Өфө балалар тимер юлы

Советтар Союзы Геройы В. П. Доброрез исемендәге бәләкәй Өфө балалар тимер юлы — балалар тимер юлы, аттракцион, мәктәп йәшендәге балаларҙы уҡытыу-тәрбиә учреждениеһы. Куйбышев тимер юлының Башҡортостан төбәге структур подразделениеһына ҡарай. Өфө ҡалаһының Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркында урынлашҡан. 1953 йылдың 10 майында Өфө тимер юл ойошмаһы тәҡдиме менән асылған. 1997 йылда Советтар Союзы Геройы Доброрез Василий Павлович исеме бирелә.

Өфө балалар тимер юлы
Нигеҙләү датаһы 10 май 1953
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Урын Иван Якутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Өфө, Рәсәй
Ширина колеи 750 мм[d]
Оҙонлоҡ 2 km
Рәсми сайт kbsh.rzd.ru/ru/10925
Карта
 Өфө балалар тимер юлы Викимилектә

«Башҡортостан пионеры» поезы «Приозёрная» станцияһнда

Өфө ҡалаһында балалар тимер юлы төҙөү тураһында ҡарар, Өфө ҡалаһы Өфө тимер юлының «баш ҡалаһы» булған йылдарҙа ҡабул ителә. Тимер юлды тимер юл вокзалы һәм ҡала үҙәге араһында урынлашҡан И. С. Яҡутов исемендәге паркта урынлаштырырға уйлайҙар.

1952 йылдың көҙөндә төҙөлөш башлана һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә тамамлана. Башта хәрәкәт итеү составы, быға тиклем тар колеялы Белорет тимер юлында эшләгән 159—649 паровозынан һәм йөк вагон-платформаһынан яһалған асыҡ типтағы өс пассажирҙар вагонынан тора.

Йомоҡ, тар колеялы тимер юл линияһы планда «һигеҙ» ҡиәфәтендә була: парктың үҙәк өлөшөндә юлдар киҫешә. Киҫелештә стрелка күсереү ҡулайламаһы булмай. Йәшлек станцияһында ағас вокзал төҙөлә.

1953 йылдың 10 майында юл эшенең беренсе миҙгеле асыла.

1958 йылда Өфө тимер юлы бөтөрөлә, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһенә әйләнә.

1959 йылда Өфө балалар тимер юлына ТУ2-104 тепловозы бирелә. 1961 йылда иҫке «ҡулдан яһалған» пассажирҙар вагондары ете пассажирҙар Pafawag менән алмаштырыла, иҫке вагондарҙың береһе юл эштәре өсөн ҡалдырыла.

1985—1986 йылдарҙа балалар тимер юлы яңынан төҙөлә. Уның юлы үҙгәрә — һуҡыр киҫешеүе юҡҡа сыға, юл йомоҡ линия ҡулсаһына әйләнә.

1991 йылда юлға Демихов машиналар төҙөү заводы етештергән ПВ51 пассажирҙар вагоны килтерелә.

1996—1997 йылдарҙа Йәшлек станцияһында вокзал һүтелә, уның урынына архитектураһы буйынса иҫке ағас вокзал менән оҡшаш кирбес бина төҙөлә.

2004 йылда Приозёрная станцияһы һәм станция менән йәнәш урынлашҡан яңы уҡыу комплексы асыла.

Өфө балалар тимер юлы ике төрлө мәғәнәле тәьҫир яһай. Бер яҡтан — был иң яҡшы балалар тимер юлдарының береһе икәненә шик юҡ: бында ҙур, капиталь вокзал, юлдар һәм ҡоролмалар ремонтланған һәм тәрбиәләнгән, хәрәкәт бик әүҙем (тимер юлдар ғәҙәти эшләгәндә, уның буйынса көнөнә 20 поезд үтә).

Шул уҡ ваҡытта, юл бик ҡыҫҡа (оҙонлоғо саҡ километр ярымдан ашыу) түңәрәк һыҙыҡ формаһында, тулыһынса Яҡутов исемендәге мәҙәниәт һәм ял паркы эсендә ята. Юлдарҙың оҙонораҡ булыуын һәм айырым пункттар һаны күберәк булыуын теләргә ҡала.

Бында ике станция бар: Йәшлек (вокзал), һәм Приозёрная (депо). Өфө балалар тимер юлының юл үҫеше минималь булып тора. 2004 йылдың майына ҡарата булған мәғлүмәттәр буйынса, әйләнештә ике генә стрелка бар — береһе Йәшлек вокзалы янында тупик юлға илтә, икенсеһе, Приозёрная станцияһы янында — хәрәкәт итеү составының туҡтау урынына.

Приозёрная станцияһы биләмәһендә локомотив депоһы бар.

2015 йылда Йәшлек станцияһында пассажирҙар платформаһы тулыһынса ремонтланған.

Хәрәкәт итеү составы

үҙгәртергә

Тепловоз:

  • ТУ7А-3357
  • ТУ10-010
  • ТУ2-104

вагондар:

  • Камбарка машиналар эшләү заводы етештергән 3 вагон.

Эш графигы

үҙгәртергә

1 майҙан 31 майға тиклем билдәле бер график буйынса 11:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем эшләй, 1 июндән 31 авгусҡа тиклем шишәмбенән алып йәкшәмбе көндәрендә 11:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем, 1 сентябрҙән 11 октябргә тиклем билдәле бер график буйынса 11:00 сәғәттән 19:00 сәғәткә тиклем эшләй.

Билет хаҡы

үҙгәртергә

2017 йылда:

  • Өлкәндәр өсөн (10 йәштән өлкән) 100 һум
  • Балалар өсөн (2-10) — 90 һум
  • 1 йәшкә тиклемге балаларға — бушлай.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Фотоһүрәттәр

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә