Әзербайжан сәйе (әзерб. Azərbaycan çayı) — сәйҙең Әзербайжанда үҫтерелә торған сорты. Сәй башлыса Ленкорань-Астара иҡтисади районында үҫтерелә, төбәктәге Ленкорань, Астара, Масаллы ҡалаларында, Пенсар һәм Машхан ауылдарында сәй фабрикалары урынлашҡан, уларҙа башлыса бөртөклө ҡара сәй етештерелә[1].

Әзербайжан сәйе
Самауыр менән армуду стаканындағы сәй һәйкәле. Ленкорань
Әзербайжанда сығарылған тоҡсайлы сәй ҡабы, 1980-се йылдар

XIX быуат аҙағында энтузиаст М. О. Новоселов Ленкорань районында сәй ағасын үҫтереү буйынса һынауҙар үткәрә башлай. 1896 йылда ул Әзербайжандың Ленкорань районында тәүге сәй ҡыуағын ултырта, 1900 йылда ҙур булмаған тәжрибә участкаларын нигеҙләй[2]. Әммә эш сәнәғәт етештереүе кимәленә барып етмәй, өҫтәүенә, был баҡсалар 1920 йылда юҡ ителә. Совет осоронда, 1928—1929 йылдарҙа, Ленкорань, Закатала зоналарында сәй ҡыуаҡтары тағы ултыртыла, ә 1932—1934 йылдарҙа сәнәғәт кимәлендәге плантациялар ярала башлай. 1937 йылда әзербайжан сәйенең тәүге ҡаптары сығарыла[3].

Совет йылдарында әзербайжан сәйе Ленинград, Мәскәү, Балтик буйы республикаларында, Советтар Союзының башҡа төбәктәрендә һорау таба[4].

1983 йылда Әзербайжанда сәй 9,3 мең гектарҙа игелә[5].

1989 йылға тиклем совет сәйҙәре, шул иҫәптән әзербайжан сәйе лә, тышҡы баҙарҙарға — Польша, ГДР, Венгрия, Румыния, Финляндия, Чехословакия, Болгария, Югославияға, шулай уҡ Афғанстан, Иран, Сүриә, Көньяҡ Йемен, Монголия кеүек Азия илдәренә сығарыла[2].

1990-сы йылдарҙа суверенлы Әзербайжанда ҡораллы Ҡарабах бәрелеше була. Илдә хәл көсөргәнешле төҫ ала, сәй фабрикалары ябыла башлай. Сәй (башлыса — ҡара сәй) етештереү күләме 1988 йылда 38,5 мең тонна булһа, 1995 йылда ул, кәмеп, 1,2 мең тоннаға ҡала[6].

Баҙар мөнәсәбәттәре үҫеш алғас, Әзербайжанда сәй етештереү ҙә йәнләнә, Төркиә һәм Ғәрәп Әмирлектәре менән хеҙмәттәшлек тә быға булышлыҡ итә[7].

Сәй етештереү — бөгөн

үҙгәртергә

Ленкорань, Астара, Лерик, Масалли, Закатала һәм Белокан административ райондары Әзербайжандың төп сәй үҫтереү төбәктәре булып тора. Уларҙағы сәй плантациялары ауыл фермер хужалыҡтарына тапшырылған. Әммә тәүҙә фермерҙарҙың яраҡлы матди-техник базаһы булмағанлыҡтан беренсе йылдарҙа сәй плантациялары юҡҡа сыға, республикала тармаҡ зәғифләнә[8].

Республика Президенты тарафынан 2004 йылдың 11 февралендә ҡабул ителгән «Әзербайжан Республикаһы төбәктәренең социаль-иҡтисади үҫеше буйынса дәүләт программаһы»нда (2004—2008) сәй сәнәғәтен үҫтереүгә бәйле 996 гектар сәй плантацияһын тергеҙеү, сәй эшкәртеүсе предприятиеларҙың етештереү күләмен арттырыу һәм башҡа саралар ҡарала.

Һуңғы йылдарҙа йәшел сәй япрағының хаҡын арттырыу тармаҡҡа фермерҙарҙың иғтибарын ылыҡтыра. Әзербайжанда сәй үҫтереү тармағы башлыса Ленкорань-Астара иҡтисади районында үҫеш кисерә. Шеки-Загатала иҡтисади районында үҫеш һүлпәнерәк бара[8].

2014 йылда баҫыуҙарҙан 474,2 тонна сәй йыйып алына[9].

2008—2012 йылдарҙа Әзербайжанда 10,6-10,9 мең тонна самаһы сәй етештерелә. 2013 йылда етештереү 7,5 мең тоннаға ҡалып кәмей, 2014 йылда 8 мең тоннаға етеп үҫә. Эске баҙарҙы урындағы сәй менән тәьмин итеү кимәле 2012 йылда — 65,6 %, 2013 йылда 54,7 % тәшкил итә[10].

