El Nafeza (йәки El Nafeza Foundation, «Тәҙрә») — ярлы халыҡ араһында эш менән булышлыҡты күбәйтеүҙе һәм илдә экологик хәлде яҡшыртыуҙы үҙенең маҡсаты итеп ҡуйған Мысырҙа урынлашҡан социаль предприятие. Дөгө һаламы, нил томбойоҡтары һәм банан һабаҡтары кеүек ауыл хужалығының етештерелгән ҡалдыҡтарынан эшләнгән ҡағыҙҙан предприятие сифатлы төҫлө әйберҙәр эшләй. Икенсе ерҙәрҙә яҡшы эш табырға мөмкинселектәре әҙ булған ярлыларҙы El Nafeza уҡыта һәм эшкә урынлаштыра. Ойошма ҡағыҙ етештереүе технологияһына ярыл ауыл райондарында йәшәгән кешеләрҙе өйрәтеп, уларҙы традицион булмаған табыш сығанағы менән тәьмин итә. Был эштәрҙә күбеһенсә ҡыҙыҡайҙар, ишетмәгән, һөйләшә алмаған кешеләр эшләй. Ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һауаның сифатлығын яҡшыртыуына килтереүҙә һәм климат үҙгәреүенә ҡаршы көрәшеүҙә ҙур роль уйнай[1][2][3][4][5][6].

El Nafeza
Тип

коммерциялы булмаған ойошма

Нигеҙләү йылы

2002

Нигеҙләүселәр

Мохамед Абу эль-Нага

Урыны

Ҡаһирә, Мысыр

Эшмәкәрлек өлкәһе

ҡағыҙ һәм һынлы сәнғәт әйберҙәре етештереү өлкәһендә социаль эшҡыуарлыҡ

Төҫлө әйберҙәр (яҙыу өсөн китаптар, фотоальбомдар, рамкалар сумкалар, бүләк ҡумталары, абажурҙар, канцеляр ҡағыҙҙар, папкалар һәм конверттар) эшкәртелгән сеймалдан тәбиғи төҫтәр ҡушылып эшләнә. Шулай уҡ El Nafeza мысыр ҡағыҙын етештереү элекке технологияларын популярлаштырыу маҡсаты менән һөнәрселәр өсөн семинарҙар үткәрә. Дөгө һаламынан кеүек ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан ҡулдан ҡағыҙ етештереү сәнғәтен популярлаштырған яҡын көнсығышта берҙән-бер предприятие була. Иҫке Ҡәһирәлә урынлашҡан төп офистан, уҡыу үҙәгенән һәм төп етештереүҙән башҡа, El Nafeza компанияһының Ҡәһирәлә, Александрияла, Юғары Мысырҙа офистары һәм цехтары бар, ә Кенияла ауыл хужалығы ҡалдыҡтарынан ҡағыҙ эшләгән бүлексәһе бар. Ашока фонды һәм һынлы сәнғәт институты яғынан булған ярҙамдарынан һуң (2005—2008 йылдар) El Nafeza таҙа табыш алыуға сыға һәм ситтән финанслауҙан баш тарта (аҙаҡтан Ашока фонды El Nafeza компанияһын матбуғат баҫмалары аша һәм методик материалдары биреү менән генә ярҙам итә)[7][8].

Йыл һайын El Nafeza уҡыу үҙәге оҫталарҙы уҡыта. Шул оҫталар үҙҙәре ҡағыҙ һәм унан әйберҙәр етештерәсәк төркөмдәрҙе ойошторалар һәм уҡыталар. Ойошма тәжрибә менән бүлешеү һәм бүлендек һынлы сәнғәт проектарын ойошторор өсөн бөтә донъялағы йәмәғәт ойошмалары, һынлы сәнғәт музейҙары һәм галереялары, рәссамдар һәм дизайнерҙар менән тығыҙ эшләй[9].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. El Nafeza (ингл.). SALT. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  2. El Nafeza (ингл.). Дата обращения: 28 май 2015.
  3. World Challenge 2011 - El Nafeza, Egypt (ингл.). dev.tv. Дата обращения: 28 май 2015.
  4. How is hand-made paper manufactured? (ингл.). The Hilti Foundation. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  5. El Nafeza Foundation for Contemporary Art & Development (ингл.). Nakhweh. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  6. Three Egyptian designers who are making waves (ингл.). The National, Abu Dhabi. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  7. El Nafeza (ингл.). Ashoka Changemakers. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  8. EL NAFEZA: SUSTAINABLE ARTISAN WORKSHOP (ингл.). BECAUSE. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.
  9. El Nafeza (Єгипет, 2007 рік). Соціальне підприємництво в Україні. Дата обращения: 28 май 2015. 2015 йыл 28 май архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә