(Верочка) Вераҡай (хикәйә)
(Верочка) Вераҡай — Антон Павлович Чехов хикәйәһе. 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 21 февралендә «Новое время» гәзитенең 3944-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.
(Верочка) Вераҡай | |
Нигеҙләү датаһы | 1887 |
---|---|
Атамаһы | Верочка |
Сәнғәт формаһы | хикәйә |
Баҫма йәки тәржемә | Verotchka[d] һәм Verotchka[d] |
Автор | Чехов Антон Павлович |
Әҫәрҙең теле | урыҫ теле |
Нәшер ителеү ваҡыты | 21 февраль (5 март) 1887 |
Баҫылған | Новое время[d] |
Авторлыҡ хоҡуғы статусы | 🅮[d] һәм 🅮[d] |
Баҫмалар
үҙгәртергәАнтон Павлович Чеховтың «Вераҡай» хикәйәһе 1887 йылда яҙылған, тәүге тапҡыр 1887 йылдың 21 февралендә «Новое время» гәзитенең 3944-се һанында Ан. Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1887 йылда хикәйә «В сумерках» йыйытығына, ә 1889 йылда А. Ф. Маркстың Львовта нәшер иткән А. Чехов әҫәрҙәре йыйылмаһына индерелгән.
Чехов хикәйәһендә Билибин биргән материалды файҙалана, шуға күрә тегеһе яҙыусыға: «Минең Оленамды „Вераҡай“ исемле хикәйәгеҙҙең героиняһы итеп ҡуйырға ниндәй тулы хоҡуҡығыҙ бар ине? Бына ҡарағыҙ әле, мин Һеҙҙе «Антоша» исеме аҫтында яҙам икән, ти». М. П. Чехов хикәйәлә яҙылған «ай яҡтыһында баҡсаға шыуышып ингән йыртыҡ болот киҫәктәре» - был Бабкинолағы баҡсала ине». Хикәйәләге ваҡиға Бабкинонан алыҫ тормаған Воскресенск ҡаласығында бара[1].
«Вераҡай» хикәйәһе яҙыусыныъ иң яратҡан әҫәре була. Чехов тере саҡта хикәйә венгр, немец, румын, серб-хорват, словак һәм чех телдәренә тәржемә ителә.
Тәнҡит
үҙгәртергәНәшерсе Лейкин Чеховҡа 1887 йылдың 27 февралендә яҙған хатында «Вераҡайҙы» юморлы хикәйәләр менән сағыштыра ла «уңышһыҙ әйбер» тип һанай: «Һеҙгә бәләкәй әйберҙәрҙе яҙыу бик килешә. Быны бер мин генә әйтмәйем. Ураҙаның беренсе аҙнаһындағы дүшәмбеһендә мин Михневичтарҙа кәбеҫтә ашында ҡунаҡта булдым, унда бик күп яҙыусылар ҙа булды , һәм шунда Һеҙҙең турала һүҙ сыҡты. Улар ҙа мин әйткәндәрҙе әйтте».
В. В. Билибин был хикәйәне «Чехов ижады үҫеүендәге мөһим осор булып тора» тип билдәләй. Ул Чеховҡа «ваҡ-төйәк» яҙыуҙы туҡтатырға кәңәш бирә: «Аңлашылып тора, «Новое время» гәзитендә сыҡҡан хикәйәләр, ҙурлыҡтарына ҡарамаҫтан, Һеҙҙең артистик физиономияғыҙ өсөн бик тығыҙ рамка. Ошонан асыҡлыҡтың булмауы, яҙылып бөтөлмәүсәнлек һ. б шуның кеүек күренештәр килеп сыға. Миҫалға «Вераҡайҙы» ғына алайыҡ. Ул хикәйәне, моғайын, тәнҡитселәр ҙә, ғәҙәттәге уҡыусылар ҙа аңламағандыр. Миңә күренеүенсә, Һеҙ шул тиклем ғәҙәти һәм йыш аңлатылған «ул (ҡатын-ҡыҙ)» осраҡлы ғына «уны (ирҙе)» яратты, тегеһе «осраҡлы ғына уны (ҡатын-ҡыҙҙы) яратмай» һәм бынан нимә килеп сыҡты тигәнде тасуирлап яҙыу менән генә сикләнеп ҡалырға теләмәгәнһегеҙҙер бит инде».
