Өфө ирҙәр дини училищеһы бинаһы

дини белем биреү урыны

Ирҙәр дини училищеһы — Өфө ҡалаһында 1818 йылда ир-аттар өсөн асылған дини белем биреү усағы[1]. Төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты.

Өфө ирҙәр дини училищеһы бинаһы
Нигеҙләү датаһы 1880
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Өфө һәм Киров районы
Урынлашҡан урамы Зәки Вәлиди урамы (Өфө)
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Өфө ирҙәр дини училищеһы бинаһы Викимилектә

Объект культурного наследия народов РФ төбәк әһәмиәтендәгеРәсәйҙең мәҙәни мираҫ объекты төбәк әһәмиәтендәге
рег. № 021410047380005 (ЕГРОКН)
объект № 0300000302 (БД Викигида)
 
Дини училище бинаһы
 
Дини училище бинаһы

1818 йылда Өфө диниә семинарияһын үҙгәртеп ҡороу менән бер рәттән Өфө ирҙәр дини училищеһы ла асыла. Ул семинарияның түбәнге өс класын алмаштыра һәм башта мәхәллә һәм өйәҙ училищеһынан тора. Мәхәллә курсын тамамлаусылар өйәҙ училищеһына инә. Курс катехизистан, Иҫке һәм Яңы Ғәһет тарихынан, сиркәү уставын, рус һәм славян, грек, латин теле грамматикаһынан, география, арифметика, таҙа яҙыу һәм сиркәүҙә йырлауҙан тора.
1840 йылда училище үҙгәртеп ҡорола һәм 4 класс урынына 3 — башланғыс, урта һәм юғары бүлексә ҡалдырыла.
1873 йылда бүлексәләр урынына биш, шул иҫәптән әҙерлек класы ойошторола, уларҙың һәр береһендә уҡыу бер йыл дауам итә.
1881 йылда Изге Синод училищеға яңы бина төҙөргә аҡса бүлә, 1884 йылда бина төҙөлөп бөтә.
19091910 йылдарҙа училищела дүрт даими параллель бүлексә эшләй, уның өс китапханаһы була. Ятаҡта бүлмәләр бәләкәй булғанлыҡтан, күп уҡыусылар фатирҙарҙа йәшәй.
Беренсе донъя һуғышы башланғас, училище корпусы казармаға һәм хәрби лазаретҡа әйләндерелә, ә уҡыу ваҡыты ҡыҫҡартыла һәм дәрестәр Өфө ҡатын-ҡыҙҙар епархия училищеһында үткәрелә.
1919 йылдың авгусында уҡыу йорто ябыла, бер ни тиклем ваҡыт унда Колхоз техникумы урынлаша. 1940 йылдарҙа бинала Тимирязев исемендәге пединститут урынлаша. Баҡса урынына майҙансыҡ эшләнә, ә Гоголь урамындағы юлда Киров исемендәге заводтың хужалыҡ ҡаралтылары биләй.
1957 йылдың ноябрендә пединститут Башҡорт дәүләт университеты итеп үҙгәртелә. 1970 йылдар уртаһында училище бинаһына өсөнсө ҡат өҫтәлә. Хәҙер бында БДУ-ның биология факультеты урынлашҡан[1].

Инфраструктураһы

үҙгәртергә

Дини семинария эргәһендәге кварталда урынлашҡан Ирҙәр дини училищеһы бейек ҡойма менән уратып алына һәм айырым бер ҡаласыҡты тәшкил итә. Уның территорияһында төп бина, ятаҡ, мунса, дауахана, физик культура менән шөғөлләнеү өсөн майҙансыҡтар урынлаша[1].

Архитектураһы

үҙгәртергә

Төп бина һуң классицизм формалары стилендә төҙөлә. Ихата яғындағы декор тулыһынса урам яғындағыһын ҡабатлай. 1891 йылда бина таш диуар менән уратып алына, Ханыковская (Гоголь) урамы яғында баҡса булдырыла[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә