Ә. Х. Хәкимовтың мемориаль йорт-музейы

Яҙыусы Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың мемориаль йорт-музейы

Ә. Х. Хәкимовтың мемориаль йорт-музейы — музей. Дәүләкән ҡалаһында урынлашҡан. 2005 йылдың декабрендә халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың мемориаль йорт-музейы булараҡ ойошторолған. Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы филиалы. 2006 йылда хәҙерге исемен һәм статусын алған.

Ә. Х. Хәкимовтың мемориаль йорт-музейы
Ә. Х. Хәкимов музейы
Асылған ваҡыты 2005 йыл
Урынлашыуы Башҡортостан Республикаһы, Дәүләкән ҡалаһы.

Музей экспозицияһы

үҙгәртергә

Музей фонды 1200-ҙән артыҡ һаҡлау берәмәген тәшкил итә. Шулар араһында Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәсән улы Хәкимовтың китаптары, шәхси әйберҙәре, ҡулъяҙмалары, аудио‑ һәм видео материалдары, рәссам А.А.Абдулатипов ижад иткән портреты, скульптор М.Р.Сәғитов эшләгән Ә. Хәкимовтың ағас бюсы, Хәкимовтар ырыуының шәжәрәһе. 3 бүлектән торған экспозицияла яҙыусының тормошо һәм ижады тураһында фото‑ һәм документаль материалдар бар. Уның эш кабинетының һәм ҡунаҡ бүлмәһенең интерьеры элекке хәленә ҡайтарылған. Музейҙа хәтер кисәләре, балалар ижады конкурстары үткәрелә, уның янында “Дим” әҙәби берекмәһе эшләй. Ә. Х. Хәкимовтың ҡатыны Лидиә Камал ҡыҙы Хәкимова яҙыусының әҙәби мираҫын һаҡлап ҡалыуға һәм өйрәнеүгә ҙур өлөш индергән. Ҡыҙы Гөлшат Хәкимова менән бергә ул күп йылдар дауамында материалдарҙы йыйған, ҡараламаларҙы уҡыған, яҙыусының тәүге әҫәрҙәрен баҫтырыуға күп көс һалған һәм уның ижадына ҡарашты киңәйткән.

Китаптары

үҙгәртергә

Мостай Кәримдең шиғриәтенә арналған «Быуат менән бергә» («С веком наравне») монографияһы Ташкентта урыҫ телендә баҫыла. Повестары: «Гөлбикә» (1971 йыл), «Осар ҡоштар» (1973), «Күпер» (1975), «Йәйғор» (1973), «Бәйге» (1974), «Аҡһаҡ бүре» (1977), «Туй» (1977) Романдары: «Ҡуштирәк» (1982 йыл), «Һауыр ҡумта» (1982), «Думбыра сыңы» (1984), «Ҡош юлы» (1986), «Өйөрмә» (1990), «Дауылдан ҡотолоу юҡ» (1994), «Каруан» (1997). «Ҡуштирәк» һәм «Һауыр ҡумта» романдары өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1984), «Думбыра сыңы» китабы өсөн РСФСР-ҙың М. Горький исемендәге дәүләт премияһы (1989) менән бүләкләнә.

Һылтанмалар

үҙгәртергә