Procter & Gamble
The Procter & Gamble Company (әйтелеше Проктэр энд Гэмбл), P&G (NYSE: PG 2008 йыл 3 октябрь архивланған.) — АҠШ-тың трансмилли компанияһы, донъя ҡулланыу тауарҙары баҙары лидерҙарының береһе. Fortune 500 исемлегендә 22-се урынды биләй, килем күләме һәм баҙар капитализацияһы буйынса АҠШ-та иң алдынғы компаниялар араһында. P&G донъяла иң күп реклама биреүселәрҙән һанала, рекламаға 8 млрд долларҙан ашыу тотона. Штаб-фатиры Цинциннатиҙа (Огайо штаты) урынлашҡан.
The Procter & Gamble Company | |
ингл. Procter & Gamble | |
Тип |
Асыҡ компания |
---|---|
Листинг на бирже | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләүсе |
Уильям Проктер һәм Джеймс Гэмбл |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Алан Джордж Лафли |
Тармаҡ |
Ҡулланыу тауарҙарын етештереү |
Продукция |
Tide, Ariel, Braun, Duracell, Pampers, Gringles, Wella һәм тағы 40-ҡа яҡын бренд |
Әйләнеш |
▼ $78,9 млрд (2010)[1] |
Операцион килем |
▼ $16,123 млрд |
Килем |
▲ $13,436 млрд |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
121 мең[2] |
Сайт | |
Procter & Gamble Викимилектә | |
P&G-дың Рәсәйҙәге вәкиллеге 1991 йылда асыла, 4 төбәк офисы һәм 3 заводы бар. Рәсәйҙәге төп офисы Мәскәүҙә урынлашҡан.
Тарихы
үҙгәртергә1837 йылда шәм яһаусы Уильям Проктер һәм һабын ҡайнатыусы Джеймс Гэмбл тарафынан асыла. 1859 йылға уҡ $1 миллионлыҡ тауар һатыуға өлгәшә.
2003 й. сәс тәрбиәләү кәрәк-ярағы сығарыусы Wella немец компанияһын һатып ала. 2005 йылда Procter & Gamble 56 млрд. долларға Gillette компанияһын ала. Һөҙөмтәлә P&G ҡулланыу тауарҙары һатыу буйынса, Unilever'ҙы үтеп, донъяла иң ҙур компанияға әйләнә.
Милекселәре һәм етәкселеге
үҙгәртергәКомпания асыҡ булып тора, акциялары Нью-Йорк фонд биржаһында әйләнә һәм сәнәғәт буйынса Доу-Джонс индексын иҫәпләгәндә ҡабул ителә. P&G 2006 йылдың 25 сентябренә баҙар капитализацияһы — $196 млрд самаһы (донъя компаниялары араһында тәүге егерме иҫәбендә).
Директорҙар советына 13 кеше инә, улар араһында - American Express һәм Boeing кеүек компанияларҙың топ-менеджерҙары. Дүрт комитеттан тора:
- аудит комитеты;
- идара итеү һәм корпоратив яуарлылыҡ комитеты;
- компенсациялар һәм үҫеш комитеты;
- инновациялар һәм технология комитеты.
Директорҙар советы рәйесе — Алан Лафли (Alan G. Lafley), компанияның генераль директоры һәм президенты — Роберт Макдональд (Robert McDonald).
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергә2010 йылдың 1 июленә компания эшмәкәрлегенең төп өс йүнәлеше була:
- P&G Beauty & Grooming («матурлыҡ һәм үҙеңде тәрбиәләү»)
- P&G Household Care («йорт өсөн тауарҙар»)
- P&G Health & Well-Being («сәләмәтлек һәм сәләмәт йәшәү рәүеше»)
Компанияның 4 функциональ департаменты бар:
- Global Business Units (GBUs) — глобаль кимәлдә ҡулланыусылар, брендтар һәм конкуренттар менән эшләү. Инновациялы яңылыҡтарҙы индереү, килем һәм инвесторҙарға күрһәткестәр әҙерләү менән мәшғүл.
