Әхмәр урманы — Рәсәйҙәге япраҡлы урман массивы, Башҡортостандың Ишембай районында, Ишембай ҡалаһынан 21 км төньяҡ-көнсығышта һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһынан 18 км көнсығышта урынлашҡан.

Әхмәр урманы
Әхмәр урманы
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ишембай районы
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 180 метр һәм 310 метр
Майҙан 1500 гектар
Карта
 Әхмәр урманы Викимилектә

Тасуирлама

үҙгәртергә

Присновская тауынан көньяҡ-көнбайышта урынлашҡан һәм оҙонлоғо 5 км-ға тиклем һәм киңлеге 4 км-ға тиклем булған тура дүртмөйөшлө участканан ғибәрәт[1]. Әхмәр урманының майҙаны 15 квадрат километр самаһы[2]. Урман массивы диңгеҙ кимәленән 180 метрҙан 310 метрға тиклем бейеклектә урынлашҡан.

 
Әхмәр урманында.
 
Әхмәр урманы ситендә.

Урмандың көнбайыш ситендә Һеләүек[1] йылғаһының ҡушылдығы Каменка[3] шишмәһе баш ала. Әхмәр урманының көньяҡ ситендә Алабирҙебаш йылғаһы (Бирҙешле йылғаһы ҡушылдығы) аға, ул Әхмәр һәм Барский[1] урмандарын бүлә. Көньяҡ-көнбайыштан урманды Бирҙешле йылғаһы уратып үтә[1][4]. Көнсығыш ситенән урманды урман массивының көнсығыш сигендә баш алған Ҡыяуыҡ (Егән йылғаһының ҡушылдығы) йылғаһы урап үтә[1][4]. Урман массивының үҙәк өлөшөндә Әхмәр урманының иң юғары нөктәһе урынлашҡан (320 метрҙан 340 метрға тиклем бейеклектә). Урман массивының көньяҡ өлөшөндә, диңгеҙ кимәленән 279,5 метр бейеклектә геодезия пункты урынлашҡан[1].

Төньяҡтан урманды, урман массивының көнбайыш ситендә урынлашҡан Әхмәр ауылы эргәһенән үткән Р316 автомобиль юлы (Стәрлетамаҡ — Магнитогорск) урап үтә[4]. Урман аша электр тапшырыу линияһы һәм Әхмәр — Петровский грунтлы юл үтә[1][4].

Әхмәр урманында япраҡлы ағастар имән һәм йүкә үҫә[1]. Урман массивының ағаслығы, 1983 йыл мәғлүмәттәре буйынса уртаса, бейеклеге 17 метр һәм йыуанлығы 20 см тәшкил иткән ағастарҙан ғибәрәт[1]. Урман массивы ярынтылар менән 9 секторға бүленгән[1]. Урмандың көньяҡ өлөшө буйлап туғай йәшәреп ята, төньяҡ сиге буйында һирәк урман осрай[1].

1805 йылда урман Ырымбур губернаһының Стәрлетамаҡ өйәҙенә ҡараған, һәм уның көнсығыш ситендә поташ заводы урынлашҡан булған[3].

Топографик картаһы

үҙгәртергә

Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 Лист карты N-40-89. Масштаб: 1 : 100 000. Состояние местности на 1983 год. Издание 1985 г.
  2. Данные оценки площади получены с помощью калькулятора площадей по спутниковым снимкам Google Maps
  3. 3,0 3,1 План генерального межевания Стерлитамакского уезда Оренбургской губернии, 1805 год
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 Карта бите N-40-XXI. Масштаб: 1 : 200 000. Указать дату выпуска/состояния местности.