Криммль шарлауыҡтары

(Krimml Waterfalls битенән йүнәлтелде)

Криммль шарлауыҡтары (нем. Krimmler Wasserfälle) — дөйөм бейеклеге 380 метр (1,247 фут) булған Австрияның иң бейек шарлауыҡтары .[3] Шарлауыҡтар Зальцбургта Юғары Тауэрн милли паркында Криммль ауылы янында Криммлер-Аче йылғаһы буйында урынлашҡан .

Криммль шарлауыҡтары
нем. Krimmler Wasserfälle
Рәсем
Һыу йыйыу бассейны бассейн Дуная[d]
Дәүләт  Австрия
Административ-территориаль берәмек Кримль[d]
Находится в охранной зоне Высокий Тауэрн[d]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1090 метр
Мираҫ статусы Natural monument in Salzburg state[d][1]
Бейеклеге/буйы 380 метр[2]
Рәсми сайт wasserfaelle-krimml.at
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Krimml from Krimml Waterfalls[d]
Карта
 Криммль шарлауыҡтары Викимилектә

Шарлауыҡтар

үҙгәртергә

Криммль күп кимәлле киртләсле шарлауыҡ. Һыу ағымы Аче үҙәненең киртләстәре тау түбәһенән башлана һәм өс киртләс аҫҡа ағып төшә. Шарлауыҡтың үрге киртләсе 140 метр, уртасаһы 100 метр, түбәндәгеһе 140 метр. Диңгеҙ кимәленән иң бейек нөктәһе 1470 метр.

Һыу ағымы

үҙгәртергә

Криммль шарлауығының һыу ағымы ямғырҙарға һәм миҙгел үҙгәреүенә бәйле. Июнь — июлдә уның һыу сығымы 20,000 м³/сәғ (сәғәтенә 5.28 миллион голлон), ә февраль айында 500 м³ / сәғ (сәғәтенә 0.13 миллион голлон)). Иң ҙур һыу сығымы 1987 йылдың 25 авгусында теркәлгән, ул ваҡытта һыу сығымы 600 000 м³ / сәғ йәки сәғәтенә 160 миллион голлон тәшкил иткән..

Шарлауыҡ Зальце йылғаһына ҡоя, артабан Инн йылғаһына һәм Дунайға ҡушыла. Һәм, ниһәйәт Ҡара диңгеҙгә ҡоя.

Туристар шарлауыҡты килеп күрһен өсөн Игнац фон Кюрзингер тауҙың өҫкө яғына һуҡмаҡ эшләй. 1879 йылда Австрияның Альп клубы панорама күренешен яҡшыртыу өсөн юлды яҡшырта. Шарлауыҡты күрергә йылына 400 меңгә яҡын турист килә. Томан, һыу сәсрәүе мүк, лишайниктар һәм абағалар өҫеше өсөн идеаль шарттар тыуҙыра. Шарлауыҡ тирәләй ҡоштарҙың 62 төрө йәшәй.[4]

Юл хәрәкәте һәм урындағы юлдың йыуылыуы урындағы ауыл халҡына кире йоғонто яһай.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://service.salzburg.gv.at/ins/schutz/displayext.do?nummer=303
  2. https://www.worldwaterfalldatabase.com/index.php/waterfall/68
  3. Bryan Swan & Dean Goss. Tallest Waterfalls of Austria. World Waterfall Database (2004). Дата обращения: 13 август 2008.
  4. Кримль, листовкалар, мәғлүмәт туристик Кримла ала.

Һылтанмалар

үҙгәртергә