Әҡлимә

башҡорт ҡатын-ҡыҙ исеме

Әҡлимә — башҡорт, татар һәм башҡа төрки халыҡтарында, шул иҫәптән башҡорттарҙа исем.

Әҡлимә

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әҡлимә исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән килеп ингән. Мәғәнәһе һүҙ оҫтаһы[1], икенсе сығанаҡтар буйынса аҡыл (Жанузаков), ил, ғәләм тигәнде аңлата[2].

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Садиҡова Әҡлимә Ғариф ҡыҙы (7 ноябрь 1908 йыл — 18 июнь 1993 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының 1933—1983 йылдарҙағы актёры. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған (1972), Башҡорт АССР‑ының халыҡ (1955) артисы. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1955).

Сафина Әҡлимә Ғәзи ҡыҙы (29 май 1948 йыл) — совет, партия һәм йәмәғәт хеҙмәткәре, шағир һәм прозаик. 2013 йылдан Учалы яҙыусылар ойошмаһының яуаплы секретары. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Яҙыусылар союзы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы.

Шәрипова Әҡлимә Мансур ҡыҙы(1 ғинуар, 1927 йыл — ?) — БАССР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Әҡлимә (ислам) — Әҙәм пәйғәмбәрҙең ҡыҙы. Һауа 20 тапҡыр бала таба, шул уҡ ваҡытта, һуңғы улынан башҡа, гел игеҙәк балалар тыуа. Шулай итеп Һауа бөтә ғүмере буйына 39 балаға ғүмер бирә. Ике йыл аша бала таба. Иң билдәле балалары — улдары Шис, Ҡабил һәм Һабил, ҡыҙҙары Ләбүдә һәм Әҡлимә.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Әҡлимә (йыр) — Рим Хәсәнов музыкаһына яҙылған йыр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