Латук

(Һөтлө билсән битенән йүнәлтелде)

Лату́к, һөтлө билсән (лат. Lactūca) — астралар ырыуындағы сәскәле үҫемлек. Ырыу 50-гә яҡын биологик төрҙө берләштерә. Бөтә донъяға таралған, башлыса Евразияның уртаса климатына таралған[2].

Латук

Lactuca perennis L.
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Lactuca L., 1753

Синонимдар
Төр өлгөһө

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
GRIN  g:6451
IPNI  9619-1
Lactuca virosa. «Köhler’s Medizinal-Pflanzen», 1887 китабынан ботаник иллюстрация

Ҡылыҡһырлама

үҙгәртергә

Латук, һөтлөһабаҡ (Lactuca), ойошма сәскәлеләр ғаиләһенән бер, ике һәм күп йыллыҡ үлән, һирәгерәк ярым ҡыуаҡтар ырыуы. 100 -ҙән артыҡ төрө билдәле, Евразияла һәм Көньяк Африкала, бер тиклем Төньяк Америкада таралған. Ташландыҡ, сүпле урындарда, һыу буйҙарында, баҫыу, юл тирәләрендә үҫә. 30-120 см оҙонлоҡтағы үлән үҫемлек. Һабаҡтары тура, төксәле. Япраҡтары сиратлашҡан, бөтә йәки уйымтыҡлы ҡаурый һамаҡ — бүленмә, артҡа бөгөлгән өлөшлө һәм һабаҡты уратып алған уҡ һамаҡ нигеҙле. Сәскәләре тоноҡ һары төҫтә, һирәк һеперткелә урынлашҡан ваҡ кәрзиндәргә йыйылған. Емеше — йөнтәс орлоҡса. Июнь-августта сәскә ата. Емештәре июль-октябрҙа өлгөрә. Вегетатив юл менән һәм орлоҡтан үрсей.

Ағулылар, үҫемлектең бөтә ерендә дә аҡ һөтсөл шыйыҡса бар. Халыҡ медицинаһында ҡырағай ағыулы төнәтмәһе тынысландырыу, эс йомшартыу, бәүел ҡыуҙырыу сараһы булараҡ файҙаланыла. Сүп үләне, мал аҙығы.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Ырыу 1654. Латук. Салат. — Lactuca // Флора СССР. В 30-ти томах / Начато при руководстве и под главной редакцией акад. В. Л. Комарова; Редакторы тома Е. Г. Бобров и Н. Н. Цвелев. — М.—Л.: Издательство Академии Наук СССР, 1964. — Т. XXIX. — С. 274—317. — 796 с. — 2200 экз.

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Латук: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.