Әзербайжан сәйе башлыса Ираҡҡа, Грузияға, Украинаға һәм Рәсәйгә сығарыла[11].

Әзербайжанда етештерелгән сәй брендтары

үҙгәртергә
  • Azerçay — Azersun Holding холдингы тарафынан етештерелә.
  • Pasha çay — лицензия буйынса Azersun Holding холдингы тарафынан етештерелә.
  • Final — Azersun Holding холдингы тарафынан етештерелә.
  • Maryam — Azersun Holding холдингы тарафынан етештерелә.
  • Pürrəngi — Azersun Holding холдингы тарафынан етештерелә.
  • Berqa — Azersun Holding холдингы тарафынан етештерелә.

Сәй мәҙәниәте

үҙгәртергә

Әзербайжанда сәй төп эсемлек һанала. Әзербайжанда табын алдынан сәй тәҡдим ителә. Илдә сәйханалар күп[12].

Сәй үҫтереү тураһында закон

үҙгәртергә

Әзербайжан Республикаһының сәй үҫтереү тураһындағы законы сәй үҫтереүҙе, етештереүҙе, эшкәртеүҙе, һатыуҙы, шулай уҡ уның сифатын тәьмин итеүҙе ойоштороуҙы көйләй. Сәй үҫтереүҙә дәүләт сәйәсәтенең төп йүнәлештәре — инвестиция эшмәкәрлеген һәм хеҙмәттәшлекте дәртләндереү, лизингты һәм агрохеҙмәттәрҙе киңәйтеү, сәй продукцияһының сифатын яҡшыртыу һәм экспортты арттырыу, эске баҙарҙы яҡлау, сәй үҫтерелгән төбәктәрҙә социаль именлекте яҡшыртыу һәм экологик тигеҙлекте һаҡлау. Әзербайжандың элекке президенты Гейдар Алиев хуплаған закон (2002 йылдың 17 декабре) илдә сәй тармағын тергеҙеүгә һәм үҫтереүгә, ҡулланыу баҙарына сығарыу өсөн иҡтисади һәм хоҡуҡи гарантиялар булдырыуға йүнәлтелгән. Әзербайжан Республикаһы президенты Илһам Алиев Указы (2018 йылдың 12 феврале) менән раҫланған 2018—2027 йылдарҙа Әзербайжан Республикаһында сәй тармағын үҫтереү буйынса дәүләт программаһы тармаҡтың экспорт мөмкинлектәрен арттырыуға һәм ауыл халҡының мәшғүллеген тәьмин итеүгә йүнәлтелгән[13].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Business Information Agency. ПИЩЕВАЯ ПРОМЫШЛЕННОСТЬ. Сахар. Кофе. Чай. Детское питание. Консервы.
  2. 2,0 2,1 Похлёбкин, 1997
  3. Владимир Михайлович Семёнов. Азербайджанский чай // Чайные рецепты и чайные секреты / Под ред. Е. Н. Авадяева. — М.: Олма-Пресс, 2002. — С. 110. — 351 с. — ISBN 9785224038268.
  4. Географическое общество Азербайджанской ССР. Внешние экономические связи Азербайджанской ССР. — Труды Азербайджанского географического общества: Издательство Академии наук Азербайджанской ССР, 1968. — Т. 4. — С. 137.
  5. И. С. Капанадзе, И. Г. Керкадзе. Полиплоидный чай. — журнал «Природа»: Издательство «Наука», 1983. — С. 44.
  6. Владимир Михайлович Семёнов. Азербайджанский чай // Чайные рецепты и чайные секреты / Под ред. Е. Н. Авадяева. — М.: Олма-Пресс, 2002. — С. 110. — 351 с. — ISBN 9785224038268.
  7. Владимир Михайлович Семёнов. Азербайджанский чай // Чайные рецепты и чайные секреты / Под ред. Е. Н. Авадяева. — М.: Олма-Пресс, 2002. — С. 110. — 351 с. — ISBN 9785224038268.
  8. 8,0 8,1 Заур Имрани. В Азербайджане растет потребность в чайной промышленности webarchive|url=https://web.archive.org/web/20140823114713/http://www.tea-world.ru/news/179/%7Cdate=2014-08-23
  9. Әзербайжан сәй етештереү — TeaTerra | TeaTerra
  10. Производство чая в Азербайджане — TeaTerra | TeaTerra
  11. Производство чая в Азербайджане — TeaTerra | TeaTerra
  12. http://unec.edu.az/application/uploads/2015/12/az_cayi_cabiri.pdf
  13. http://senaye.gov.az/content/html/2185/attachments/%C3%87ay%C3%A7%C4%B1l%C4%B1q%20haqq%C4%B1nda%20Az%C9%99rbaycan%20Republikas%C4%B1n%C4%B1n%20Qanunu.pdf 2018 йыл 27 ноябрь архивланған.
  • Похлёбкин Вильям Васильевич. Чай. — М.: Центрполиграф, 1997. — 377 с.