Өфө сит ил телдәре уҡытыусылары институты

юғары педагогия уҡыу йорто

Өфө сит ил телдәре уҡытыусылары институты — юғары педагогия уҡыу йорто, Бәләбәйҙә (1937—1939) һәм Өфөлә (1939—1941) урынлаша.

Өфө сит ил телдәре уҡытыусылары институты
Нигеҙләү датаһы 1937
Дәүләт  Рәсәй
 СССР
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Өфө

Тарихы үҙгәртергә

1917 йылғы революция Рәсәйҙең элекке мәғариф системаһын емерә. Халыҡ мәғарифы комиссариаты Берҙәм мәктәп кеүек типтағы яңы белем биреү стандартын булдырырға тырышып ҡарай. Ләкин 1930 йылдарға тиклем наҙанлыҡты бөтөрөү иң тәүге сиратта хәл итә торған мәсьәлә булып ҡала, шуға ла сит ил телдәрен системалы рәүештә уҡытыу тураһында хатта һүҙ ҙә бармай.

Илдә башланған индустриялаштырыу, сит ил белгестәре ярҙамында сит ил ҡорамалдарын күпләп һатып алып яңы предприятиелар төҙөлөшөнөң башланыуы сит ил телдәрен белгән белгестәрҙе әҙерләүҙең кәрәклеген көн ҡаҙағына ҡуя.

1930 йылда Мәскәү дәүләт сит ил телдәре институты асыла (һуңыраҡ 1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре педагогия институты).

1932 йылдың 25 авгусында ВКП(б) Үҙәк Комитетының урта мәктәпте тамамлаусы һәр баланың сит ил телдәренең береһен (немец, француз йәки инглиз телен) мотлаҡ белергә тейешлеге тураһында Ҡарары сыға.

1937 йылдың 18 сентябрендә РСФСР Халыҡ комиссарҙары советының «Тулы булмаған урта һәм урта мәктәптәр өсөн сит ил телдәре уҡытыусыларын әҙерләү тураһындағы» 353-сө Ҡарары сыға. Ленинградта 1-се Ленинград дәүләт сит ил телдәре педагогия институты (хәҙер: А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты эргәһендәге Сит ил телдәре институты) асыла. Горький ҡалаһында ла шундай уҡ юғары уҡыу йорто булдырыла. Уның артынса ил өлкәләре үҙәктәренең бөтәһендә тип әйтерлек 3 йыллыҡ сит ил телдәре институттары асыла башлай.

РСФСР Халыҡ мәғарифы комиссариатының 1938 йылдың 19 июнендәге 265-се бойороғо менән Бәләбәй татар педагогия училищеһы эргәһендә эшләп килгән 2 йыллыҡ курстар базаһында Сит ил телдәре уҡытыусылары институты асыла. Тиҙҙән уға Өфө сит ил телдәре уҡытыусылары институты исеме бирелә (БАССР Халыҡ комиссарҙары советының 1938 йылдың 25 октябрендәге 1499-сы Ҡарары)[1]

Өфө сит ил телдәре институты уҡытыусылары институты үҙгәртергә

 
Ж. Ғ.Кейекбаевтың портреты. Рәссамы И.Шәйәхмәтов

Бәләбәйҙә үҙгәртергә

Сит ил телдәре уҡытыусылары институты асылған мәлдә курстарҙа француз теле (1 төркөм) һәм немец теле (2 төркөм) бүлексәләре була. Инглиз теле бүлексәһенә уҡытыусылар һәм студенттар тупларға кәрәк була. Институт асылған мәлгә (1937 йыл) был мәсьәлә тулыһынса хәл ителмәй. Ҡайһы бер уҡытыусыларҙы эшкә ҡабул итеү өсөн урындағы властар менән генә түгел, ә партия һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары менән ҡатмарлы һөйләшеүҙәр алып барырға тура килә. Мәҫәлән, ҡайһы берҙәре (Р. Ю. Ролов, Е. А. Калиткина) Бәләбәйгә административ рәүештә ебәрелгән була .

Мөхәмәҙей Ғәбиҙулла улы Ғәбиҙуллин Уҡытыусылар институтының директоры итеп тәғәйенләнә. Уҡыу-уҡытыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары һәм немец теле уҡытыусыһы итеп 1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре педагогия институтын 1934 йылда тамамлаған Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев тәғәйенләнә. Е. А. Калиткина ла немец теле уҡытыусыһы була. К И. Девина (тамамланмаған юғары белем менән) инглиз теленән, Н. М. Борисова француз теленән уҡыта.

