1905 йылдың 9 ғинуары ҡорбандары һәйкәле

1905 йылдың 9 ғинуары ҡорбандары һәйкәле — Санкт-Петербургт ҡалаһындағы мемориал. Ул 1931 йылда Туғыҙынсы ғинуар ҡорбандары иҫтәлеге зыяратында ҡуйылған. Мемориал скульптор М. Г.. Манизер һәм архитектор В. А. Витман проекты буйынса башҡарылған. Был мемориаль батша власы Ҡанлы йәкшәмбелә (1905 йылдың 9 ғинуарында) Һарай майҙанында атып үлтергән ҡорбандар иҫтәлегенә булдырылған. Ул 1905 йылдың 9 ғинуарында һәләк булған ҡорбандарҙың туғандаштар ҡәберендә ҡуйылған. Туғандаштар ҡәбере һәм монумент федераль әһәмиәттәге тарих ҡомартҡыһы статусына эйә[2].

1905 йылдың 9 ғинуары ҡорбандары һәйкәле
Нигеҙләү датаһы 1931
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Фрунзенский район[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза һәм гранит[d]
Архитектор Витман Владимир Александрович
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Санкт-Петербург/Фрунзенский район (часть 2)[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Указания, как добраться проспект Александровской Фермы, 16А (проспект 9 Января, 4), кладбище Памяти жертв 9-го января
Карта
 1905 йылдың 9 ғинуары ҡорбандары һәйкәле Викимилектә

1905 йылдың 9 ғинуарында Санкт-Петербургта Ҡанлы йәкшәмбе булған — был көндө батша II Николайға Эшселәрҙең мохтажлығы тураһындағы коллектив петицияһын тапшырыу маҡсатында Ҡышҡы һарайға килгән ҡала эшселәрен ут ҡоралынан атып ҡаршылайҙар һәм ҡыуып тараталар. Тыныс барған кешеләрҙең күбеһен атып үлтереү Рәсәй һәм донъя йәмғиәтендә ҙур асыу тыуҙыра һәм шуның арҡаһында Беренсе рус революцияһын башлап ебәрә. Ҡанлы йәкшәмбе ҡорбандары Преображенский зыяратында туғандаштар ҡәберендә ерләнә[3].

Совет власы ҡоролғандан һуң, Преображенский зыяраты 9-сы ғинуар ҡорбандары иҫтәлегенә зыярат тип атала. 1923 йылда Ҡанлы йәкшәмбе ҡорбандарына мөһабәт һәйкәл ҡуйырға хәл ителә[4]. Уға 1926 йылда нигеҙ һалына. Мемориалды эшләүҙе скульптор М. Г. Манизер һәм архитектор В. А. Витманға ҡушалар. Скульптор М. Г. Манизер эшсе һынын һәм буласаҡ һәйкәлдең горельефын бер нисә йыл дауамында эшләй. Бының өсөн ул Революция музейы материалдарын өйрәнә һәм байтаҡ ҡына эскиздар эшләй. Ул башта эшселәрҙе һәм уларға атҡан һалдаттарҙы горельефта һүрәтләргә теләй, әммә аҙаҡ был пландарынан баш тарта, сөнки дошмандарҙың һынын мәңгелектә һүрәтләп ҡалдырырға теләмәй. М. Г. Манизер былай ти: «Мин үҙ бурысым итеп халыҡ массаларының аңында бер көн эсендә, иртәнән кискә тиклем, нисек итеп революцион аңына килгәнен күрһәтеүҙе ҡуйҙым. Үтенес менән килгән халыҡты самодержавиеның пуля менән ҡаршы алыуынан һуң халыҡтың нисек итеп ҡораллы ихтилалдың кәрәклеген аңлауын күрһәтеү минең төп маҡсатым булды »[3].

Эшсенең бронза скульптураһын Сәнғәт академияһының оҫтаханаһында ҡоялар, ә горельеф — Күргәҙмә пропаганда һәм агитация комбинаты оҫтаханаһында ҡойола. Революцияға тиклем зыярат сиркәүен төҙөү өсөн тәғәйенләнгән гранит һәйкәлдең постаментын төҙөү өсөн ҡулланыла[4]. 1929 йылда һәләк булғандарҙың мәйете ҡалдыҡтары монументтың нигеҙендәге кәшәнәгә күсерелә. Мемориалды асыу тантанаһы 1931 йылдың 22 ғинуарында Ҡанлы йәкшәмбенең йыллығында үткәрелә[3].

Тасуирлама

үҙгәртергә
 
Горельеф

Скульптура дүрт ҡырлы бейек постаментҡа ҡуйылған. Уның уң ҡулы өҫкә күтәрелгән, һул ҡулында — һәләк булғандарҙың мәйете һалынған урна. Эшсенең аяҡтары янында сүкеш менән һандал һәм ватылған бығау. Был әҫәрендә скульптор һәләк булғандар өсөн сикһеҙ ҡайғырыуҙы һәм ихтилалға саҡырыуҙы күрһәтергә тырышҡан[3].

Һәйкәлдең гранит нигеҙе митингылар үткәргәндә трибуна сифатында файҙаланыу өсөн ҡарала. Горельефтың тышҡы яғында демонстрацияны атыу һүрәтләнгән. Унда барлығы ун фигуралар тирәһе кәүҙәләндерелгән. Скульптор демонстранттарҙың төрлө хистәрен, эмоцияларын: ҡурҡыу, нәфрәт, ауыртыу, аптырау, асыуҙы — кәүҙәләндергән. Иң алда ҡулына петиция тотоп барған ҡарт эшсе йығылып ята, уның артында — эшсе, үл үлемен бирешмәйсә ҡабул итергә әҙер, артта — балаһын үҙ тәне менән пулянан ҡаплаған ҡатын-ҡыҙ фигураһы[3].

Бейек һәйкәлдең пьедесталына «1905 йылдың 9-сы ғинуары ҡорбандары иҫтәлегенә» тип уйып яҙылған. Гранит нигеҙендә ике яҙма: «Меңләгән үлтерелгән һәм яраланған кешеләр — 9-сы ғинуарҙа Петербургта Ҡанлы йәкшәмбе һөҙөмтәләре. Һис шикһеҙ хөкүмәтте ҡолатыу — Петербург эшселәренең 9-сы ғинуарҙағы атышҡа яуап лозунгыһы. Ленин» һәм «1905 йылдағы генераль репетиция булмаған булһа, 1917 йылғы Октябрь революцияһы еңмәгән булыр ине. Ленин»[3].

Монументтың дөйөм бейеклеге 17,8 м тәшкил итә, скульптураның бейеклеге — 7 метр[4].

  1. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  2. Постановление Правительства РФ № 527 от 10.07.2001
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Лисаевич И. И., Бехтер-Остренко И. Ю. Памятник Жертвам 9 января 1905 года // Скульптура Ленинграда — Ленинград: Искусство, 1963.
  4. 4,0 4,1 4,2 Энциклопедия Санкт-Петербурга. Жертвам 9 января 1905 года, памятник 2019 йыл 8 сентябрь архивланған.