Әсә: Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Һүҙлек
Әсә: Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Һүҙлек— башҡорт мәҡәлдәре һәм әйтемдәре һүҙлеге. Төҙөүсеһе — филология фәндәре докторы Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы Әхтәмов. Китап 2002 йылда Өфөлә «Китап» нәшриәтендә донъя күрә[1].
Әсә: Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Һүҙлек | |
Атамаһы | Әсә.Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр: һүҙлек |
---|---|
Автор | Әхтәмов Мөхтәр Хөснөлхаҡ улы |
Нәшер итеүсе | Китап |
Нәшер ителеү ваҡыты | 2002 |
Был йыйынтыҡҡа ингән бөтә мәҡәлдәр һәм әйтемдәр ҙә 1980 йылда сыҡҡан «Башҡорт халыҡ ижады. Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр» китабынан алынған.
Эстәлеге
үҙгәртергәБыл китапта «әсә» һүҙенә бәйләнешле (инә, ата, бала, егет, ҡатын, ҡыҙ, кейәү һ.б.) 106 һүҙ менән шул һүҙҙәр осраған 2452 мәҡәл һәм әйтем тупланған. Китапта башҡорт алфавиты, ике ҡушымта ла бирелә. Һүҙлектә «әсә» һүҙенә бәйле һүҙҙәр башта ҡалын хәреф менән күрһәтелә, һүҙлек өлөшөндәге мәҡәлдәр һәм әйтемдәр беренсе һүҙенән башлап алфавит тәртибендә урынлаштырылған. Был кәрәкле мәғлүмәтте эҙләүҙе еңеләйтә.
Һүҙлектәге айырым ҡуйылған һүҙ мәҡәл һәм әйтемдәрҙә ҡыя яҙылыш менән айырып күрһәтелгән. Һәр мәҡәл, йәки әйтем аҙағында сығанаҡ йыйынтыҡтың нисәнсе битендә йәки биттәрендә торғанлығы һандар менән күрһәтелгән.
Китап "Башҡортостан Республикаһы халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса дәүләт программаһы"на ярашлы сығарыла. Ул башҡорт теле менән ҡыҙыҡһынған төрлө ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- М. X. Әхтәмов. Әсә: Мәҡәлдәр һәм әйтемдәр. Һүҙлек / М. X. Әхтәмов. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 2002. — 104 с. — ISBN 5-295-02987-5.