Эндрю Мосон
Эндрю Мосон, Барон Мосон (ингл. Andrew Mawson, Baron Mawson; 8 ноябрь 1954 йыл) — Бөйөк Британияның социаль эшҡыуары, сәйәсмән, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре, Берләштерелгән Реформат сиркәүенең капелланы[1][2][3].
Эндрю Мосон | |
Andrew Mawson | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Подданлығы | |
Эшмәкәрлеге |
социаль эшҡыуар, сәйәсмән, йәмәғәт һәм дин эшмәкәре |
Наградалары һәм премиялары |
|
Эндрю Мосон Викимилектә | |
Мосон Манчестер университетында теология бакалавры дәрәжәһен ала. Ошонан һуң 1984 йылдан башлап Берләштерелгән Реформат сиркәүендә капеллан булып хеҙмәт итә.
Лондон ҡалаһында Тауер-Хамлетста социаль эшҡыуарлыҡ принциптары буйынса эшләгән "Бромли-бай-боу үҙәге"нә нигеҙ һала һәм уның әлеге президенты[3].
Эшҡыуарлыҡты социаль проблемаларҙы хәл итеү менән берләштергән ойошмаларҙы, компанияларҙы һәм проектарҙы Мосон нигеҙләй һәм етәкләй; «Эндрю Мосон һәм партнерҙар» компанияһының етәксеһе(ингл. Andrew Mawson Partnerships), был компания Эндрю Мосондоң тәжрибәһен таратыу менән шөғөлләнә[1].
Социаль сферала күрһәткән хеҙмәте өсөн Эндрю Мосон Британия империяһының ордены кавалеры була (2000), ғүмер аҙағына тиклем барон титулы менән пэрство (29 март 2007 йыл) һәм лордтар палатаһына инеүе менән билдәләнә (30 апреля 2007 года)[2][1][3][4].
Хөкүмәттең таныуына ҡарамаҫтан, Эндрю Бөйөк Британияла булған социаль сфералағы политикаға ҡаршы критика менән сығыш яһай.
2008 йылда ул баҫтырып сығарған «Социаль эшҡыуар» исемле китабы (ингл. The Social Entrepreneur: Making Communities Work)[5] бестселлер була. Был китап социаль эшҡыуарлыҡ буйынса практик етәкселеге тип һанала.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Andrew Mawson MAWSON (ингл.). Debretts. Дата обращения: 22 апрель 2015.(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Lord Mawson . theyworkforyou.com. Дата обращения: 22 апрель 2015.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 Dayner Proudfoot. Lord Mawson OBE fills closing speaker slot at APM Conference (ингл.). APM (3 май 2012). Дата обращения: 29 апрель 2015. 2016 йыл 5 март архивланған.
- ↑ Lord Mawson (ингл.). parliament.uk. Дата обращения: 22 апрель 2015.
- ↑ The Social Entrepreneur: Making Communities Work, ISBN 978-1-84354-661-0