13-сө лицей (Дондағы Ростов)
13-сө лицей — Дондағы ростовтың муниципаль дөйөм белем биреү учреждениеһы. Мәктәп бинаһы 1892 йылда архитектор Н. Н. Дурбах проекты буйынса төҙөлә[1]. Тәүҙә унда Дондағы Нахичевань ҡалаһының Екатерина ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы урынлаша. Мәктәп бинаһы урындағы әһәмиәткә эйә мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
13-сө лицей | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Дондағы-Ростов |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Рәсми сайт | school13.ru |
13-сө лицей Викимилектә |
Рәсәй Федерацияһының мәҙәни мираҫы, объект № 6100032000 |
Тарихы
үҙгәртергәXIX быуат аҙағында Дондағы Нахичевандә ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһына нигеҙ һалына. Уның ҡаланы нигеҙләүсе батшабикә Екатерина II хөрмәтенә Екатерина гимназияһы тип атала[2]. Гимназия 1892 йылда архитектор Н. Н. Дурбах проекты буйынса төҙөлә[3]. Башта ул ике ҡатлы була[4].
Екатерина исемендәге ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы элиталы уҡыу йорто тип һанала. Унда Аллаһы Тәғәлә ҡанундары, француз, урыҫ телдәре, география, тарих, ҡул эштәре, рәсем уҡытыла. Тәүҙә гимназияла уҡыу ваҡыты 8 йыл тәшкил итә, 1910 йылдан 9 йыл була.
1921 йылда гимназияла С. Д. Марков исемендәге Беренсе совет хеҙмәт мәктәбе асыла. 1930 йылда бында Карл Маркс исемендәге мәктәп була. 1943—1944 йылдарҙа мәктәп бинаһында госпиталь, ә 1947 йылға тиклем хәрби учреждениелар урынлаша. Һуңынан бина ремонтлана һәм 1952 йылда 13-сө мәктәп асыла.
Архитектураһы һәм биҙәлеше
үҙгәртергәӨс ҡатлы кирбес бинаның ҡыйығы күп яҡлы. Фасадтары штукатурланған. Төп симметриялы фасадта өс ҙур ризалит сығып тора. Үҙәктә төп ишек урынлашҡан. Көнсығыш һәм көнбайыш фасадтар сығынты менән декорланған. Фасадтарҙың пилястралар, әүәләнгән һындар, геральдика, веноктар, картуш һәм медальондар менән биҙәлгән.
Бина ҡатмарлы конфигурацияға эйә. Уның үҙәк өлөшөндә төп баҫҡыс бар. Үҙәк оҙонса коридорҙың ике яғынан кластар һәм ярҙамсы биналар урынлашҡан. Тамаша залы — икенсе ҡатта.
Билдәле уҡыусылары
үҙгәртергә1902—1903 йылдарҙа гимназияла яҙыусы М. С. Шагинян уҡый. 1986 йылда был хаҡта мәктәптең фасадына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыла: «1902-1903 йылдарҙа ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында Мариэтта Сергеевна Шагинян — яҙыусы, Социалистик Хеҙмәт Геройы, Ленин, Дәүләт премиялары лауреаты (1888—1982 гг.) уҡый».
1904 йылда гимназияны Сабина Николаевна Шпильрейн (Шефтель) — Рәсәй һәм совет психоаналитигы, педагогы отличие менән тамамлай.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Шулепова Э. А. Материалы свода памятников истории и культуры РСФСР. Ростовская область.. — М.: Изд-во НИИ культуры, 1990. — С. 24.
- ↑ К. Жукова Последний звонок: цветы и напутствия депутатов // Вечерний Ростов. — 2012. — № 109.
- ↑ Кукушин B. C. Эклектика // История архитектуры Нижнего Дона и Приазовья. — Ростов-на-Дону: ГинГО, 1995. — 275 с. — ISBN 5-88616-027-2.
- ↑ История лицея . Официальный сайт лицея № 13. Дата обращения: 24 август 2013.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Волошинова Л. Ф. Бульварная площадь. — Ростов-на-Дону: Донской издательский дом, 2001. — (Серия "Судьбы улиц, площадей, зодчих"). — ISBN 5-87-688-202-X.