Әрмәнстан-әсә (монумент)
Әрмәнстан-әсә[2] (әрм. Մայր Հայաստան) — Советтар Союзының Бөйөк Ватан һуғышында еңеүе хөрмәтенә Ереванда ҡуйылған монумент. Бейеклеге — 54 м[3], шул иҫәптән статуяның бейеклеге — 22 м. Ахтанак (Еңеү) паркында ҡуйылған, ҡала үҙгенән бейегерәк булып күренеп тора. Пьедестал (1950, архитекторы — Рафаел Исраелян) граниттан эшләнгән, милли орнамент мотивтары ҡулланылған — таш һырланған. Башта уға Сталин (скульпторы — Сергей Меркуров) урынлаштырылып, 1962 йылда һүтеп алына. «Әрмәнстан-әсә» (1967, скульпторы — Ара Арутюнян) статуяһы еҙҙән сүкеп яһала һәм Тыуған илдең ҡеүәтен, бөйөкләгән символлаштыра. Ҡылысты ҡынына һалған әсә образын кәүҙәләндерә. Уның аяҡ аҫтында ҡалҡан ята. Скульптура ҡул формаларының стилләштерелеүе, ҡәтғи кейем менән ҡылыҡһырлана.
Әрмәнстан-әсә | |
әрм. Մայր Հայաստան | |
Нигеҙләү датаһы | 1967 |
---|---|
Дәүләт | Әрмәнстан[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ереван һәм Канакер-Зейтун[d] |
Урын | Еңеү паркы (Ереван) |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | Баҡыр |
Архитектор | Рафаел Исраелян[d] |
Мираҫ статусы | памятник культурного наследия в Армении[d][1] |
Бейеклеге/буйы | 22 метр |
Әрмәнстан-әсә Викимилектә |
Һөйкәл нигеҙендә Оборона министрлығының музейы урынлашҡан, унда Бөйөк Ватан һуғышы һәм Ҡарабах низағы ваҡытындағы экспонаттар ҡуйылған: шәхси әйберҙәр, ҡорал, документтар һәм геройҙың портреттары. Пьедесталдың тирә-яғына шул ваҡыттағы ҡорал өлгөләре урынлаштырылған.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Донъялағы иң бейек статуялар исемлеге
- Ватан-әсә
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 https://tools.wmflabs.org/heritage/api/api.php?action=search&format=json&srcountry=am&srlang=hy&srid=1.12/10.3 — 2017.
- ↑ БРЭ/Ереван
- ↑ По другим данным — 52 м.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Софья Георгиевна Капланова. «Ара Арутюнян», Москва, «Советский художник». 1968