1 Май районы (Дондағы Ростов)
1 Май (Первомайский) районы — Дондағы Ростов ҡалаһы райондарының береһе. Дондағы Ростовта 1936 йылдың 15 декабрендә төҙөлгән.
1 Май (Первомайский) районы | ||
| ||
Дондағы Ростов | ||
---|---|---|
Тәүге телгә алыу: |
1936 | |
Майҙаны: |
44,1 км² | |
Халыҡ һанын иҫәпләү: |
2016 | |
Халыҡ һаны: |
↗184 783[1] кеше | |
Телефон кодтары: |
863 | |
Рәсми сайт |
Халҡы
үҙгәртергәХалыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1970[2] | 1979[3] | 2002[4] | 2009[5] | 2010[6] | 2012[7] | 2013[8] |
138 721 | ↗171 756 | ↘166 639 | ↗172 523 | ↗175 822 | ↗177 819 | ↗180 061 |
2014[9] | 2015[10] | 2016[1] | ||||
↗182 163 | ↗183 736 | ↗184 783 |
Иҡтисады
үҙгәртергәСәнәғәте
үҙгәртергә1 Май (Первомайский) районында 1922 предприятие урынлашҡан, уларҙа 58300 кеше эшләй. Хаҡлы рәүештә райондың символы һәм визит карточкаһы тип аталалар: ауыл хужалығы машиналары төҙөү, авиация комплексы, приборҙар эшләү предприятиеләре. Яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт (ЯСЙ) «Ростсельмаша КЗ», Федераль дәүләт унитар предприятие (ФГУП) «Прибор», асыҡ акционер йәмғиәте (ААЙ) «Гранит» , ААЙ «Донавиа», ААЙ «Ростов гражданлыҡ авиация заводы № 412», ЯСЙ «Бизон», ААЙ «Алмаз» кеүек предприятиеләр Рәсәйҙән ситтә йыраҡҡа билдәле.
Транспорты
үҙгәртергәРайон территорияһында «Сельмаш» ҡала яны бәйләнеше тимер юл вокзалы урынлашҡан. Төньяҡ Кавказда иң эре Ростов аэропорт комплексы самолеттарҙың осоу-ултырыу һыҙаттары менән 400 гектар майҙанда урынлашҡан. Аэропорт халыҡ-ара талаптарға ярашлы йыһазландырылған, аэровокзал бинаһының майҙаны 17 мең m² ашыу, халыҡ-ара һәм эске осоштар географияһы киң.
Сауҙа
үҙгәртергәРайонда 15 баҙар, 4 ҡунаҡхана, 714 магазин урынлашҡан.
Мәҙәниәте
үҙгәртергәРайонда 50 белем биреү учреждениеһы эшләй, шуларҙың икәүһе юғары уҡыу йорттары, 20 мәктәп, биш урта махсус белем биреү учреждениеһы, 23 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы.
Ҡаланың Островский исемендәге иң ҙур мәҙәниәт һәм ял паркы 200 000 квадрат метр майҙанды биләй, был территорияла даими эшләгән балалар тимер юлы бар, ҡалала иң боронғо автомәктәп «Автоград»(1974 йылда ойошторола, идея авторы, ойоштороусы, комплекс конструкторы, төҙөлөштө ойоштороусы һәм тәүге директоры Евгений Трубачев Дмитриевич. Башта балалар араһында юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен популярлаштырыу һәм автодело уҡытыу өсөн Балалар Автомәктәбе булараҡ төҙөлгән. Хәҙер «Ростов үҫмерҙәр автомобиль мәктәбе» федераль автоном учреждениеһы тип үҙгәртелде. Төп йүнәлеше коммерция нигеҙендә 14 йәштән алып бөтә теләүселәрҙе машина йөрөтөргә өйрәтеү), һыйҙырышлылығы 15,8 мең кеше булған күп профилле спорткомплекс «Олимп-2».
Шулай уҡ ҡала халҡы һәм ҡунаҡтары ял итһен өсөн ҡаланың яһалма һыу ятҡылығы — «Ростов диңгеҙе» — булдырылған, уның һыу ятыу майҙаны (акваторияһы) 52 гектар, киң япраҡлы һәм ылыҫлы ағас тоҡомдарынан киң ағас паркы зонаһы бар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2016 года
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1970 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всесоюзная перепись населения 1979 года Численность городского населения РСФСР, её территориальных единиц, городских поселений и городских районов по полу. Демоскоп Weekly. Дата обращения: 25 сентябрь 2013. Архивировано 28 апрель 2013 года.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2002 года. Том. 1, таблица 4. Численность населения России, федеральных округов, субъектов Российской Федерации, районов, городских поселений, сельских населённых пунктов - райцентров и сельских населённых пунктов с населением 3 тысячи и более . Архивировано 3 февраль 2012 года.
- ↑ Численность постоянного населения Российской Федерации по городам, посёлкам городского типа и районам на 1 января 2009 года . Дата обращения: 2 ғинуар 2014. Архивировано 2 ғинуар 2014 года.
- ↑ Итоги Всероссийской переписи населения 2010 года. Том 1. Численность и размещение населения Ростовской области
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям. Таблица 35. Оценка численности постоянного населения на 1 января 2012 года . Дата обращения: 31 май 2014. Архивировано 31 май 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2013 года. — М.: Федеральная служба государственной статистики Росстат, 2013. — 528 с. (Табл. 33. Численность населения городских округов, муниципальных районов, городских и сельских поселений, городских населённых пунктов, сельских населённых пунктов) . Дата обращения: 16 ноябрь 2013. Архивировано 16 ноябрь 2013 года.
- ↑ Таблица 33. Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2014 года . Дата обращения: 2 август 2014. Архивировано 2 август 2014 года.
- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.