Өлкән Володя һәм йәш Володя (хикәйә)

Өлкән Володя һәм йәш Володя  — хикәйә. Антон Павлович Чехов уны 1884 йылда яҙған. 1893 йылда хикәйә «Русские ведомости» гәзитенең 357-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға.

Өлкән Володя һәм йәш Володя
Нигеҙләү датаһы 1893
Атамаһы Володя большой и Володя маленький
Сәнғәт формаһы хикәйә
Автор Чехов Антон Павлович
Әҫәрҙең теле урыҫ теле
Нәшер ителеү ваҡыты 28 декабрь 1893 (9 ғинуар 1894)
Первая строка — Пустите меня, я хочу сама править! Я сяду рядом с ямщиком!
Баҫылған Русские ведомости[d]
Авторлыҡ хоҡуғы статусы 🅮[d] һәм 🅮[d]

Баҫмалар

үҙгәртергә

А. П. Чеховтың «Өлкән Володя һәм йәш Володя» хикәйәһе 1884 йылда яҙылған. 1893 йылда хикәйә «Русские ведомости» гәзитенең 357-се һанында Антон Чехов ҡултамғаһы менән баҫылып сыға. 1894 йылда хикәйә «Повести и рассказы» йыйынтығына, артабан А. Ф. Маркс нәшер иткән яҙыусының әҫәрҙәр йыйылмаһына индерелә.

Чехов тере саҡта хикәйә немец, венгр, серб-хорват, словак һәм швед телдәренә тәржемә ителә.

И. И. Островский 1894 йылда Чеховҡа: «Мин Һеҙҙең һуңғы ике йыл эсендә «Русская мысль», «Русские ведомости» һәм «Артист» баҫмаларындағы бөтә яҙғандарығыҙҙы ла уҡып барҙым. Барыһы ла ( «Өлкән Володи һәм йәш Володянан» башҡалары) миндә һәм Һеҙҙе уҡыған минең таныштарымда шул тиклем матур тәьҫораттар ҡалдырҙы». Тәнҡитсе С. А. Андреевский «Өлкән Володя һәм йәш Володяны» «төрлө яңы варианттарҙағы амур мөнәсәбәттәрен күтәреүсе» әҫәрҙәр иҫәбенә индерә[1].

Тәнҡитсе В. Альбов, Чеховтың ҡайһы бер персонаждары, «яҡты нөктә булып балҡып», яңынан «тирә йүндәге әҙәпһеҙлеккә инеп юғала. Шундайҙарҙың береһе, мәҫәлән,Софья Львовна»[2].

1895 йылда И. Е. Репин яҙыусының «Повести и рассказы» йыйынтығына ингән хикәйәләренә бик юғары баһалама бирә.

Персонаждар

үҙгәртергә
  • Софья Львовна: йәштә, йә өлкән Владимирға, йә йәш Владимирға ғашиҡ.
  • Владимир Никитич Ягич: 54 йәштә, өлкән Владимир, Софияның ире, армия полковнигы.
  • Владимир Михайлыч: 30 йәштә, йәш Владимир, хәрби табип.
  • Оля: Софияның инәһе, өлкән Владимирҙың элекке ҡатыны.

Софья Львовна өлкән Владимир Никитич Ягичҡа ике ай элек кейәүгә сыға, өлкән Володя унан 31 йәшкә олораҡ. Софья башта Владимир Михайлычҡа, иренең полкында хәрби табип булып хеҙмәт иткән йәш Володяға ғашиҡ була. Хәҙер ул табибҡа иҫе китмәй. Софья Львовна үҙен тормошта бик уңышлы кеше итеп һиҙә, сөнки уның аҡсаһы ла күп, ҡарт ирен дә ныҡ ярата.

Ресторандан ике Владимир менән бергә ҡайтып килгән саҡта, ул юл буйындағы монастырга туҡтала: бында уның Софья ҡарт Владимирға кейәүгә сыҡҡандан һуң монахлыҡҡа киткән инәһе Ольга йәшәй. Ҡатындар яңылыҡтар менән бүлешә, һәм Оля улар менән санала йөрөп килергә ризалаша.

Шуның иртәгеһенә йәш Владимир, табип булараҡ, Софья Львовна янына килә, һәм тегеһе иргә үҙенең уны яратыуы хаҡында әйтә һәм уның һөйәркәһенә әйләнә. Тик бер аҙнанан йәш Володя Софьяны ташлай. Софья Львовна үҙ тормошоноң күңелһеҙ һәм һәр саҡ бер төрлө буласағын аңлай.

Экранлаштырыу

үҙгәртергә

1985 йылда А. Довженко исемендәге киностудияла Чехов хикәйәләре мотивтары буйынса «Өлкән Володя, йәш Володя» нәфис фильмы төшөрөлә . Режиссеры - Вячеслав Криштофович. Ролдәрҙә: Ольга Мелихова — Софья Львовна , Ростислав Янковский — Владимир Ягич (өлкән Володя ) , Олег Меньшиков — Владимир Салимович (йәш Володя ) .

  • Чехов А. П. Володя большой и Володя маленький // Чехов А. П. Полное собрание сочинений и писем: В 30 т. Сочинения: В 18 т. / АН СССР. Ин-т мировой лит. им. А. М. Горького. — М.: Наука, 1974—1982.
  • Voir Dictionnaire Tchekhov, page 308, Françoise Darnal-Lesné, Édition L'Harmattan, 2010, ISBN 978 2 296 11343 5.
  • Vladimir le grand et Vladimir le petit, traduit par Édouard Parayre, révision de Lily Dennis, éditions Gallimard, Bibliothèque de la Pléiade, Paris, 1971, ISBN 2 07 0106 28 4.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. «Новая книжка рассказов Чехова». — «Новое время», 1895, № 6784, 17 января
  2. Ст. «Два момента в развитии творчества Антона Павловича Чехова ...» «Мир божий», 1903, № 1, стр. 92