Әсебар (Бөрйән районы)
Әсебар (1949 — 1959 йылдар) — Башҡорт АССР-ы Бөрйән районына ҡараған һәм юҡҡа сыҡҡан ауыл.
Әсебар | |
Нигеҙләү датаһы | 1949 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Башҡортостан Республикаhы Бөрйән районы |
Административ-территориаль берәмек | ауыл |
Тамамланыу датаһы | 1959 |
Урынлашҡан ере
үҙгәртергәБөрйән районында Яңы Усман ауылынан көнсығышҡа ҡарай, Әсебар яланында урынлашҡан булған. Араларында Күк бүре тауы ята. Туранан сыҡҡанда 12 саҡрым алыҫлыҡта булған.
Яландың ҡаршыһындағы тауы аҫтынан Бетерә йылғаһы аға. Бетерә йылғаһы яры буйлап тар һыҙат булып яландар теҙелеп китә. Ауыл шул һыҙатта урынлашҡан булған. Әлеге ваҡытта ла Бетерә йылғаһы яры буйлап өй нигеҙҙәре, һарай урындары һаҡланып ҡалған.
Бетерә йылғаһының уң яҡ ярынан Уралтау һырты теҙмәләре һуҙылып китә. Һул яҡ ярын ҡатнаш урман биләй. Ауыл эргәһендә йылғаның уң ярына Уна йылғаһы килеп ҡушыла.
Тарихы
үҙгәртергәАуыл 1949 йылда барлыҡҡа килгән. Бөйөк Ватан һуғышынан һуң емерелгән хужалыҡтарҙы тергеҙеү өсөн күпләп төҙөлөш ағасы кәрәк була. Бетерә һәм Уна йылғалары буйлапурынлашҡан урмандар ҡарағай ағасына бай булған. Ағасты ҡырҡып, Бетерә буйлап һаллап ағыҙыу өсөн күпләп даими эш көсө кәрәк була. Ғәиләләре менән килеп урынлаша алһындар өсөн йәшәргә өйҙәр, дөйөм мунса, магазин төҙөлә. Икмәк бешереү өсөн пекарня булдырыла. Балалар өсөн дүрт йыллыҡ мәктәп асыла. Уҡытыусылары Күсәмешева Хәлиҙә була. Шулай итеп Әсебар ауылы барлыҡҡа килә.
Әммә эргә – тирәләге ағастар кәмеп, ағас ҡырҡыу планын үтәй алмай башлағас, эшселәрҙең эш хаҡтары кәмей. Һөҙөмтәлә эшселәр тарала, тыуған яҡтарына кире ҡайта йәки эргә-тирәләге ауылдарға ( Яңы Усман, Шанск, Яфанкин. Ишей һәм башҡа ауылдарға) күсеп китә башлай. Иң һуңғы ғәилә ауылды ( Моталов Фәйзулла) 1959 йылда ташлап китә. Ауыл биләмәһе “Үрнәк” колхозы малды ҡышлатыу урынына әйләнә.