Өфө фонтандары — Өфө территорияһында урынлашҡан фонтандар.

В. И. Ленин исемендәге паркта фонтан

Барлығы Өфөлә егерменән артыҡ һыу ҡоролмалары бар[1]. Фонтандар осоро, ғәҙәттә, 1 майҙан асыла. Конгресс-холл янындағы фонтан бер көн алда эшләй башлай[2]. Асыу тантанаһында ижад коллективтары һәм солистар сығыш яһай, балалар һәм йәш үҫмерҙәр өсөн уйын программаһы ҡаралған[3][4].

Фонтандар иртәнге туғыҙҙан төнгө 12 тиклем эшләй. Һыу ҡала һыу үткәргесенән килә һәм көн һайын яңыртыла. Уға махсус реактивтар ҡушыла.

Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайы янындағы фонтан үҙгәртергә

Өфө фонтандарының иң беренсеһе. 1956 йылда 6 метрлыҡ түңәрәк формала төҙөлгән. 1970-се йылдар аҙағындаы реконструкциянан һуң алдыр дүртмөйөшлөгә әйләнә һәм 10 метрға тиклем һуҙыла, төбөндә ете кит һүрәте төшөрөлә.

2015 йылда ҡабаттан реконструкция үткәрелә, лазер яҡтыртҡыс һәм музыкаль биҙәү ҡуйыла[5].

Конгресс-холл эргәһендәге фонтан үҙгәртергә

 
Фонтан у Конгресс-холла

Конгресс-холл янындағы фонтан 2007 йылда төҙөлә. Салауат Юлаев исемендәге майҙандағы аллея уртаһында урынлашҡан, ике кесе архитектура формаһынан тора. Аллеяның үрге яғында — дурт метр диаметрлыҡ түңәрәк алдыр, унда 17 фонтан насадкаһы урынлашҡан.

Комплекстың түбәнге яғы 18 метр диаметрлы алдырҙан, уға төшкән бер нисә тупһалы һәм өс күперле декоратив шарлауыҡ урын алған. Унда 800 кубометр һыу әйләнә һәм тағы 200 торбаларҙа аға[6]. Йөҙҙәрсә сығанаҡ, һикәлтәләр һәм ағым ҡурай тажын барлыҡҡа килтерә. Фонтан менән идара итеү үҙәге һыу аҫтында 6 метр тәрәнлектә урынлашҡан. Автоматик рәүештә ҡабына һәм һүнә, баҫым электроника ярҙамында көйләнә. Был Башҡортостандағы яҡтырҡыслы берҙән-бер фонтан комплексы.

«Искра» кинотеатры янындағы «Ҡурайлы малай» үҙгәртергә

«Ҡурайлы малай» — иң билдәле Өфө фонтандарының береһе. 1974 йылда асылған. Авторы — Мәскәү скульпторы Маргарита Соловьева-Ефимова. Ысынында «Яҙ йыры» тип атала.

«Ҡурайлы малай» фонтаны

Каруанһарай янындағы фонтан үҙгәртергә

 
Каруанһарай янындағы фонтан

1998 йылда асылған. Гранит алдырҙарының майҙаны 180 квадрат метр булһа, сәғәтенә 280 кубометр һыу үткәргән. Проектын Сергей Голдобин оҫтаханаһы архитекторҙары эшләгән. 2015 йылда майҙанды реконструкциялағанда емерелгән.

Ҡала мәҙәниәт һарайы янындағы «Бейеүсе торналар» фонтаны үҙгәртергә

Оҙаҡ ваҡыт Һарайҙың йөҙө була. Әммә бер нисә йыл инде реконструкцияға ябылған. Үҙгәрештәр яҡтыртҡыс, заманса һыуҙы таҙалау системаһы, эргәһендә ике этажлы ресторан төҙөүгә ҡаралған. Ремонт эштәре 2007 йылда уҡ башланһа ла, әлегә осо-ҡырыйы күренмәй.

Ленин исемендәге парк фонтандары үҙгәртергә

Ленин исемендәге паркта Төньяҡ һәм Көньяҡ фонтандар бар.

Хөкүмәт йорто янындағы фонтан үҙгәртергә

2009 йылда төҙөлгән.

Ябай халыҡ өсөн тик 2010 йылдың июленән асыҡ[7].

«Уфа Арена» алдындағы фонтан үҙгәртергә

 
Уфа-Арена алдындағы фонтан

Фонтан комплексы 2012 йылдың 30 авгусында эшләй башлай.

Бер стилдә эшләнгән ике алдырға һыуҙы 22 форсунка бирә. Махсус таймер фонтанды ҡабыҙа һәм һүндерә.

«Ете ҡыҙ» үҙгәртергә

 
«Ете ҡыҙ» фонтаны

Фонтанды асыу тантанаһы 2015 йылдың 30 июнендә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры һәм Каруанһарай сауҙа комплексы араһындағы «Театр» скверында үтә. Тантанала Йәштәр симфоник оркестры, Фәйзи Ғәскәров исемендәге Халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашты. Башҡорт эпосы һәм бейеүен тасуирлаған скульптура композицияһы ла ошо уҡ исемде йөрөтә.

Алдыр диаметры — 18 метр[8]. Авторы — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы, скульптор Хәниф Хәбибрахманов[9].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә