Әзербайжан уҡытыусылар институты

Әзербайжан уҡытыусылар институты (әзерб. Azərbaycan müəllimlər institutu) — уҡытыусыларҙы әҙерләү, белемен күтәреү, яңынан әҙерләүсе юғары уҡыу йорто.

Әзербайжан уҡытыусылар институты
Нигеҙләү датаһы 1929
Дәүләт  Әзербайжан
Урын Әзербайжан
Рәсми сайт ami.az
Карта

1920 йылда Халыҡ мәғарифе комиссариаты мәктәп уҡытусыларын әҙерләү өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы курстар (2-6 айлыҡ) ойоштора. 1927 йылда Халыҡ мәғарифы комиссариаты өйҙә уҡыу педагогик техникумдарын ойоштора, 1500 уҡытыусы эшкә алына. Был курстарҙың маҡсаты — ситтән тороп урта махсус белемле уҡытучылар әҙерләү. Шулай уҡ уҡытусылар кадрҙарын яңыдан әҙерләүгә лә ҙур иғтибар бирелде.

 
Әзербайжан уҡытыусылар институты

1929 йылдың 1 октябрендә Әзербайжан ССР-ы халыҡ мәғарифы комиссариаты коллегияһы ҡарары нигеҙендә, 1929 йылдың 13 июлендә Халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү буйынса Азәрбайжан институты асыла. Институт составына өй педагогика техникумдары, элекке педагогик факультет һәм ситтән тороп уҡыу методик курстары инә. Башта институт ситтән тороп (юғары һәм урта) һәм ҡыҫҡа вакытлы курстар аша алып барылған педагогик кадрҙарҙы яңынан әҙерләү эше менән генә мәшғүл булған. Яңыдан әҙерләүгә барлыҡ категория мәғариф хеҙмәткәрҙәре йәлеп ителгән.

1939 йылда Халыҡ мәғарифы кадрҙарының квалификацияһын күтәреү институтының исеме Республика уҡытусыларҙың квалификацияһын күтәреү институты тип алмаштырыла.

1972 йылда Республика уҡытусыларҙың квалификацияһын күтәреү институты исеме Уҡытыусыларҙың квалификацияһын күтәреү Үҙәк институты тип үҙгәртелә. Халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү системаһын яҡшыртыу маҡсатларында 1989 йылыдң 4 октябрендә Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советы ҡарары нигеҙендә Әзербайжан уҡытусылар квалификацияһын күтәреү үҙәк институты педагогик кадрҙырҙың квалификацияһын күтәреү һәм яңынан әҙерләү буйынса Баш институт итеп үҙгәртелә. Институтҡа I категориялы юғары мәктәп статусы бирелә. Институт кафедраль системаға күсә, квалификацияны күтәреүҙе ойоштороу өсөн кафедралар асыла.

2000 йылда Әзербайжан Республикаһы Президентының 349-сы Указы нигеҙендә, педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү институты базаһында Әзербайжан институты (Нахчиван, Гәнжә, Сумҡайыт, Мингәчеуар, Ҡаҙаҡ, Шәмәхә, Кубатлы, Сәлмән, Жәлилабад, Агжәбеди, Шеки, Закаталы һәм Ләнкәран уҡытыу-консультатив пункты булған 12 филиал) ойошторола. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Нахчыванский филиалы үҙаллы уҡытусылар институтына әүерелә.

Дөйөм мәғлүмәт

үҙгәртергә

Әзербайжан уҡытыусылар институтының һәм уның филиалдарының функциялары:

1. Педагогик кадрҙар әҙерләү (бакалавр дәрәжәһе)

2. Педагогик кадрҙарҙың квалификацияһын күтәреү

3. Педагогик кадрларҙы яңынан әҙерләү

4. Уҡытыусыоарҙың белемен камиллаштырыу.

Хәҙерге ваҡытты педагогик кадрҙар әҙерләү магистратура дәрәжәһендә әҙерләнә.

Филиалдарҙа барлығы 1079 хеҙмәткәр эшләй, шуларҙың 533-ө профессор-уҡытыусылар. База институтында 260 хеҙмәткәр эшләй, шул иҫәптән 119 уҡытыучсы профессор.

Институтта 3 факультет, 12 кафедра, китапхана, компьютер үҙәге эшләй.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә