Coco Bello
Cocco Bello — Рәсәй фирмаһы. Үҙ эсенә кейем етештереүсе Cocco Bello Bow Ties бүлексәләрен һәм аҙыҡ-түлек етештереүсе Cocco Bello Honey'ҙы индерә.
Cocco Bello | |
Нигеҙләнгән | |
---|---|
Нигеҙләүсе |
Гузель Санжапова, Наталья Александрова |
Уранлашыуы |
Малый Турыш, Свердловск өлкәһе[1] Рәсәй Федерацияһы (Cocco Bello Honey) |
Тармаҡ |
кейем, аҙыҡ-түлек |
Сайт | |
Тарихы
үҙгәртергәCocco Bello проекты 2012 йылда IT-өлкә хеҙмәткәре Гүзәл Санжапова һәм дизайнер Наталья Александрова тарафынан асыла[1]. Башта компания күбәләк галстуктар етештереү менән шөғөлләнә[2]. Компания баҙарҙың ярайһы ҙур өлөшөн биләй, ә 2013 йылдың яҙында ҡатын-ҡыҙ күлдәктәре сығара башлай[2].
Гүзәл шулай уҡ бал тәмлекәсе — яңы айыртылғандан ҡуйырғансы гел болғатып тороп алынған продукт етештереү проектын эшләй[3]. Гүзәлдең атаһы Рауил Санжаповтың Свердловск өлкәһе Бәләкәй Түреш ауылында 69 умартаһы була. Уның умарталығында етештерелгән бал баҙарҙа һатҡандан артып ҡала, ә күмәртәләп алыусыларға һатыуҙан килем булмай[1]. Ошо балды Cocco Bello файҙалана ла инде. Проекттың социаль яғына ҙур иғтибар бирелә — ул бөтөп барған ауылға яңы һулыш өрөргә тейеш[4]. Крем-балды биҙәү өсөн еләк йыйыуға компания урындағы пенсионер апайҙарҙы саҡыра[1]. Компания еләктән шулай уҡ сәйгә өҫтәмә етештерә башларға план ҡора, был маҡсатта аҡсаны краудфандинг майҙансығында йыйып ала[5].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Дарья Денисова. Как бабочки бабушкам помогали . Эксперт. Фонд «Наше Будущее». Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 7 июнь архивланған.
- ↑ 2,0 2,1 2,2 История создания. Рубашки, бабочки, аксессуары. Cocco Bello. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Что такое крем мед? Славная пчёлка. Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Елизавета Киктенко. Проект Cocco Bello: как дать работу целой деревне . Большой город (25 ғинуар 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Ксения Фикс. «Не хочу, чтобы мне было стыдно за их рваные колготки» . Служба новостей «URA.Ru» (9 июнь 2014). Дата обращения: 28 апрель 2015.