Ҡандалалар

(Hemiptera битенән йүнәлтелде)

Ҡандалалар (лат. Heteroptera) — ярым ҡаты ҡанатлылар (Hemiptera) отрядындағы аҫ отряд бөжәктәре. 50 ғаилә 40 мең төрҙө үҙ эсенә ала. Рәсәй ҙен Алыҫ Көнсығышында 800 төро билдәле[1]; Кеше ҡаны менән туҡланған йорттағы паразит бөжәк[2].

Ҡандалалар
Acanthosoma labiduroides инә заты
Acanthosoma labiduroides инее заты
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Heteroptera Latreille, 1810

Инфраотряд

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр

Ҙурлығы буйынса 1 мм-ҙан 10 см-ға тиклем етеүе мөмкин. Йыш ҡына күренеп торған сағыу төҫтә булалар. Отряд үҙенең икенсе исемен алғы ҡанаттары яртылаш ҡаты хитин менән, ҡанаттарының икенсе өлөшө ярылы һәм тамырсыҡлы булғаны өсөн бирелгән. Ҡандаланың сәнәүсе-һурыусы ауыҙ аппараты ныҡ үҫешкән. Хайуан ҡаны һәм үҫемлек һуты уларҙың аҙығы булып тора. Хайуан тәне яраһына эләккән төкөрөк ҡан ойошоуға камасаулай.

Ҡандала бер нисә тиҫтә йомортҡа һала, 200-гә етеүе мөмкин. Уларҙың үҫеше әүерелеүҙәрһеҙ була. Тышҡы паразиттары күп түгел.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ҡалып:Книга:Определитель насекомых дв-2
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  • Клопы // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  • Настоящие полужесткокрылые Европейской части СССР. Определитель и библиография, М. — Л., 1951; *Полужесткокрылые, в кн.: Животный мир СССР, т. 1—5, М. — Л., 1936—58.
  • Латюшин В. В. Хайуандар. Дөйөм белем биреү учреждениелары өсөн дәреслек. — Өфө.: Китап. 2011. ISBN 978-5-295-05368-9

Һылтанмалар

үҙгәртергә