

X быуат славян ауылы
Рәсем
Эшмәкәрлек төрө Рәсәй тарихы, история Древней Руси[d] һәм древние славяне[d]
Дәүләт  Рәсәй
Урын Любытино[d] һәм Новгород өлкәһе
Рәсми асылыу датаһы 2006
Рәсми сайт lubturism.ru

«X быуат славян ауылы» тере тарих музейы «Төпкөл Русь» проекты сиктәрендә төҙөлгән, авторҙары Любытино тирә яҡты өйрәнеү музейы, Новгород дәүләт университеты, Новгород боронғолоҡто яратыусылар йәмғиәте һәм Любытино районы хакимиәте. Тораҡ һәм хужалыҡ ҡоролмалары комплексын төҙөү проектының нигеҙе Любытино, Иҫке Ладога, Бөйөк Новгород һәм боронғо Рустең башҡа үҙәктәрендәге күп йыллыҡ ҡаҙыуҙар һәм археологик тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе була[2].

«Славян ауылын» төҙөү Любытино яҡты өйрәнеү музейы директоры Андрей Ивановтың 2005 йылда президент грантын алыу менән башлана[2]. Объект төҙөлөшө 2006 йылдан 2008 йылға тиклем алып барыла[3].

«X быуатта славян ауылы» Любытино яҡты өйрәнеү музейында стационар күргәҙмә булып тора[4].

Урын үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

Мста йылғаһының урта ағымында һәм уның тирә-яҡтарында бер нисә квадрат километр территорияла урта быуат археология ҡомартҡылары комплексының береһе урынлашҡан (V—XI быуаттар)[3].

 
Ҡәбер сусағы.
Любытино археология ҡурсаулығы

X быуатта хәҙерге Любытино районы биләмәһендә Новгород ерҙәренең бер административ үҙәге барлыҡҡа килә. 947 йылда шунда, төбәк кешеләрен буйһондороу маҡсатында, княгиня Ольга поход ойоштора[2]. Хәҙерге Любытино биләмәһендә, Ольга, Новгород ерҙәре составына ингән, кенәз погосына нигеҙ һала[5].

Любытино археология ҡурсаулығы

үҙгәртергә

Урындың археология әһәмиәтенә эйә булыу сәбәпле Новгород өлкәһе башҡарма комитетының № 177 ҡарары менән 1986 йылдың 21 апрелендә Любытинола тәүге археология ҡурсаулығы ойошторола[6][7]. Уның күләме — яҡынса 3,5х10 км[8]. Был ҡурсаулыҡтың булдырыу маҡсаты — уникаль боронғо ҡомартҡыларҙы һаҡлау һәм тарихты популярлаштырыу[9].

«X быуат славян ауылы» Мсты йылғаһы, археология ҡурсаулығы территорияһында, үҙ эсенә ҡурғанды, ерләү майҙанын һәм ултыраҡты алған ысын археологик объект урынында төҙөлә[3].

Экспозицияһы

үҙгәртергә
 
Воймерицкий тәреһе (күсермәһе).
X быуатта славян ауылы

Экспозиция нигеҙен төрлө типтағы дүрт славян торлаҡ йорт һәм хужалыҡ ҡаралтылары — амбар, келәт, ырҙын, тимерлек, икмәкхана, мал өсөн ялан кәртә тәшкил итә. Интерьерҙа көнкүреш һәм хужалыҡ әйберҙәре күсермәләре урынлаштырылған[3].

Славян ауылы биләмәһендә 2013 йылдың 25 майында Воймерицкий тәреһе күсермәһе төҙөлә. Уның бейеклеге — 188 см, арҡыры бүрәнәһе оҙонлоғо — 88 см. Күсермәне «Славон делале» Любытино яҡты өйрәнеү музейы проекты сиктәрендә Новгородтың бер предприятиеһы эшләй[3][10].

Төҙөү үҙенсәлектәре

үҙгәртергә

«Славян ауылының» торлаҡ һәм хужалыҡ ҡаралтылары ҡәтғи X быуат технологияларына ярашлы төҙөлә. Материалдары — бүрәнә, туҙ, ағас тамырҙары, мүк, кәҫ. Ҡоролмаларҙа тәҙрәләр, түшәмдәр юҡ, ишектәр тәпәш, вентиляция сифатында — ҡышҡы ваҡытта максималь йылылыҡты һаҡлау өсөн бәләкәй төнлөктәр[11][12].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Иванова Татьяна Жемчужины Земли Новгородской (русский) // Эксперт. Северо-Запад : Журнал. — 2016.
  2. 2,0 2,1 2,2 Славянская деревня как туробъект (русский) // Эксперт. Северо-Запад : Журнал. — 2007.
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 Иванов А. Русь глубинная (русский) // «Введенская сторона». Журнал для школьников, учителей и родителей. — 2013.
  4. Информация на сайте. Культура.РФ. Дата обращения: 10 февраль 2020.
  5. Информация о Славянской деревне X века. Novgorod.ru. Novgorod.ru. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  6. Информация о Славянской деревне X века. Novgorod.ru. Novgorod.ru. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  7. Информация на сайте. lubytino.ru. Администрация Любытинского муниципального района. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  8. Информация на сайте. Tropki.ru. Tropki.ru. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  9. Достопримечательности и инфраструктура. Lubytino.ru. Администрация Любытинского муниципального района. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  10. Белоглазова Галина В Новгородской области откроют копию Воймерицкого креста // Российская газета. Северо-Западный федеральный округ : Газета. — 2013.
  11. Летягин Андрей. Славянская деревня X века воссоздается в Новгородской области. РИА Новости (3 август 2008). Дата обращения: 20 февраль 2020.
  12. Информация на сайте. Администрация Любытинского муниципального района. Дата обращения: 10 февраль 2020.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Сайт парка-музея «Славянская деревня Х века» (неопр.). Lubturism.ru. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  • Музей «Славянская деревня» (неопр.). Викимапия. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  • Страница культурно-просветительского музейного центра «Славянская деревня Х века» (неопр.). iPetersburg.ru. Дата обращения: 10 февраля 2020.
  • Страница Археологического заповедника в Любытино (неопр.). Prigorod.info. Дата обращения: 10 февраля 2020.