Taobao

Ҡытай интернет-магазины

Taobao.com (ҡыт. трад. 淘寶網, упр. 淘宝网, пиньинь: Táobǎo Wǎng) —  һуңғы ҡулланыусыға төбәлгән интернет-магазин.  Сайт C2C  системаһы («ҡулланыусы ҡулланыусы өсөн», йәғни ҡулланыусылар араһындағы электрон сауҙа формаһы) буйынса эшләй.  Был осраҡта  Taobao.com сайты һатыусы менән һатып алыусы араһында аралашсы булып тора. Alibaba Group  компанияһы тарафынан айырым һатып алыусылар менән бик күп һанлы һатыусылар араһында килешеүҙәрҙе еңелләштереү маҡсатында төҙөлә.  

Taobao
Тармаҡ электронная коммерция[d] һәм интернет-торговля[d]
Нигеҙләү датаһы 2003
Логотип
Нигеҙләүсе Джек Ма[d]
Хужаһы Alibaba Group
Баш компания (ойошма, предприятие) Alibaba Group
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Ханчжоу[d], Ҡытай
Әҫәрҙең теле Ҡытай теле
Таратыусы Microsoft Store[d], Google Play[d] һәм App Store[d]
Рәсми сайт taobao.com[1]
Ранг Alexa 10[2]
Маска URL для поиска https://s.taobao.com/search?initiative_id=staobaoz_20181222&q=$1

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Taobao'ла тауарҙарҙың киң ассортименты — кейем-һалым һәм  аксессуарҙар, аяҡ һәм баш кейеме, көнкүреш техникаһы һәм башҡа халыҡ ҡулланыуы тауарҙары тәҡдим ителә,  яңылары ла, тотонолғандары ла һатыла.  Тауарҙы алдан билдәләнгән хаҡ менән дә, килешелгән хаҡҡа ла, аукцион аша ла һатырға мөмкин. Теркәлеү өсөн элек Ҡытай операторының телефон  номеры  һәм  Ҡытай банкында иҫәп банк булыу мотлаҡ ине.

Dangdang.com һәм 360buy.com компаниялары Taobao.com  компанияһының көнәркәштәре булып тора.

2014 йылдың ғинуарына Taobaoла донъяның теләһә ҡайһы иленән теләгән бер кеше теркәлә ала. Теркәлергә теләгән кешенең үҙе йәшәгән илдәге мобиль телефонын күрһәтеүе етә. Аккаунтты әүҙемләштереү өсөн шул номерға хәбәр килә. Тауар хаҡы   Visa картаһы аша түләнә. Taobao'нан башҡа илдәргә тауар оҙатыу мәсьәләһе һорау аҫтында ҡала.  

2008 йылда  әйләнеш  99,96 млрд юань (15 млрд самаһы АҠШ доллары ) тәшкил итә, Ҡытай интернет-магазиндары баҙарында бөтә һатыуҙарҙың 80 проценты  Taobao  өлөшөнә төшә[3].

2011 йылға ҡарата Taobao онлайн-һатыуҙар баҙарының 80 процентын биләй, ә теркәлгән ҡулланыусылар һаны 370 миллион була[4].

«Синьхуа ньюс» хәбәрселәре мәғлүмәттәренә ярашлы, 2012 йылда Taobao менән  Alipay түләү системаһының әйләнеше бер  триллион юангә етә, был  eBay менән Amazon әйләнешенә тиң була[5]

2011 йылдың июнендә ваҡытлы матбуғат сараларында  Alibaba Group компанияһының компанияны өскә бүлеп үҙгәртергә йыйыныуы тураһында хәбәр баҫылып сыға. Бының төп маҡсаты тип конкуренцияға һәләтлелекте арттырыу һәм бизнесты алып барыуҙың төрлө моделдәрен үҫтереү билдәләнә.  

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. (unspecified title)
  2. Alexa Internet (ингл.) — 1996.
  3. Доклад о развитии китайского сектора интернета. ??? (???). Дата обращения: ???. Архивировано 9 апрель 2012 года. 2012 йыл 29 февраль архивланған.
  4. Ma is splitting Taobao into three companies. China Daily (17 июнь 2011). Дата обращения: 23 июнь 2011. Архивировано 9 апрель 2012 года.
  5. 阿里巴巴:商业模式创新引领者 (китайский)

Һылтанмалар

үҙгәртергә