- Market Development Organizations (MDOs) — ҡулланыусыны ентекләп өйрәнеү, глобаль инициативаларҙы урындарҙа ҡулланыу өсөн яуаплы.
- Global Business Services (GBS) — P&G бизнесы өсөн яуаплы.
- Lean Corporate Functions (CF) — функциональ инновациялар индереү һәм ойоштороу мөмкинлектәрен яҡшыртыу менән шөғөлләнә.
Продукцияһы
үҙгәртергәP&G - брендтарға идара итеү системаһына нигеҙ һалған компания[3]. 1931 «бренд-менеджмент» термины тәүләп компанияның реклама бүлеге хеҙмәткәре Нейл МакЭлройҙың эш ҡағыҙында ҡулланыла. Әле компанияның 23 бренды бар, улар аҫтында донъяла 1 миллиард АҠШ доллары күләмендә тауар һатыла, тағы 20 бренд продукцияһын һатыу күләме 500 миллион доллар тәшкил итә. Ошо43 бренд компанияны үҫтереүсе локомотив булып тора һәм йыл һайын һатыу күләмен 10 %-ҡа арттыра[4].
Компанияның төп брендтары:
- йыуыу һәм таҙартыу саралары: Fairy, Tide, Ariel, «Миф», Ace, Mr. Clean, Lenor, Comet, Fairy Oxi, Mr. Proper, Dreft,
- балалар аҫлыҡтары: Pampers, ҡатын-ҡыҙ гигиенаһы тауарҙары: Always, Alldays, Tampax, Discreet, Naturella, сәс тәрбиәләү саралары: Wash & Go, Head & Shoulders, Pantene, Shamtu, Herbal Essense, Wella, Londa, тән тәрбиләәү саралары һәм парфюмерия: Camay (2015 й. тиклем), Safeguard, Secret, Old Spice, Olay, Hugo Boss (Hugo Boss AG лицензияһы буйынса), Dolce&Gabbana, Gucci, Mexx, Baldessarini, ауыҙ тәрбиәләү саралары: Blend-a-Med, Oral-B, Crest, косметика саралары: Cover Girl, Max Factor, бритвалар: Gillette, Venus, батарейкалар: Duracell, көнкүреш техникаһы: Braun, ҡәһүә: Folgers, һуттар, хайуан аҙыҡтары: Iams, Eukanuba һ.б.
Конкуренттары
үҙгәртергәProcter & Gamble'дың төп конкуренттары — көнкүреш химияһын һәм шәхси гигиена тауарҙарын глобаль етештереүселәр:
- Colgate-Palmolive — теш пасталары һәм щёткалары (Colgate, Elmex), һабын һәм душ өсөн гель (Palmolive), дезодоранттар (Mennen, Lady Speed Stick), хайуан аҙыҡтары (Hill’s), көнкүреш химияһы (Ajax)
- Unilever — шампунь (Clear, Sunsilk), теш пасталары (Signal), дезодоранттар (Rexona, Axe), һабын һәм душ өсөн гель (Dove)
- L’Oreal — шампунь (Fructis, Elseve), тирене тәрбиәләү (L’Oreal Paris), косметика (Maybelline), дезодоранттар (Garnier), сәс тәрбиәләү саралары (Studio Line), сәс буяуҙары (L’Oreal Paris)
- Schwarzkopf / Henkel — сәс тәрбиәләү саралары (Taft, got2b), сәс буяуҙары (Palette), шампунь (Schauma, Gliss Kur), дезодоранттар, душ өсөн гель, һабын (Fa), тире тәрбиәләү (Diademine)
- Henkel — кер йыуыу порошоктары (Persil, Losk, Deni, Пемос), кер өсөн кондиционерҙар (Ласка, Vernel), һауыт-һаба йыуыу саралары (Пемолюкс, Pril), көнкүреш химияһы(Bref)
- Reckitt Benckiser — ағартҡыстар һәм йортто таҙартыу саралары (Vanish, Cillit, Harpic), йүткереүҙән сара (Strepsils), депиляция саралары (Veet)
- Kimberly-Clark — ҡатын-ҡыҙҙар гигиенаһы (Kotex), бер ҡулланыулы аҫлыҡтар (Huggies), бәҙрәф ҡағыҙы (Cottonelle)
Эшмәкәрлек күрһәткестәре
үҙгәртергәКомпанияла 80 илдә бөтәһе 130 мең хеҙмәткәр эшләй.
