"All Eyes on Rafah"Фәләстин-Израиль һуғышы һәм Рәфәхкә һөжүм ваҡытында ҡулланылған Фәләстин яҡлы сәйәси лозунг, башлыса социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыла. Инглиз теленән тәржемә иткәндә, "Бөтә күҙҙәр Рәфәхкә", "Бөтә иғтибарҙы Рафахҡа йүнәлтәйек".[1][2]

2024 йылдың майында Инстаграмда киң таралған яһалма интеллект менән эшләнгән "Рафахҡа бөтә иғтибар" һүрәте.

Был фраза Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Ғәззә һәм Көнбайыш яр буйынса вәкиле Ричард "Рик" Пиперкорндың[3] 2024 йылдың февралендә БМО журналистарға биргән тәғлигенән килеп сыға: "Бөтә күҙҙәр Рәфәхкә төбәлгән".[4] Пиперкорн тапшырыуынан был өҙөк һабанай башында Рәфәхкә һөжүм башланғандан һуң таратыла башлай, һәм шул уҡ айҙа лозунгтың яһалма зиһниәт менән эшләнгән һүрәте Instagram-та тарала[4].

#alleyesonrafah хэштегы TikTok-та миллионлаған тапҡыр ҡаралған видеола күрһәтелгән һәм халыҡ-ара иғтираздар ваҡытында ҡулланылған[4].

"All eyes on Rafah" һәм "Ceasefire now" яҙыуҙары Хельсинки ҡалаһындағы протестта, 2024 йылдың феврале.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Ни өсөн Израилдең Ғәззәгә һөжүмен көсәйтеүе менән "Бөтә күҙҙәр Рәфәх ҡалаһына" тренд булып тора. (инг.)
  2. "Олл Айз он Рафах" яһалма сонғи зиһниәт һүрәте социаль селтәрҙә популяр була – Әл Джәзирә (инг.)
  3. "All Eyes on Rafah һүрәте нимә ул һәм уның артында кем тора?" - Принсли Джейн. www.thejc.com
  4. 4,0 4,1 4,2 "Бөтә иғтибарын Рафахҡа бирегеҙ: 47 миллион кеше тарафынан таратылған пост" www.bbc.com. Тәүге сығанаҡтан архивланған 30 май 2024.