Alyona Alyona
Alyona Alyona, ысын исеме Алёна Олеговна Савраненко (укр. Альона Олегівна Савраненко; 1991 йылдың 14 июнендә Украинаның Кировоград өлкәһендә Капитановка ҡасабаһында тыуған) — украин хип-хоп- һәм рэп-башҡарыусы.
Alyona Alyona укр. Альона Олегівна Савраненко | |
![]() Alyona Alyona Haldern Pop Festival 2019 фестивалендә | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тулы исеме |
Алёна Олеговна Савраненко |
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Капитановка, Новомиргород районы, Кировоград өлкәһе, Украина |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
рэпер, элек—балалар баҡсаһында тәрбиәсе |
Әүҙем йылдары |
2013 — хәҙерге ваҡыт |
Инструменттар |
вокал |
Жанрҙар |
хип-хоп, рэп |
alyona-alyona.com | |
![]() | |
БиографияһыҮҙгәртергә
Алёна Савраненко 1991 йылдың 14 июнендә Кировоград өлкәһендә Капитановка ла тыуған[1][2].
Ике юғары белемгә эйә[3]. Григорий Сковорода исемендәге Переяслав-Хмельницкий дәүләт педагогия университетын тамамлаған.
Барышевка ла "Теремок" балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып эшләгән. Шулай уҡ Дерновка ауылында балалар баҡсаһы мөдире булған. Балалар баҡсаһында бөтәһе 4 йыл эшләгән.
Рэп-текстарҙы бала сағынан яҙа, әммә киң тамашасылар өсөн уларҙы 27 йәшендә, Youtube видеохостингында видеолар һала башлағас ҡына күрһәтә башлай. 2018 йылдың октябрендә тәүге видеоклибы "Рибки" донъя күрә, ә 12 ноябрҙә "Голови"[4] йырына икенсе видеоклибы сыға һәм уны бер ай эсендә 1000000 ашыу кеше ҡараған[5].
2018 йылдың 30 ноябрендә Alyona Alyona «Відчиняй» йырына клип сығара[6][7].
Ошо уҡ йылдың декабрендә тағы бер клип — «Залишаю свій дім» сығара, унда артистка Барышевканан китә.
«Від Крут до Брюсселя»[8] форумы менән ығы-зығы ваҡытында Алёна тағы бер йыр[9] — «Обіцянки»[10] сығара.
2019 йылдың 8 апрелендә йырсының "Пушка" тигән тәүге дебют альбомы донъя күрә[11] һәм титул йырға клип сыға[12].
2020 йылда "Танцы со звездами" шоуында ҡатнаша.
2021 йылдың 15 ғинуарында Music Moves Europe Talent Awards премияһының тамашасылар һөйөүе призын яулай[13].
Ижадының баһаларыҮҙгәртергә
2018 йылдың 15 ноябрендә "Дождь" телеканалына биргән интервьюһында билдәле украин йырсыһы Иван Дорн Alyona Alyonaны үҙенең фекере буйынса иң ҡыҙыҡлы 5 украин артисы исемлегенә индерә[14].
2018 йылдың 2 декабрендә рус телендәге сыҡҡан "Meduza" интернет-баҫмаһы «Відчиняй» йырына сыҡҡан клибты аҙнаның иң яҡшы йырҙар һәм клиптар исемлегенә индерә[15]. Шулай уҡ «Відчиняй» йыры "Свобода" радиоһының ноябрь айының топ-10 исемлегенә инә[16].
2019 йылдың 18 декабрендә Alyona Alyonaның YUNA-2019 украин музыкаль премияһының «Рибки» йыры өсөн "Лучший хип-хоп хит" номинацияһына тәҡдим ителгәне билдәле була[17].
