Әхмәҙиә мәсете (Үскүдар)

Әхмәҙиә Мәсете (төр. Ahmediye Camii; рус. Мече́ть Ахмедие́) — шулай уҡ Кефче Деде Мәсете (төр. Kefçe Dede Camii) булараҡ билдәле. Мәсет Истанбулдың Азия өлөшөндә Үскүдар районы Әхмәҙиә биҫтәһендә урынлашҡан.

Әхмәҙиә мәсете
Дәүләт  Төркиә
Административ-территориаль берәмек Истанбул һәм Үскүдар
Архитектура стиле Ғосман архитектураһы
Карта
 Әхмәҙиә мәсете Викимилектә

Мәсет архитектор Мәхмәт Таһир-аға (төр. Mehmed Tahir Ağa) тарафынан ғосман стилендә төҙөлгән. Төҙөлөш 1721 йылда башланған һәм бер йыл ғына дауам иткән. Мәсеткә ике тапҡыр ремонт яһалған (1861 һәм 1885) һәм 1965 йылда тулыһынса реставрацияланған.

Башта мәсет берҙән-бер бина булыр тип уйланылған, әммә һуңыраҡ эргәһендә зыярат барлыҡҡа килгән һәм өҫтәлмә ҡаралтылар төҙөлгән (имарәт, фонтан, мәктәп, мәҙрәсә, китапхана). 2008 йылға тиклем мәсет урынлашҡан район "Кефче Деде " исемен йөрөтә; мәсеттең икенсе исеме лә шунан алынған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә