Әбделкәрим мәктәбе

Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Әбделкәрим ауылында урынлашҡан дөйөм белем биреү учреждениеһы

Әбделкәрим мәктәбе (рус. МОАСОШ с. Абдулкаримово муниципального района Баймакский район Республики Башкортостан) — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы муниципаль районы Әбделкәрим ауылында Йәштәр урамы, 18 адресы буйынса урынлашҡан дөйөм белем биреү учреждениеһы

Әбделкәрим мәктәбе
Нигеҙләү датаһы 1924
Административ-территориаль берәмек Баймаҡ районы, Әбделкәрим һәм Башҡортостан Республикаhы
Электронная почта abdylk.school@mail.ru
Рәсми сайт abdulkarimschool.02edu.ru
Карта

Тарихы үҙгәртергә

Әбделкәрим ауылында башланғыс мәктәп 1924 йылда барлыҡҡа килә. 1945 — ете йыллыҡ, 1962 — һигеҙ йыллыҡ, 1975 йылда урта мәктәп итеп үҙгәртелә[1].

Етәкселәре үҙгәртергә

  • Моратова Альбина Шәһит ҡыҙы

Уҡытыусылары үҙгәртергә

  • Мөхәмәтйәнова Лиза Ғилметдин ҡыҙы — математика, алгебра, геометрия, информатика
  • Әбделғәфәров Рәшит Шәрифйән улы — физика, математика, тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы, ойоштороусы
  • Әбделғәфәрова Рәсимә Мәжит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы
  • Аҡҡужина Зинфира Ғәзизйән ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Ғәбитов Фирғәт Сәхиулла улы — тарих, йәмғиәтте өйрәнеү уҡытыусыһы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты етәксеһе
  • Ҡасҡынова Гөлсәсәк Сәғит ҡыҙы — балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
  • Моратов Азамат Муса улы — технология, физик культура һәм һынлы сәнғәт уҡытыусыһы
  • Моратова Альбина Шәһит ҡыҙы — инглиз теле уҡытыусыһы
  • Мостаева Вәзифә Азат ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
  • Мөхәмәтйәнова Зөлфиә Муса ҡыҙы ҡала балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе
  • Солтанғолова Рәсимә Нурислам ҡыҙы — башланғыс кластар һәм музыка уҡытыусыһы, директорҙың тәрбиә эше буйынса урынбаҫары.
  • Йәнсурина Вәлимә Әхмәт ҡыҙы — биология, география, химия уҡытыусыһы

Мәктәпте тамамлаусылар үҙгәртергә

  • Солтанов Тәлғәт - Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы, СССР-ҙың почетлы доноры, оҙаҡ йылдар Сибай ҡалаһы поликлиникаһының хужалыҡ иҫәбе бүлеге мөдире булып эшләй[2]

Сығанаҡтар үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә