Өс таған (бейеү)

башҡорттарҙың боронғо йола-ышаныуҙарын сағылдырған күмәк ҡатын-ҡыҙ бейеүе. Бейеү

Өс таған (рус. Треножник) — башҡорттарҙың боронғо йола-ышаныуҙарын сағылдырған күмәк ҡатын-ҡыҙ бейеүе. Бейеү 1974 йылда Әбйәлил районы Ҡаҙмаш ауылында йәшәүсе Ниғмәтова Ғәйнур Сәфиулла ҡыҙы (1917), Дауытова Рәхимә Шаһвәли ҡыҙы (1916), Абдулла ауылынан Фәйзуллина Сәкинә Низам ҡыҙы һ.б башҡалар бейеүендә яҙып алынған. Халыҡ бейеүҙәре — башҡорттарҙа киң таралған сәнғәт төрҙәренең береһе. «Өс таған» бейеүе бөтә Башҡортостанда таралған.[1]

Өс таған
Рәсем

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының бейеү хәрәкәттәре төрлө хеҙмәт барышы менән бәйле: йөн тетеү, иләү, май яҙыу, сигеү, бешеренеү һ.б. Ҡыҙ-ҡырҡын бейеүҙәре ҡош-ҡорттоң осошон, үҫемлектәрҙең тирбәлеүен сағылдырған хәрәкәттәр — бармаҡ шартлатыу, яурын һелкетеү, ҡулдарҙы ян-яҡҡа сайҡалдырыу менән күрһәтелә.

Был башҡорттарҙың боронғо мифологияһына нигеҙләнгән бик боронғо йола бейеүе. Бейеүҙең мифологик тамырҙары кешелектең үлем һәм тыуыу культына барып тоташа. Уның нигеҙендә тормоштоң өҙлөкһөҙ хәрәкәт итеүе сағылдырыла. Бейеүҙе «Ҡарға бутҡаһы» байрамында төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙҙар башҡарған. Әгәр байрам тәбиғәттең алмашыныу, яңырыу, тергеҙелеү тойғоһо бирһә, бейеү өс быуын кешеһенең берҙәмлеген генә түгел, ә быуындар алышыуын, яңырыуын да символлаштыра. Түңәрәк яһап бейеү именлек, муллыҡ һорап тәбиғәткә, ҡояшҡа табыныуҙы аңлатан.[1][2]

Был бейеүҙең тамыры башҡорттарҙың бик боронғо көнкүреш үҙенсәлеген сағылдырған ышаныуға барып тоташа. Иртә яҙҙан малдарҙы ҡырға ебәрер алдынан, башҡорттар (был йола башҡа бик күп халыҡтарҙа ла күҙәтелә) уларҙы таҙартыу, һаҡлау маҡсатында ут аша үткәргәндәр. Сыраҡ яғып, өс кеше өс яҡлап тотоп торған, мал шуның араһынан үтергә тейеш булған. Үткән саҡта мал утҡа тейергә тейеш булмаған. Шулай малды таҙартыу йолаһы башҡарылған. Өс яҡлап яғыуҙың сәбәбе өс һанының тылсымлы көсөнә ҡайтып ҡалған. Аҙаҡ инде ышаныу-йола ниндәйҙер кимәлдә «Өс таған» бейеүендә лә сағылыш тапҡан. Тәңрегә (ҡояшҡа) табыныу, унан байлыҡ, мал үрсеүен, уның именлеген һорау бейеүҙең төп мәғәнәһенең береһе булып тора.[2]

 
«Өс быуын» бейеүе. М. Иҙрисов, А. Фәхретдинов, С. Исмаилов

XIX быуат аҙағы — XX быуат баштарында бейеү боронғо ышаныу менән бәйләнеште тулыһынса тиерлек юғалтҡан. Бейеү, бөгөнгө көндә тулыһынса йола мәғәнәһен юғалтып, йырлы, уйынлы бейеү формаһында башҡарыла.[1]

Башҡарылыу тәртибе

үҙгәртергә

Бейеүҙе төрлө йәштәге ҡатын-ҡыҙ башҡара. Күмәк ҡатын-ҡыҙ ҙур түңәрәк яһап баҫа. Улар уң яҡҡа табан ҡулға-ҡул тотоношоп, аяҡ табанына тулыһынса баҫып, ваҡ ҡына һәлмәк алмаш аҙым менән бейей. Ҙур түңәрәктең эсендә өсәр кеше, тағы бәләкәй түңәрәктәр яһап, ҡулға-ҡул тотоношоп, уң яҡҡа табан бейей. 9-16 такт эшләнә. Ҙур түңәрәктәгеләр туҡтап, бер үк ваҡытта ҡул саба һәм тыпырлатып бейей. Ҙур түңәрәк эсендәге өс ҡыҙҙың икеһе парлашып, ҡулға-ҡул эләктерешеп, тыпырлатып бейей, «артыҡ» ҡалған өсөнсө ҡыҙ ҙур түңәрәктәге берәй ҡыҙҙы бейергә саҡыра. Ҡыҙҙар ҡушлап, ҡулға-ҡул эләктерешеп, өйөрөлөп бейей. Һәм саҡырған ҡыҙҙар ҙур түңәрәккә тора, ә саҡырылғандар эстәге бәләкәй түңәрәккә баҫа. Шул рәүешле бейей башлайҙар. Эстәге түңәрәктәрҙәге бейеүселәр һәр ваҡыт алышынып тора. Бейеүҙең үҙенсәлеге шунда, уны бик оҙаҡ туҡтауһыҙ бейергә мөмкин.[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Л. И. Нагаева. Башкирская народная хореография. — Уфа: Китап, 1995. — 144 с. — ISBN 5-295-01410-Х.
  • Л. И. Нагаева. Танцы восточных башкир. — Москва: Наука, 1981. — С. 125.
  • Р. Султангареева. Танцевальный фольклор башкир. — Уфа: Гилем. НИК "Башкирская энциклопедия", 2013. — 128 с. — ISBN 978-5-88183-125-5.

Һылтанмалар

үҙгәртергә