М. Н. Осин (БДПИ-ны тамамлаған), О. Н. Ожиганова урыҫ теленән уҡыта.

Беренсе курста түбәндәге фәндәр өйрәнелә: хәҙерге заман сит ил теле, сәйәси иҡтисад, дөйөм тарих, урыҫ теле, психология, педагогика.

Икенсе курста: диалектик һәм тарихи материализм, дөйөм тел ғилеме, хәҙерге заман сит ил теле, уҡытыу методикаһы, әҙәбиәт (инглиз, француз, немец). Факультативтарҙа: рус теле һәм әҙәбиәте, ВКП(б) тарихы, физкультура дәрестәре инә.

Уҡыу йортон тамамлағанда студенттарға «5-7-се кластарҙа сит ил телдәре уҡытыусыһы» квалификацияһы бирелә.

Институттың айырым бинаһы булмай, занятиелар Татар педагогия училищеһы бинаһында икенсе сменала үткәрелә. Ятаҡ та булмай, сит ил телдәрен өйрәнеү өсөн дәреслектәр һәм башҡа уҡыу әсбаптары етешмәй.

Өфөлә үҙгәртергә

1938 йылдың 25 октябрендә БАССР Халыҡ комиссарҙары советы «Сит ил телдәре уҡытыусылары институтын Бәләбәй ҡалаһынан Өфө ҡалаһына күсереү тураһында» Ҡарар ҡабул итә. Башҡорт педагогия училищеһының дөйөм ятағынан 50 урын бүленә. Бынан тыш элекке Благовещен ҡатын-ҡыҙҙар монастыры (хәҙерге Сочи урамы, 6 һәм 8 адресы буйынса) биналары дөйөм ятаҡ итеп бирелә.

Уҡыу занятиелары Башҡортостан ауыл хужалығы институты бинаһында икенсе сменала үтергә тейеш була.

Ләкин институтты тик 1939 йылда ғына күсерә алалар.

Был ваҡытҡа РСФСР Халыҡ комиссарҙары советының «РСФСР Мәғариф халыҡ комиссариатының педагогия училищеларын Уҡытыусылар институтына үҙгәртеп ҡороу тураһындағы» 1318-се Ҡарары сыға. Өфөлә тағы ла бер Уҡытыусылар институтын асып тормайҙар. Бөрө һәм Стәрлетамаҡ педагогия училищелары ла Уҡытыусылар институтына әйләндерелә. Өфө педагогия училищеһы Мәктәпкәсә педагогия училищеһы итеп үҙгәртелә.

1939/40 уҡыу йылы башына Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институтына Ленинград һәм Мәскәүҙән тәүге уҡытыусылар Я. В. Ярмонтович (немец теле, 1940—1946 йылдарҙа БДПИ-ның сит ил телдәре факультеты деканы), И. Г. Суслина (инглиз теле, 1940—1945 йылдарҙа БДПИ-ла кафедра мөдире), Г. Н. Белова (немец теле,1940-1945 йылдарҙа — БДПИ-ла кафедра мөдире) килә. 1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре педагогия институтын тамамлаған Н. З. Диаров Бәләбәйҙән Өфөгә күсенә.

1940/1941 уҡыу йылына Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институты студенттарҙы түбәндәге план буйынса ҡабул итә: инглиз теленән — 70, немец теленән — 45, француз теленән — 45 кеше.

Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институты Володарский урамы, 2 (Һәҙиә Дәүләтшина урамы) майҙанындағы бинаға 1939 йылдың ноябрь айында инеп урынлаша. Аудиториялар етешмәй. 32 төркөмгә барлығы 19 аудитория ғына була. Йәш уҡытыусылар ҙа ятаҡта йәшәй башлай

1940 йылда марксизм-ленинизм фәнен уҡытҡан А. А. Ушаков институт директоры итеп тәғәйенләнә. Ул ВКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы комиссариатына Башҡорт педагогия училищеһының бинаһын тотошлай институтҡа тапшырыуҙарын үтенеп хат яҙа.

СССР Халыҡ мәғарифы комиссариаты эргәһендәге юғары мәктәп эштәре буйынса комитеты яңы штат расписаниеһын индерә (27 кеше): доценттар, кафедралар мөдирҙәре — 6 кеше; кафедралар доценттары —3 кеше; өлкән уҡытыусылар — 5 кеше; уҡытыусылар — 13 кеше; лаборанттар— 7 кеше.