Компанияның капиталлашыуы - $218 млрд.[5]
Йыллыҡ әйләнештең 47 %-ы йорт һәм ғаилә өсөн тауарҙарға тура килә. 28 % - beauty йүнәлешендә (декоратив косметика, дезодоранттар, парфюмерия, сәс, тире тәрбиәләү саралары, ҡырыныу кәрәк-ярағы).
Procter & Gamble глобаль косметика баҙарының 10 %-ын биләй.[6]
Хәйриәлек
үҙгәртергәКомпания «Йәшә, Уҡы һәм Сәскә ат» (Live, Learn, and Thrive) тигән үҙ хәйриәлек инициативаһын тормошҡа ашыра. Уға 60 илдәге 100-ләгән программа инә: Африкала вакцинациялау һәм эсәр һыу, Латин Америкаһында иртә йәштән үҫеш программалары, Һиндостанда мәктәптәр һ.б. Компания шулай уҡ һәләкәттәргә, бәлә-ҡазаға тарыған төбәктәргә ярҙам итә (Сычуань провинцияһында ер тетрәү). «Йәшә, Уҡы һәм Сәскә ат» инициативаһы АҠШ хөкүмәте кимәлендә билдәләнә, P&G үҙ хәйриәлек программаһы менән таныштырыу өсөн Барак Обаманың президент хакимиәтенең хәйриәлек программаһына саҡырылған берҙән-бер компания була.[7]
Procter & Gamble Рәсәйҙә
үҙгәртергәProcter & Gamble Рәсәйҙә 1991 йылдан бирле эшләй. Бөгөн компания үҙ продукцияһын дүрт производство объектында етештерә:
- Новомосковскиҙа (Тула өлкәһе) «Проктер энд Гэмбл-Новомосковск» көнкүреш химияһы комбинаты ЯСЙ, Ariel, Tide, «Миф», Tix, Ace, Lenor, Comet, Fairy, Mr.Proper таҙартыу һәм йыуыу сараларын, балалар өсөн Pampers бер ҡулланыулы аҫлыҡтар етештерә;
- Дзержинскиҙа (Түбәнге Новгород өлкәһе) «Капелла» ЯСЙ, сәс һәм тән тәрбиәләү саралары: Shamtu шампундәре, Wella һәм Londa сәс тәрбиәләү саралары, Camay душ өсөн гелдәре етештерә.
- Санкт-Петербургта «Петербург Продактс Интернешнл» ЯАЙ, бер ҡулланыулы ҡырыныу станоктары, алмаш картридждар һәм ҡәҙимге ике яҡлы Gillette лезвиеларын етештерә;
- Мәскәүҙәге "Свобода" косметика берекмәһе" ААЙ Camay һәм Safeguard һабынын, душ өсөн гелдәр, blend-a-med теш пасталарын етештерә.
Компанияның Мәскәүҙә 4 офисы һәм төбәктәрҙә 4 вәкиллеге (Санкт-Петербург, Новосибирск, Дондағы Ростов, Екатеринбург) бар.
Компания етәксеһе әйтеүенә ҡарағада, Рәсәйҙә Procter & Gamble һатыуҙары йылына $1 млрд тәшкил иткән (2008 й. — $2 млрд)[6][8].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Annual report 2010
- ↑ 2013 Annual Report (PDF)
- ↑ The Birth of Brand Management: Branding Strategy Insider
- ↑ P&G 2009 AR Brand Building, Tangible Assets, Innovation 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Procter & Gamble получил расценку «неуд», газета «Коммерсантъ», № 1 (3818), 14.01.2008.
- ↑ 6,0 6,1 Косметический ремонт — Sostav.ru: Статьи о рекламе, маркетинге, PR
- ↑ PG.com Live, Learn and Thrive: team building, employee engagement
- ↑ Ведомости, №: 182 (1709), 28 сентября 2006