Әсәй (ауыл)
Әсәй (татар. Әсәй, рус. Асеево) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Аҙнаҡай районы ауылы.
Әсәй | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Асеевское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Асеевское сельское поселение[d][1] |
Халыҡ һаны | 542 кеше (2002)[2] |
Почта индексы | 423310 |
География
үҙгәртергәАуыл Стәрле йылғаһы буйында, Аҙнаҡай ҡалаһынан көнсығышҡа табан 14 км алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Тарих
үҙгәртергәАуылға юрмый ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Юрмый улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы Бөгөлмә өйәҙенә ҡарай. 1850 йылда Бөгөлмә өйәҙе Һамар губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Аҙнаҡай административ-территориаль улусы составына керә[4].
XX быуат башында ауылда 3 һыу тирмәне, 3 мәсет, 3 мәктәп теркәлгән[3].
1920 йылда ауыл яңы ойошторолған Татар АССР-ының Бөгөлмә кантоны составына керә. 1930 йылдан Тымытыҡ районы, 1931 йылдан — Аҙнаҡай районы, 1963 йылдан — Әлмәт районы, 1965 йылдан — йәнә Аҙнаҡай районы составында була[3].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ауылда 72 башҡорт һәм 182 типтәр; 1859 йылда — 794 башҡорт иҫәпләнгән[4].
1859 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2000 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
794 | 1450 | 1771 | 1236 | 1299 | 744 | 605 | 687 | 554 | 495 | 546 |