Тәнҡитсе К. К. Арсеньев «Вераҡай» хикәйәһен өҙөк-өҙөк бирелгән тип таба: «Вераны йола ғәҙәттәренән нимә баш тарттырҙы, нимә уны алдан уҡ Огневтың риза булмаясағын күрергә ҡамасауланы, нимә уны үҙенә бик яҡын һәм мөмкин булған һуңғы мауығыуҙан туҡтатып ҡалды — былар барыһы ла автор тарафынан бөтөнләй алдан ҡаралмай ҡалған. Вераны ла, Огневты ла аңлар, улар менән был хәл иткес минутты кисерер өсөн, беҙ уларҙың икеһен дә яҡынданыраҡ, күберәк белергә тейеш инек»[2].
Л. Толстой был хикәйәне үҙенә оҡшаған Чехов хикәйәләренең «2-се сортлыһына» индерә[3].
Персонаждар
үҙгәртергә- Иван Алексеевич Огнев: йәш түрә кеше, 29 йәштә, өйләнмәгән, Санкт — Петербургтан провинцияға статистика йыйырға ебәрелгән.
- Гаврила Кузнецов: пеләш башлы, пике пинжәк кейгән ҡарт. Иван Огнев уның өйөндә туҡталып йәшәй.
- Вера Гавриловна Кузнецова: Кузнецовтың ҡыҙы, Вера, 21 йәшлек, бик ҡыҙыҡтырырлыҡ ҡыҙ, йыш ҡына күңелһеҙ кәйефтә, нисек етте - шулай кейенгән.
Сюжет
үҙгәртергәХикәйәләге ваҡиға өйәҙ ҡалаларының береһендә август кисендә бара. Йәш түрә Иван Огнев ҙур булмаған провинция ҡалаһынан Орелдағы әсәһе янына ҡайтып китергә йыйына. Был ҡалаға Иван яҙ көнө Питерҙән статистик мәғлүмәттәр йыйырға ебәрелгән була. Юлға сығып барған саҡта ул Гавриланың ҡыҙы, Вера Гавриловна менән осраша. Вера Огневҡа бик оҡшаған була. Улар һаубуллаша, ләкин Вера Огневты урманға тиклем оҙатырға ҡарар итә. Оҙатышҡан саҡта Вера Огневҡа ғашиҡ икәнлеген әйтә. Огнев аптырашта ҡала : «Был нимә була инде? Ләкин мин уны … яратаммы әллә юҡмы? Бына һиңә мә!».
Вера «илай-көлә, керпектәренә күҙ йәштәре мансылып йылтыраған көйө, … уға, беренсе осрашҡан көндән бирле уны оҡшатыуы, уның үҙенсәлекле фекер йөрөтөүенә, аҡылына, изге, аҡыллы күҙҙәренә, уның тормоштағы бурыс һәм маҡсаттарға ҡарашына ныҡ хайран ҡалыуы һәм иҫе китеп уны яратыуы траһында һөйләп бирә». Огнев үҙе «шул тиклем яҡшы кешенең шулай интеккәне өсөн Вераға ҡарата бары тик йәлләү хисе, һыҙланыу һәм үкенес тойғоһо кисерә».
Һуңынан Вера уның янынан ҡайтып китә, ә Огнев үҙен яратҡан ҡыҙға ризалыҡ бирмәгәне өсөн бик ныҡ уңайһыҙлана, уны выждан ғазабы яфалай. Ул Вера өйө янына яңынан ҡайта, өй тирәһен уратып йөрөй ҙә тағы юлына сығып китә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Чехов А. П. Верочка// Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
- Françoise Darnal-Lesné, Dictionnaire Tchekhov, p. 304, Édition L’Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
- Anton Tchékhov (trad. Édouard Paraire, préf. Claude Frioux), Œuvres, t. II : Récits (1887—1892), Paris, Gallimard, coll. " Bibliothèque de la Pléiade ", octobre 2008 (1re éd. 1970), 1016 p. ISBN 978—2-07-010550-2.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чехов А. П. Верочка 2017 йыл 8 май архивланған.. Оригинальный русский текст