Әминә Семие Онасья

Әминә Семие Онасья (шулай уҡ Эмине Семие һәм Эмине Вахиде исемдәре аҫтында билдәле, 28 март 1866, Истанбул — 1944, Истанбул) —төрөк яҙыусыһы һәм тәүге феминистарҙың береһе.

Әминә Семие Онасья
төр. Emine Semiye Önasya
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Ғосман империяһы
 Төркиә
Псевдоним Emine Vahide
Тыуған көнө 28 март 1866({{padleft:1866|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Истанбул, Ғосман империяһы
Вафат булған көнө 1944[1]
Вафат булған урыны Истанбул, Төркиә
Атаһы Ахмед Джевдет-паша[d]
Бер туғандары Фатма Алийе Топуз һәм Айгюн, Гюзиде Сабри[d]
Хәләл ефете Reşit Ronabar[d]
Һөнәр төрө яҙыусы, уҡытыусы, борец за права женщин
Сәйәси идеология Феминизм

Биографияһы

үҙгәртергә

1866 йылдың 28 мартында Ғосман империяһының баш ҡалаһы Истанбулда тыуған[2]. Әхмәт Йәүҙәт пашаның менән Адвие Рабиға ханымдың ҡыҙы һәм яҙыусы Әлиә Фатима Топуздың һеңлеһе була[3][4]. Ул Ғосман империяһы ҡатын-ҡыҙҙары араһынан тәүгеләрҙән булып Европала белем алған[4]. Әминә Семие ете йыл дауамында Францияла һәм Швейцарияла психология һәм социологияны өйрәнә[2][4].

1882 йылдан Әминә Семие Истанбулда һәм башҡа ҡалаларҙа төрөк телен һәм әҙәбиәтен уҡыта[4]. Ҡыҙҙар өсөн мәктәптә инспектор һәм Шишли Эфтал госпиталендә кесе шәфҡәт туташы булып эшләй[2]. «Mütalaa» һәм «Hanımlara Mahsus Gazete» гәзиттәрендә баҫылып сыҡҡан мәғариф һәм сәйәсәт тураһында мәҡәләләр яҙған[2]. Шулай уҡ 1893 йылда «Hulasa-i Ilm-i Hesap» тигән математика буйынса әсбап нәшер иткән[5]. Әминә Семиеның иң билдәле әҫәрҙәренең береһе — «Sefalet» («Фәҡирлек»)[6] һәм «Gayya Kuyusu» («Тамуҡ соҡоро») хикәйәләре[2].

Апаһы Әлиәй Фатима Топуз менән бергә Әминә — Ғосман империяһында ҡатын-ҡыҙҙар хоҡуҡтары өсөн хәрәкәттең иң әһәмиәтле эшмәкәрҙәренең береһе тип иҫәпләнә[7][8]. Ҡатын-ҡыҙҙарға ярҙам итеү маҡсаты булған бер нисә мәрхәмәтлелек ойошмаларын төҙөүҙә ҡатнаша[3]. Шулай уҡ Әминә ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтарын киңәйтеү өсөн көрәшә. Ул «Берҙәмлек һәм прогресс» партияһы, шулай уҡ Ғосман демократик партияһы ағзалары булған[2]. 1920 йылда Әминә Семие Төркиә журналистары ассоциацияһы идаралығы составына ингән[9].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

Оҙаҡ ваҡыт Парижда йәшәй. Ике мәртәбә кейәүҙә була[4]. Уны беренсе иренең исеме Мостафа бей була, икенсеһе — Рәшит паша. Ике никах та айырылышыу менән тамамлана[4]. Әминәнең улы — Йәүҙәт Лагаш[4]. Әминә Семие 1944 йылда Истанбул ҡалаһында вафат була[4].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Semiye Emine // https://womenwriters.rich.ru.nl/womenwriters/vre/persons/6e46e438-4ef2-467c-b2fe-f0b6b186062d (ингл.)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 2,5 Emine Semiye. Ministry of Culture (Turkey). Дата обращения: 28 август 2012.
  3. 3,0 3,1 Emine Semiye (төр.). Kitap Yurdu (Book Land). Дата обращения: 28 август 2012.
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 4,4 4,5 4,6 4,7 Karaca, Şahika Modernleşme Döneminde Bir Kadın Yazarın Portresi: Emine Semiye Hanım (A portrait of a woman author in modernisation period: Emine Semiye) (билдәһеҙ) // Bilig. — 2011. — Т. 57. — С. 115—134.
  5. Livezeanu, Irina. Women and gender in Central and Eastern Europe, Russia, and Eurasia (инг.). — AWSS, 2007. — P. 226.
  6. Sefalet - Emine Semiye. Alternative Books. Дата обращения: 28 август 2012. Архивировано из оригинала 29 октябрь 2013 года. 2013 йыл 29 октябрь архивланған.
  7. Kurnaz, Şefika Fatma Aliye’nin Emine Semiye’ye Bir Mektubu (A letter of Fatma Aliye to Emine Semiye). ASOS Index. Дата обращения: 28 август 2012. 2017 йыл 27 октябрь архивланған.
  8. Elif Bilgin. An analysis of Turkish modernity through discourses of masculinities (PhD Thesis). Middle East Technical University (октябрь 2004). Дата обращения: 23 ноябрь 2013.
  9. Nur Bilge Criss. Istanbul under Allied Occupation, 1918-1923 (билдәһеҙ). — Boston: Brill, 1999. — С. 24.Ҡалып:Subscription required