Әнисә мәсете (Мишкә районы)

«Әнисә» мәсете Башҡортостан Республикаһы Мишкә районы үҙәге Мишкә ауылында урынлашҡан.

«Әнисә» мәсете

Топонимикаһы

үҙгәртергә

«Әнисә» мәсетенең исеме Мишкә ауылында йәшәүсе Ғәлиева Әнисә Фәрхутдин ҡыҙы иҫтәлегенә аталған.

2007 йылда Мишкә ауылы мосолмандарына Алла йортонда намаҙ, йолаларҙы башҡарыу, үтәү мөмкинселеге булдырыла — «Әнисә» мәсете асыла. Ғәлиева Әнисә Фәрхутдин ҡыҙының улдары Ринат һәм Динар Ғәлиевтар мәрхүм әсәләре иҫтәлегенә район үҙәгендә мәсет төҙөргә ҡарар итәләр. Әнисә Ғәлиева 2004 йылда баҡый донъяға күсә. Фәүзи һәм Әнисә Ғәлиевтар 4 балаға, Рима, Ринат, Венера, Динарға ғүмер бирәләр.[1] «Әнисә» мәсете имам-мөхтәсибе итеп Йосопов Рафаил хәҙрәт тәғәйенләнә. Ул 2007—2019 йылдарҙа эшләй. 2019 йылда Юғары мөфтөй, Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин Указы менән Мишкә ауылы «Әнисә» мәсетенә имам-мөхтәсиб вазифаһына Хәниф Фәйзелғаян улы Шайморатов тәғәйенләнә. Мәсеттә «Атна кис» төркөмө булдырыла. Улар һәр аҙна мәсетте йыйыштырыу, төҙөкләндереү, төрлө саралар үткәреү буйынса ойоштороу эштәре алып баралар. Бер арауыҡ мәсет үҙенең «Әс-Сәләм» газетаһын сығара, финанс һорауҙарына бәйле бөгөнгө көндә туҡталған. 2016 йылда халыҡ көсө менән мәсеткә косметик ремонт яһалған.[2]

Мәсеттең бөгөнгөһө

үҙгәртергә

Бөгөнгө көндә «Әнисә» мәсетенә Мишкә ауылы мосолмандары ғына түгел, райондың төрлө ауылдарынан йома намаҙына, байрамдарға йыйылалар. Мәктәп уҡыусылары ОРКСЭ фәненән мәсеткә киләләр. Имам-мөхтәсиб уҡыусыларҙы Ислам дине менән таныштыра. Халыҡ өсөн Ҡорбан, Ураҙа ғәйеттәре уҙғарыла.[3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

1. «Умырзая» район газетаһы, «Әнисә» мәсете, 2011 йыл, № 4
2. Районная газета «Дружба»,"Пусть не меркнет свет в доме Аллаха" 29.06.2018, «Пусть Дом Аллаха не пустует никогда» 17.05.2019