ДискографияһыҮҙгәртергә
АльбомдарыҮҙгәртергә
- 2019 — Пушка[18]
- 2021 — GALAS
EP
- 2019 — В хаті МА
СинглдарыҮҙгәртергә
- 2018 — «Голови»
- 2018 — «Відчиняй»
- 2018 — «Залишаю свій дім»
- 2019 — «Булінг»
- 2019 — «Завтра»
- 2019 — «Мамин суп»
- 2019 — «Забирай»
ВидеографияһыҮҙгәртергә
Йыл | Клип | Режиссёры | Альбом |
---|---|---|---|
2018 | «Рибки» | Delta Arthur | Пушка |
«Рибки 2» | Ян Болотов | ||
«Голови» | Александр Прилуцкий | ||
«Відчиняй» | Ян Болотов | ||
«Залишаю свій дім» | Delta Arthur | ||
2019 | «Пушка» | ||
«Падло» | Nathan Daisy | ||
«Велика й смішна» | Delta Arthur | ||
«Булiнг» | Delta Arthur & Basket Films | В хаті МА | |
«Завтра» | Films Basket | ||
«Мамин суп» | Yan Bolotov | ||
2020 | «Дикі танці» | Anya Velosipedova |
Наградалары һәм номинацияларыҮҙгәртергә
Йыл | Премия | Категория | Һөҙөмтә |
---|---|---|---|
2018 | Украинаның националь музыкаль премияһы«YUNA-2019»[19] | Иң яҡшы хип-хоп хит | Номинация |
2019 | ANCHOR Award 2019[20] | Иң перспективалы йәш талант | Еңеү |
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Воспитательница детсада из Барышевки стала известной рэпершей (2018-11-30).
- ↑ alyona alyona: первое интервью с самой нашумевшей рэпершей Украины (2018-11-22).
- ↑ Alyona Alyona, бодіпозитив і «Рибки». Інтерв'ю нової зірки українського репу (укр.). Радио «Свобода» (2018-11-30).
- ↑ alyona alyona alyona alyona – Голови (2018-11-12). 9 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ Украинская «рэп-воспитательница» Alyona Alyona собрала свой первый миллион просмотров на YouTube. УНИАН (2018-12-13).
- ↑ alyona alyona alyona alyona – Відчиняй (2018-11-30). 9 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ Воспитательница-рэперша из Барышевки выпустила клип на новую песню "Відчиняй". 112 Украина (2018-11-30).
- ↑ Хоменко, Оксана Тороп, Віталій Червоненко, Святослав. Ярош, Подерв'янський та Епіфаній: хто ще провів Порошенка на вибори (инг.) (29 January 2019). 20 февраль 2019 тикшерелгән.
- ↑ Співачка Alyona Alyona записала пісню після скандалу з форумом Порошенка. 24 Канал. 20 февраль 2019 тикшерелгән.
- ↑ alyona alyona alyona alyona - Обіцянки (demo) (2019-01-30). 9 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ notatky.com.ua alyona alyona – Пушка (Альбом) (укр.). Нотатки про українську музику (2019-04-08). 8 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ Alyona Alyona (лучшая рэп-исполнительница Украины) выпустила свой первый альбом — «Пушка». Послушайте его прямо сейчас. meduza.io (2019-04-08). 9 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ Креативная Европа: рэпер из Украины выиграла премию Music Moves Europe Talent Award.
- ↑ Пять новых украинских артистов: рекомендация Ивана Дорна. Телеканал Дождь (2018-11-15).
- ↑ Grimes, Arctic Monkeys, «ГШ», The 1975, Coldplay — а также дикое видео на песню «Котик пропал» «Медуза» выбрала 10 лучших песен и клипов недели. Meduza (2018-12-02).
- ↑ Onuka у хащах, Green Grey в човні та Кремль у вогні: 10 українських треків листопада (укр.). Радио «Свобода» (2018-12-05).
- ↑ РЭП-ЗВЕЗДА ALYONA ALYONA, ДЖАМАЛА И KAZKA: ОБЪЯВЛЕНЫ НОМИНАНТЫ ПРЕМИИ YUNA-2019. #Буквы (2018-12-19).
- ↑ Алексей Мажаев Рецензия: Alyona Alyona — «Пушка». intermedia.ru (2019-04-23). 25 апрель 2019 тикшерелгән.
- ↑ Восьма церемонія. YUNA 2019 (инг.). yuna.ua. 20 декабрь 2019 тикшерелгән.
- ↑ Реперка Alyona Alyona здобула премію Anchor award як найкращий новий артист (укр.). hromadske.ua. 20 декабрь 2019 тикшерелгән.
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Александр Кужельный Alyona Alyona – новое имя в украинском рэпе // #Буквы. — 2018.
- Ирина Кравцова «Я знаю врачей, которые рокешник лабают. Для меня это нормально» // Meduza. — 2018.
- Личная страница Алёны Савраненко в социальной сети Facebook
- Александр Гудков & alyona alyona — Comment out на колёсах