1940/1940 уҡыу йылына Өфөгә Ленинград һәм Мәскәү юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар килә:

1-се Ленинград дәүләт сит ил телдәре педагогия институтын тамамлаусылар (нем.) Е. И. Семенова (1940 йылдан Цуканова), Н. А. Лупман, Г. Н. Классен (Өфөлә 50 йылдан ашыу эшләй, уға «республиканың немец теле уҡытыусылары уҡытыусыһы» тигән исем тағыла); инглиз бүлексәһе — Е. И, Федорова; француз бүлексәһе М. Р. Раудмунд (1941 йылдан Кальмус).

1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре педагогия институтының инглиз бүлексәһен тамамлаған В. Ф. Козлова.

Үҙенең Өфөгә йүнәлтелеүе тураһында Г. Н. Классен мәрәкәләп хәтерләй: уға бирелгән ятаҡ бүлмәһе стенаһында «1919 йылда Чапаевтың Өфөнө алыуы» тигән картина эленгән була, ул быны яҙмышына ишара тип ҡабул итә. Һуғыш ваҡытында ғына Өфөнә ҡалдырарға тура килә уға. Башҡа Рәсәй немецтары кеүек, ул да хеҙмәт армияһында була[2] Генрих Николаевичтың ул саҡта бик һайланып торолоҡ мөмкинлеге лә булмай- 1937 йылда уның атаһын һәм ике ағаһын ҡулға алалар һәм атып үлтерәләр."Өфөгә өйрәнеп китә алһам ла, бындағы һыуыҡҡа мин барыбер өйрәнеп китә алманым",-ти ул. Ғүмере буйы һаҡлап йөрөткән серен дә ул китабында аса- Дәүләкәндә йәшәгән бай алпауыт Классен- уның ике туған ағаһы була.

Уҡытыусы булып та, төрлө сәбәптәр арҡаһында өфөлә Л. Т. Л. Эрнст (Нанси университетын тамамлаған, Франция), С. П. Гоцинная (Петроград университеты, 1920), Е. А. Шуцкая (ингл., нем., фр.), Э. Б. Рубина (Женева, Швейцария), Е. К. Брюкнер (1-се Мәскәү дәүләт сит ил телдәре педагогия институты) төрлө сәбәптәр буйынса Өфөгә килеп эләгә һәм Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институтында уҡыта. Е. А. Фе педпрактика етәксеһе була, һуғыш осоронда 1949 йылға тиклем немец теле кафедраһы мөдире була.

1941 йылдың июнь аҙағында Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институтының беренсе сығарылышы була, 30 кеше институтты тамамлай.

Бөйөк Ватан һуғышы башланыр алдынан Институтҡа элекке 2-се Өфө ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһының Сталин урамдары, 19 (хәҙерге Коммунистик урамы, 19, БДУ бинаһы) адресы буйынса урынлашҡан бинаһын бирергә булалар. Был ваҡытта 550 студент көндөҙгө һәм 250 студент киске бүлектәрҙә уҡый. 1941 йылдың 15 авгусында А. А. Ушаков менән фронтҡа китә, институттың директоры итеп Ж. Кейекбаев (киләсәктә профессор һәм БДУ проректоры) тәғәйенләнә. 1941 йылдың 11 авгусында БАССР Халыҡ комиссарҙары советы рәйесе урынбаҫары БДПИ-ны һәм Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институтын ябыу тураһында ҡарарға ҡул ҡуя. Ләкин 1941 йылдың 22 авгусында БАССР Халыҡ комиссарҙары советының 648-се ҡарары менән Өфө Сит ил телдәре уҡытыусылары институты К. А. Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының. сит ил телдәре факультеты тип иғлан ителә. РСФСР-ҙың Халыҡ мәғарифы комиссариатының 1941 йылдың 22 октябрендәге 650-се һанлы бойороғо менән ике уҡыу йортон ҡушыу рәсми рәүештә нығытыла.

1941 йылдың 1 ноябрендә М. В. Ярмонтович сит ил телдәре факультеты деканы итеп тәғәйенләнә. Мәскәү, Ленинград юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының Өфөгә килеүе менән бәйле институтта эшләп йөрөгән уҡытыусыларға республика райондарына эшкә китергә һәм фартирҙарын бушатырға тәҡдим ителә. Мәҫәлән, Ж. Ғ. Кейекбаев БАССР-ҙың Ғафури районы Сәйетбаба урта мәктәбе директоры була.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә